Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәкселәр сәғәтен йәлләмәй
Етәкселәр сәғәтен йәлләмәй “Учкудук — три колодца...”
Был йырҙың һүҙҙәрен белмәгән кеше һирәктер. Заманында уны башҡарған ансамбль СССР-ҙа киң танылыу яулағайны. Меңәрләгән тамашасыны шәреҡ моңо менән әсир иткән йырсыларҙы халыҡ әле булһа үҙ итә, һәр тарафта көтөп ала. Кемдәр икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әлбиттә, легендар “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбле. Бынан өс йыл элек улар Башҡортостанда булып киткәйне. Концерт башланыр алдынан ансамблдең художество етәксеһе, Үзбәкстандың, Ҡырғыҙстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың һәм Ингуш Республикаһының халыҡ артисы Фәрух ЗАКИРОВ менән әңгәмәләшеү насип булды. Танылған сәхнә оҫтаһы тормошондағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар хаҡында кинәнеп һөйләне. Шуны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксебеҙ.

— Фәрух әфәнде, һеҙ етәк­селек иткән ансамбль инде ҡырҡ йылдан ашыу тама­шасыларҙы һөйөн­дөрә. Оҙон ғүмерлелектең сере нимәлә?
— Беҙ ысын күңелдән, их­лас йыр­лайбыҙ, сөнки был — яратҡ­ан шөғө­лөбөҙ. Ижа­ды­быҙ­ҙы үҙ итеүселәрҙең йылы һүҙ­ҙәренән, дәррәү алҡыш­лау­ҙа­- рынан һут алабыҙ. Ха­лыҡ­тың һөйөүе барҙа, хә­лебеҙ­ҙән килгәнсә йырлая­саҡбыҙ әле.
— Репертуарығыҙ бай, тик ниңә­лер нәҡ Үзбәкстан хаҡындағы йыр­ҙар киң танылыу яулай. “Өсҡо­ҙоҡ” (“Учкудук”), “Шахрисабз” һәм башҡалар...
— Рәхмәт. Был хаҡта үҙе­беҙ ҙә уйлан­ғаныбыҙ бар. Автор булараҡ шу­ны әйтер инем: беренсенән, күңе­лемде һалып ижад итәм. Шуғалыр ҙа ул әҫәр­ҙәрҙе әле лә тың­лай­ҙар. Икен­сенән, үҙ халҡымдың, тыуған илем­дең патриотымын. Ваҡыт уҙыу менән ошо тормош принцибым һис үҙгәр­мәне. Заманында сит илдә йә­шәргә күп саҡырҙылар. Әммә Үзбәк­ста­ным­­дан китеү уйы башыма ла килмәне.
— “Ялла”ға күп ерҙәрҙе күрергә тура килгәндер...
— Ысынлап та, Австралия­ла, Арктикала һәм Антарктидала ғына бул­маныҡ әле... (көлә).
— Ил етәкселәренән бү­ләк алған­һығыҙ икән...
— Дәүләттең беренсе кеше­ләре­нең иғтибарын тойоу — ҙур мәртәбә. Беҙгә нимәлер тап­шыр­ғанда, тәү сиратта үз­бәк халҡына, илебеҙгә хөр­мәт һәм ихтирам тип ҡабул итәбеҙ. Эмомали Рахмон, Төркмән­башы сәғәт бүләк иткәне бар. Һик­һә­ненсе йылдарҙа Афған­станда сығыш яһағайныҡ. Ул минең тыуған көнгә тура килде. Тамаша ваҡытында пре­зидент Нәжибулла ҡотлап, “Sеiкo” фирмаһының затлы ҡул сәғәтен бүләк итте. Ҡәҙерләп кенә йөрөттөм уны. Аҙаҡ улым бер аҙға тағып то­рорға һораны. Һаҡлай күр, иҫтәлекле бүләк — юғалтма, тип киҫәтеп ҡуйҙым. Бер көн улым бөтөнләй кә­йефһеҙ ҡайтты. Сәғәтте яңы­лыш ас­фальтҡа төшөрөп ватҡан икән. Нәҡ ошо көндә Нәжибулланың язалап үлте­рел­гәне хаҡында ишеттек...
— Ҡулығыҙҙағы әлеге сә­ғәт тә берәй кемдең бүлә­геме?
— Эйе. Ҡаҙағстанда сығыш яһағанда, ил президенты Нурсолтан Назарбаев ҡулындағы сәғәтен сисеп бүләк итте.
— Бынан бер нисә йыл элек Үзбәкстандың мәҙә­ниәт министры вазифаһын баш­ҡарҙығыҙ. Сәхнәлә сы­ғыш яһау еңелерәкме, әллә дәүләт органында етәкселек итеүме?
— Президентыбыҙ шул хәт­лем яуаплы бурысты йөкмәт­кәс, ҡаршылашып торманым. Ни тиһәң дә, ансамблгә етәк­селек итеү тәжрибәм бар. Тик миңә шулай тойолған ғына икән. Үҙемде әллә ниндәй түрә итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Төрлө тарафтарҙа йөрөп, халҡыма күберәк файҙа килтерермен тинем дә министр­лыҡ­тан киттем. Ул минең эшем түгел. Ысынлап та, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе танытабыҙ бит.
— “Учкудук” йыры нисек тыуҙы?
— Ҡараҡом сүллегендә гастролдә йөрөйбөҙ. Әллә ни ҙур булмаған Өсҡоҙоҡ ҡала­һында туҡтаныҡ. Ундағы ма­тур­лыҡҡа һоҡланып, билдәле шағир Юрий Энтин (“Антошка”, “Бремен музыканттары” йыр­ҙарының авторы) шиғыр яҙған. Шунда уҡ миңә көй һалырға тәҡдим итте. Ҡырҡ минут эсендә йыр әҙер ҙә булды. Кис уны клубта баш­ҡарҙыҡ. Өсҡоҙоҡ — бәләкәй генә ҡала, уны төрмәләгеләр төҙөгән. Унда әле лә уран сығаралар. Концерттан һуң күптәр килеп рәхмәт әйтте. Араларында төрмәлә ултырып сыҡҡан кешеләр ҙә аҙ булманы.
— Билдәлелек арҡаһында бәләнән ҡотолған саҡ­тарығыҙ булдымы?
— Эйе. Ундай осраҡтар күп. Бер заман Мәскәүҙә төнгө сә­ғәт икелә магазинға барып, яратҡан сәйемде һатып алыр­ға булдым. Сауҙа үҙәгенә ет­кәс, оҙатып йөрөүселәр, һаҡ­сы­лар инеп китте, ә мин ишек төбөндә тәмәке тартып ҡалдым. Һуң бит — әҙәм заты юҡ. Кинәт ҡай­ҙандыр ҡурҡы­ныс йөҙлө ир килеп сыҡты ла, дуҫыбыҙ төр­мәгә эләкте, уны ҡотҡарыр өсөн аҡса кәрәк, ти. Йомошон үтәргә ашыҡманым. Унан тағы ла икәү ҡамап алды. Йә аҡса, йә ғү­мер... Әгәр шул саҡ дүртен­сеһе күренмәһә, билләһи, ха­рап итерҙәр ине. Уныһы “баш­лыҡ”­тары икән. “О-о-о, кем­де күрәм! “Үҙебеҙҙең Учкудук” таһа!” — тип ихлас йылмайып ебәрҙе. Шул арала магазиндан оҙатып йөрөүсе­ләр сыҡты һәм тегеләр­ҙе ҡы­уыр­ға тотондо. “Һеҙ нимә эшләйһегеҙ, ул – беҙҙең аға­йы­быҙ. Хәҙер ресторанға алып барабыҙ”, — тип ебәрмәһенме аҡса таптырыусылар!
Тағы ла бер хәл-ваҡиға иҫкә төштө. Ташкентта баҙарҙа йө­рөгәндә, кемдер портмонемды урланы. Ә унда аҡса менән документтар ғына түгел, дуҫ-иштең телефондары, мө­һим ҡағыҙҙар ҙа бар ине. Арыу ғына ваҡыт үткәс, берәү шылтыратып, күрешергә теләген бел­дер­ҙе. Сәбәбен дә аңлат­ты. Килешеү буйынса ҡала ситендә осраштыҡ. Баҡһаң, портмонемды урлаған ир икән. Был гонаһым өсөн ғәфү итегеҙ, әле булһа ла үкенәм, ти. “Урланған әйберҙең хужаһы һеҙ икәнен белгәс, эй, оялдым”, — тип аҡлана башланы. Һуңынан Өсҡоҙоҡ ҡалаһында төрмәлә ултыр­ғаны тураһында һөйләне. “Учкудук” йырын башҡарып, тимер рәшәткә артындағылар араһында абруй яулаған. Шулай итеп, уғрының үҙенән рәхмәт һүҙе ишеттем.

Айгиз БайМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521