Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы мәктәп, яңы юл
Яңы мәктәп, яңы юл Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы халҡы ошо көндәрҙә икеләтә байрам кисерҙе. Бикеш — Икенсе Этҡол юлы файҙаланыуға тапшырылды, мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған мәҙәни-белем биреү комплексы ишектәрен асты. Байрам сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И. Тажетдинов, республика мәғариф министры урынбаҫары
В. Вәлиева, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р. Абдуллин, район хакимиәте башлығы
И. Ситдыҡов, Икенсе Этҡолдан сыҡҡан күренекле шәхестәр, ауыл халҡы ҡатнашты.


Яңы мәктәп, яңы юлБикеш — Икенсе Этҡол юлын капиталь ремонтлау былтыр баш­лан­ғайны. Билдәләнгән ваҡытта бу­рыс үтәлде. Бөгөн асфальт көҙ­гөләй ялтырап ята. Эштең төп кү­ләмен Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективы баш­ҡарҙы — улар тарафынан 8,4 саҡ­рым яп­ма түшәлһә, өс саҡрым арауыҡты Әбйәлил районы вәкилдәре асфальтланы.
— Һуңғы йылдарҙа республика­ла юлдарҙы капиталь ремонтлау әүҙем бара. Был социаль яҡтан ғына түгел, иҡтисади йәһәттән дә бик әһәмиәтле. Сөнки яҡшы юлдар араларҙы яҡынайта, ваҡытты ҡыҫ­ҡарта, тимәк, инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә, төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе әүҙемләштерә, — тине байрам тантанаһындағы тәб­рикләү сығышында И. Тажетдинов. Илшат Азамат улы юл төҙөлөшөнә күп көс һалған Баймаҡ һәм Әбйә­лил юл ремонтлау-төҙөү идара­лыҡ­тарына оло рәхмәтен белдер­ҙе.
“Башкиравтодор” йәмғиәте­нең генераль директоры Ринат Абдуллин республика һәм район етәксе­леге­нең йәмғиәткә күрһәтелгән ышанысын билдәләне, һалынған юлдарҙың уңайлы булыуын, мән­фәғәткә яҙыуын теләне.
Район хакимиәте башлығы Ил­шат Ситдыҡов:
– Ҡайҙа юл бар – шунда матур төҙөк йорттар, тормош ҡайнай. Организмға ҡан йүгертеүсе артерия нисек кәрәк, йәшәйешебеҙҙә юлдар ҙа шундай уҡ әһәмиәтле. Төбәкте иҡтисади үҫтереү про­грам­маһы сиктәрендә районы­быҙ­ҙа ҙур эш башҡарыла, һуңғы йыл­дарҙа ике балалар баҡсаһы төҙөлдө, күп фатирлы йорттар файҙаланыуға тапшырылды. Әле лә төҙөлөш дауам итә. Иғтибары һәм хәстәрлеге өсөн республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хә­ми­товҡа, Илшат Азамат улы Тажет­ди­новҡа, ошо юлға асфальт тү­шәгән юл хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Юлдары­быҙ имен булһын! — тине. Илшат Хәмит улы бер төркөм юл хеҙмәт­кәрҙә­ренә муниципаль район хаки­миәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Хеҙмәт ветераны, ауыл старос­таһы Р. Ишбулатов иһә бар ауыл халҡы исеменән район һәм республика етәкселегенә, юл хеҙмәткәр­ҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Юлды тантаналы асыу хоҡуғы Илшат Тажетдиновҡа бирелде. Тулҡынландырғыс минуттар халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәр­ҙәре сығы­шы менән алмашынды.
Байрамдың икенсе өлөшө өр-яңы мәҙәни-белем биреү комплек­сы алдында дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтарҙы “Ирәндек” ансамбле егеттәре дәртле бейеү менән ҡаршы алды. Башланғыс класс уҡыусылары ҙур ғорурлыҡ менән ауылдан сыҡҡан район, республика, ил кимәлендә абруй ҡаҙанған шәхестәрҙең исемдәрен, ҡаҙаныш­тарын һанап үтте. Тәүге һүҙ Илшат Азамат улына бирелде.
— Бөгөн ауылыбыҙҙа заман талаптарына яуап биргән белем уса­ғы, фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Икенсе Этҡолға тиклем асфальт юл килеп етте, һыу селтәре үткәрелде. Шуныһы һөйөнөслө: уларҙы төҙөү буйынса беҙҙең тәҡ­димдәр республика Башлығы тарафынан хуплау тапты. Данлыҡлы шәхестәре, бай тарихы булған ауыл ошондай белем усағына лайыҡ. Уҡыусыларҙың яҡшы уҡып, уңайлы мөмкинлектәрҙе файҙа­ла­нырға тырышыуҙарын теләйем. Баш­ланғыс кластарҙа алынған сифат­лы белем киләсәккә нигеҙ бу­лып тора, – тине Илшат Та­жет­динов. Һуңы­нан ул бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына — уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәр­ҙәренә, төҙөүселәргә, ауыл тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн ин­дер­гән ауылдаштарға республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығының мәктәпкә ауылдың күренекле шә­хесе Азамат Тажетдиновтың исемен биреү тәҡдимен ауыл халҡы һәм байрамға йыйылыусылар берҙәй күтәреп алды.
Тантанала тәбрикләү һүҙҙәре ме­нән республика мәғариф министры урынбаҫары В. Вәлиева, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф. Вә­хи­то­ва, иҡтисад фәндәре докторы М. Иҫәнбаев һәм башҡалар сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе. Ра­йондың имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙ­рәт Хафизов аят уҡып, фатихаһын бирҙе.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Н. Тажетдинов мәктәп директоры А. Хөсәйеновҡа символик асҡыс тапшырҙы. Таҫмалар ҡырҡылғас, барыһы ла өр-яңы мәктәп менән танышты. 132 балаға иҫәпләнгән ике ҡатлы заманса бинала быйыл 144 бала белем ала, шул иҫәптән бе­ренсе класҡа 18 ҡыҙ һәм малай уҡырға килгән. Мәктәптең үҙ стадионы, баскетбол майҙансығы бар. Абруйлы ҡунаҡтар парта артына ултырып, мәктәп йылдарын иҫкә алды, спорт залында үҙ мөмкин­лектәрен һынап ҡараны. Шуныһы мөһим: балалар өсөн яңы комплекс­та сифатлы белем алыр һәм төрлө яҡлап үҫешер өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Комплекста фельдшер-акушер­лыҡ пункты ла урынлашҡан. Бында стоматология, процедура, прививка яһау һәм башҡа кабинеттар бар. Әле уларҙы йыһазландырыу эше бара. Үҙәк ҡала дауаха­на­һының баш табибы М. Ғүмәров бел­дереүенсә, киләсәктә “Ашығыс яр­ҙам” хеҙмәтен булдырыу ҙа план­лаштырыла. Был иһә урындағы халыҡтың һаулы­ғын яҡшыртыу, яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Һуңынан мәктәп уҡыусылары, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521