“Учкудук — три колодца...”
Был йырҙың һүҙҙәрен белмәгән кеше һирәктер. Заманында уны башҡарған ансамбль СССР-ҙа киң танылыу яулағайны. Меңәрләгән тамашасыны шәреҡ моңо менән әсир иткән йырсыларҙы халыҡ әле булһа үҙ итә, һәр тарафта көтөп ала. Кемдәр икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әлбиттә, легендар “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбле. Бынан өс йыл элек улар Башҡортостанда булып киткәйне. Концерт башланыр алдынан ансамблдең художество етәксеһе, Үзбәкстандың, Ҡырғыҙстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың һәм Ингуш Республикаһының халыҡ артисы Фәрух ЗАКИРОВ менән әңгәмәләшеү насип булды. Танылған сәхнә оҫтаһы тормошондағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар хаҡында кинәнеп һөйләне. Шуны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксебеҙ.— Фәрух әфәнде, һеҙ етәкселек иткән ансамбль инде ҡырҡ йылдан ашыу тамашасыларҙы һөйөндөрә. Оҙон ғүмерлелектең сере нимәлә?
— Беҙ ысын күңелдән, ихлас йырлайбыҙ, сөнки был — яратҡан шөғөлөбөҙ. Ижадыбыҙҙы үҙ итеүселәрҙең йылы һүҙҙәренән, дәррәү алҡышлауҙа- рынан һут алабыҙ. Халыҡтың һөйөүе барҙа, хәлебеҙҙән килгәнсә йырлаясаҡбыҙ әле.
— Репертуарығыҙ бай, тик ниңәлер нәҡ Үзбәкстан хаҡындағы йырҙар киң танылыу яулай. “Өсҡоҙоҡ” (“Учкудук”), “Шахрисабз” һәм башҡалар...
— Рәхмәт. Был хаҡта үҙебеҙ ҙә уйланғаныбыҙ бар. Автор булараҡ шуны әйтер инем: беренсенән, күңелемде һалып ижад итәм. Шуғалыр ҙа ул әҫәрҙәрҙе әле лә тыңлайҙар. Икенсенән, үҙ халҡымдың, тыуған илемдең патриотымын. Ваҡыт уҙыу менән ошо тормош принцибым һис үҙгәрмәне. Заманында сит илдә йәшәргә күп саҡырҙылар. Әммә Үзбәкстанымдан китеү уйы башыма ла килмәне.
— “Ялла”ға күп ерҙәрҙе күрергә тура килгәндер...
— Ысынлап та, Австралияла, Арктикала һәм Антарктидала ғына булманыҡ әле... (көлә).
— Ил етәкселәренән бүләк алғанһығыҙ икән...
— Дәүләттең беренсе кешеләренең иғтибарын тойоу — ҙур мәртәбә. Беҙгә нимәлер тапшырғанда, тәү сиратта үзбәк халҡына, илебеҙгә хөрмәт һәм ихтирам тип ҡабул итәбеҙ. Эмомали Рахмон, Төркмәнбашы сәғәт бүләк иткәне бар. Һикһәненсе йылдарҙа Афғанстанда сығыш яһағайныҡ. Ул минең тыуған көнгә тура килде. Тамаша ваҡытында президент Нәжибулла ҡотлап, “Sеiкo” фирмаһының затлы ҡул сәғәтен бүләк итте. Ҡәҙерләп кенә йөрөттөм уны. Аҙаҡ улым бер аҙға тағып торорға һораны. Һаҡлай күр, иҫтәлекле бүләк — юғалтма, тип киҫәтеп ҡуйҙым. Бер көн улым бөтөнләй кәйефһеҙ ҡайтты. Сәғәтте яңылыш асфальтҡа төшөрөп ватҡан икән. Нәҡ ошо көндә Нәжибулланың язалап үлтерелгәне хаҡында ишеттек...
— Ҡулығыҙҙағы әлеге сәғәт тә берәй кемдең бүләгеме?
— Эйе. Ҡаҙағстанда сығыш яһағанда, ил президенты Нурсолтан Назарбаев ҡулындағы сәғәтен сисеп бүләк итте.
— Бынан бер нисә йыл элек Үзбәкстандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарҙығыҙ. Сәхнәлә сығыш яһау еңелерәкме, әллә дәүләт органында етәкселек итеүме?
— Президентыбыҙ шул хәтлем яуаплы бурысты йөкмәткәс, ҡаршылашып торманым. Ни тиһәң дә, ансамблгә етәкселек итеү тәжрибәм бар. Тик миңә шулай тойолған ғына икән. Үҙемде әллә ниндәй түрә итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Төрлө тарафтарҙа йөрөп, халҡыма күберәк файҙа килтерермен тинем дә министрлыҡтан киттем. Ул минең эшем түгел. Ысынлап та, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе танытабыҙ бит.
— “Учкудук” йыры нисек тыуҙы?
— Ҡараҡом сүллегендә гастролдә йөрөйбөҙ. Әллә ни ҙур булмаған Өсҡоҙоҡ ҡалаһында туҡтаныҡ. Ундағы матурлыҡҡа һоҡланып, билдәле шағир Юрий Энтин (“Антошка”, “Бремен музыканттары” йырҙарының авторы) шиғыр яҙған. Шунда уҡ миңә көй һалырға тәҡдим итте. Ҡырҡ минут эсендә йыр әҙер ҙә булды. Кис уны клубта башҡарҙыҡ. Өсҡоҙоҡ — бәләкәй генә ҡала, уны төрмәләгеләр төҙөгән. Унда әле лә уран сығаралар. Концерттан һуң күптәр килеп рәхмәт әйтте. Араларында төрмәлә ултырып сыҡҡан кешеләр ҙә аҙ булманы.
— Билдәлелек арҡаһында бәләнән ҡотолған саҡтарығыҙ булдымы?
— Эйе. Ундай осраҡтар күп. Бер заман Мәскәүҙә төнгө сәғәт икелә магазинға барып, яратҡан сәйемде һатып алырға булдым. Сауҙа үҙәгенә еткәс, оҙатып йөрөүселәр, һаҡсылар инеп китте, ә мин ишек төбөндә тәмәке тартып ҡалдым. Һуң бит — әҙәм заты юҡ. Кинәт ҡайҙандыр ҡурҡыныс йөҙлө ир килеп сыҡты ла, дуҫыбыҙ төрмәгә эләкте, уны ҡотҡарыр өсөн аҡса кәрәк, ти. Йомошон үтәргә ашыҡманым. Унан тағы ла икәү ҡамап алды. Йә аҡса, йә ғүмер... Әгәр шул саҡ дүртенсеһе күренмәһә, билләһи, харап итерҙәр ине. Уныһы “башлыҡ”тары икән. “О-о-о, кемде күрәм! “Үҙебеҙҙең Учкудук” таһа!” — тип ихлас йылмайып ебәрҙе. Шул арала магазиндан оҙатып йөрөүселәр сыҡты һәм тегеләрҙе ҡыуырға тотондо. “Һеҙ нимә эшләйһегеҙ, ул – беҙҙең ағайыбыҙ. Хәҙер ресторанға алып барабыҙ”, — тип ебәрмәһенме аҡса таптырыусылар!
Тағы ла бер хәл-ваҡиға иҫкә төштө. Ташкентта баҙарҙа йөрөгәндә, кемдер портмонемды урланы. Ә унда аҡса менән документтар ғына түгел, дуҫ-иштең телефондары, мөһим ҡағыҙҙар ҙа бар ине. Арыу ғына ваҡыт үткәс, берәү шылтыратып, күрешергә теләген белдерҙе. Сәбәбен дә аңлатты. Килешеү буйынса ҡала ситендә осраштыҡ. Баҡһаң, портмонемды урлаған ир икән. Был гонаһым өсөн ғәфү итегеҙ, әле булһа ла үкенәм, ти. “Урланған әйберҙең хужаһы һеҙ икәнен белгәс, эй, оялдым”, — тип аҡлана башланы. Һуңынан Өсҡоҙоҡ ҡалаһында төрмәлә ултырғаны тураһында һөйләне. “Учкудук” йырын башҡарып, тимер рәшәткә артындағылар араһында абруй яулаған. Шулай итеп, уғрының үҙенән рәхмәт һүҙе ишеттем.
Айгиз БайМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.