Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шайморатов ҡайтты иленә!
Шайморатов ҡайтты иленә! Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов ауылының урамы тулы халыҡ. Бөтәһе лә тулҡынланыу менән данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа асыласаҡ һәйкәл янына йыйыла. Һәм бына, ниһайәт, тантаналы минуттар ҙа килеп етте.
Башҡортостан халҡын ҙур байрам менән ҡотларға Рәсәй Федерация­һының мәҙәниәт министры, Рәсәйҙең хәрби һәм тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде.
– Бөгөн Рәсәйҙең тарихын яңынан үҙгәртеп яҙырға теләүселәр табыла башланы. Улар ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҙур еңеү яулауын инҡар итмәксе. Улай фекер йөрөтөүселәргә мин шуны әйтер инем: әгәр һеҙ ошо яуға барып эләкһәгеҙ, генерал Миңлеғәле Шайморатов кеүек үҙегеҙҙе тота алыр инегеҙме? Ул бит, үҙенең ғүмерен аямай, һуңғы һулышҡаса иле өсөн яуҙа ҡалған. Генерал Шайморатов – юғары белемле хәрби зыялы. Ул уй­ғыр, ҡытай телдәрендә лә иркен һөйләшкән, хәрби разведкасы, диви­зия­ның йәне! Бөгөн уға ҡуйы­ласаҡ һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатна­шыуыма сикһеҙ шатмын. Һынлы сәнғәт әҫәрен тыуҙырыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәтлемен, – тине Владимир Ростиславович.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, яҡташ яугир менән ғорурланыуын белдерҙе һәм телмәрен түбәндәге һүҙҙәр менән тамамланы:
– Минеңсә, бөгөндән был урын хәрби тарих менән генә түгел, үҙенең үткә­не, ата-бабаларыбыҙҙың яугирлеге, ҡаһарманлығы хаҡында ла ҡы­ҙыҡһыныусылар өсөн сәйәхәт ҡылыу урынына әйләнер.





Саранан тулыраҡ репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡыр­һығыҙ.



Утлы йылдар, оҙон юлдар аша
Ҡайтыуыңды дүрт күҙ менән көттөк,
Урын һайлап ерем түренән.
Яҡташтарҙың нисек көткәндәре
Йөҙҙәрендә яҡшы күренә.

Тап ошолай ҡайтыуыңды көттө
Ерем, күпме күҙен талдырып.
Байрамдарҙа, бәйгеләрҙә һиңә
Ат бәйләргә урын ҡалдырып.

Ҡарашында, йөрәгендә бөгөн —
Яҡташтарҙың яҡты ер уйы.
Мәңгелеккә ат өҫтөндә ҡайтты
Халҡыбыҙҙың халыҡ геройы.

Һин һаман да ат өҫтөндә икән,
Уйың да юҡ атың бәйләргә.
Яҡташтарҙы мәңге рухландырып,
Бында ҡышлап, бында йәйләргә.

Аңға һыймаҫ батырлыҡтар ҡылып,
Еңеү юлын шулай башланың.
Ат өҫтөндә бары ҡылыс менән
Танктарға ҡаршы ташланып.

Димдән Бранденбург ҡапҡаһына
Саҡлы утлы юлдар һуҙылды.
Фашистарҙы өңдәренә ҡыуып,
Күпме даръя кисеп уҙылды.

Башҡорт атлылары бар яуҙа ла
Һәр саҡ тоғро булды антына.
Һинең ейәндәрең, кәрәк булһа,
Атланасаҡ тағы атына.


Ҡуша үҫкән һымаҡ атланғанһың,
Төшмәҫһең һин мәңге атыңдан.
Ерҙә хаҡлыҡ өсөн тынмаҫ яуҙа
Һис ҡалмабыҙ һинең артыңдан,
Һис ҡалмабыҙ һинең артыңдан!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521