Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы халҡы ошо көндәрҙә икеләтә байрам кисерҙе. Бикеш — Икенсе Этҡол юлы файҙаланыуға тапшырылды, мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған мәҙәни-белем биреү комплексы ишектәрен асты. Байрам сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И. Тажетдинов, республика мәғариф министры урынбаҫары
В. Вәлиева, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р. Абдуллин, район хакимиәте башлығы
И. Ситдыҡов, Икенсе Этҡолдан сыҡҡан күренекле шәхестәр, ауыл халҡы ҡатнашты.Бикеш — Икенсе Этҡол юлын капиталь ремонтлау былтыр башланғайны. Билдәләнгән ваҡытта бурыс үтәлде. Бөгөн асфальт көҙгөләй ялтырап ята. Эштең төп күләмен Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективы башҡарҙы — улар тарафынан 8,4 саҡрым япма түшәлһә, өс саҡрым арауыҡты Әбйәлил районы вәкилдәре асфальтланы.
— Һуңғы йылдарҙа республикала юлдарҙы капиталь ремонтлау әүҙем бара. Был социаль яҡтан ғына түгел, иҡтисади йәһәттән дә бик әһәмиәтле. Сөнки яҡшы юлдар араларҙы яҡынайта, ваҡытты ҡыҫҡарта, тимәк, инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә, төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе әүҙемләштерә, — тине байрам тантанаһындағы тәбрикләү сығышында И. Тажетдинов. Илшат Азамат улы юл төҙөлөшөнә күп көс һалған Баймаҡ һәм Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарына оло рәхмәтен белдерҙе.
“Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Ринат Абдуллин республика һәм район етәкселегенең йәмғиәткә күрһәтелгән ышанысын билдәләне, һалынған юлдарҙың уңайлы булыуын, мәнфәғәткә яҙыуын теләне.
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов:
– Ҡайҙа юл бар – шунда матур төҙөк йорттар, тормош ҡайнай. Организмға ҡан йүгертеүсе артерия нисек кәрәк, йәшәйешебеҙҙә юлдар ҙа шундай уҡ әһәмиәтле. Төбәкте иҡтисади үҫтереү программаһы сиктәрендә районыбыҙҙа ҙур эш башҡарыла, һуңғы йылдарҙа ике балалар баҡсаһы төҙөлдө, күп фатирлы йорттар файҙаланыуға тапшырылды. Әле лә төҙөлөш дауам итә. Иғтибары һәм хәстәрлеге өсөн республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа, ошо юлға асфальт түшәгән юл хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Юлдарыбыҙ имен булһын! — тине. Илшат Хәмит улы бер төркөм юл хеҙмәткәрҙәренә муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Хеҙмәт ветераны, ауыл старостаһы Р. Ишбулатов иһә бар ауыл халҡы исеменән район һәм республика етәкселегенә, юл хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Юлды тантаналы асыу хоҡуғы Илшат Тажетдиновҡа бирелде. Тулҡынландырғыс минуттар халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре сығышы менән алмашынды.
Байрамдың икенсе өлөшө өр-яңы мәҙәни-белем биреү комплексы алдында дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтарҙы “Ирәндек” ансамбле егеттәре дәртле бейеү менән ҡаршы алды. Башланғыс класс уҡыусылары ҙур ғорурлыҡ менән ауылдан сыҡҡан район, республика, ил кимәлендә абруй ҡаҙанған шәхестәрҙең исемдәрен, ҡаҙаныштарын һанап үтте. Тәүге һүҙ Илшат Азамат улына бирелде.
— Бөгөн ауылыбыҙҙа заман талаптарына яуап биргән белем усағы, фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Икенсе Этҡолға тиклем асфальт юл килеп етте, һыу селтәре үткәрелде. Шуныһы һөйөнөслө: уларҙы төҙөү буйынса беҙҙең тәҡдимдәр республика Башлығы тарафынан хуплау тапты. Данлыҡлы шәхестәре, бай тарихы булған ауыл ошондай белем усағына лайыҡ. Уҡыусыларҙың яҡшы уҡып, уңайлы мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышыуҙарын теләйем. Башланғыс кластарҙа алынған сифатлы белем киләсәккә нигеҙ булып тора, – тине Илшат Тажетдинов. Һуңынан ул бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына — уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, төҙөүселәргә, ауыл тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарға республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығының мәктәпкә ауылдың күренекле шәхесе Азамат Тажетдиновтың исемен биреү тәҡдимен ауыл халҡы һәм байрамға йыйылыусылар берҙәй күтәреп алды.
Тантанала тәбрикләү һүҙҙәре менән республика мәғариф министры урынбаҫары В. Вәлиева, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф. Вәхитова, иҡтисад фәндәре докторы М. Иҫәнбаев һәм башҡалар сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе. Райондың имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов аят уҡып, фатихаһын бирҙе.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Н. Тажетдинов мәктәп директоры А. Хөсәйеновҡа символик асҡыс тапшырҙы. Таҫмалар ҡырҡылғас, барыһы ла өр-яңы мәктәп менән танышты. 132 балаға иҫәпләнгән ике ҡатлы заманса бинала быйыл 144 бала белем ала, шул иҫәптән беренсе класҡа 18 ҡыҙ һәм малай уҡырға килгән. Мәктәптең үҙ стадионы, баскетбол майҙансығы бар. Абруйлы ҡунаҡтар парта артына ултырып, мәктәп йылдарын иҫкә алды, спорт залында үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Шуныһы мөһим: балалар өсөн яңы комплекста сифатлы белем алыр һәм төрлө яҡлап үҫешер өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Комплекста фельдшер-акушерлыҡ пункты ла урынлашҡан. Бында стоматология, процедура, прививка яһау һәм башҡа кабинеттар бар. Әле уларҙы йыһазландырыу эше бара. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы М. Ғүмәров белдереүенсә, киләсәктә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен булдырыу ҙа планлаштырыла. Был иһә урындағы халыҡтың һаулығын яҡшыртыу, яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Һуңынан мәктәп уҡыусылары, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны.