Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов ауылының урамы тулы халыҡ. Бөтәһе лә тулҡынланыу менән данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа асыласаҡ һәйкәл янына йыйыла. Һәм бына, ниһайәт, тантаналы минуттар ҙа килеп етте.Башҡортостан халҡын ҙур байрам менән ҡотларға Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры, Рәсәйҙең хәрби һәм тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде.
– Бөгөн Рәсәйҙең тарихын яңынан үҙгәртеп яҙырға теләүселәр табыла башланы. Улар ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҙур еңеү яулауын инҡар итмәксе. Улай фекер йөрөтөүселәргә мин шуны әйтер инем: әгәр һеҙ ошо яуға барып эләкһәгеҙ, генерал Миңлеғәле Шайморатов кеүек үҙегеҙҙе тота алыр инегеҙме? Ул бит, үҙенең ғүмерен аямай, һуңғы һулышҡаса иле өсөн яуҙа ҡалған. Генерал Шайморатов – юғары белемле хәрби зыялы. Ул уйғыр, ҡытай телдәрендә лә иркен һөйләшкән, хәрби разведкасы, дивизияның йәне! Бөгөн уға ҡуйыласаҡ һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Һынлы сәнғәт әҫәрен тыуҙырыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәтлемен, – тине Владимир Ростиславович.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, яҡташ яугир менән ғорурланыуын белдерҙе һәм телмәрен түбәндәге һүҙҙәр менән тамамланы:
– Минеңсә, бөгөндән был урын хәрби тарих менән генә түгел, үҙенең үткәне, ата-бабаларыбыҙҙың яугирлеге, ҡаһарманлығы хаҡында ла ҡыҙыҡһыныусылар өсөн сәйәхәт ҡылыу урынына әйләнер.
Саранан тулыраҡ репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Утлы йылдар, оҙон юлдар ашаҠайтыуыңды дүрт күҙ менән көттөк,
Урын һайлап ерем түренән.
Яҡташтарҙың нисек көткәндәре
Йөҙҙәрендә яҡшы күренә.
Тап ошолай ҡайтыуыңды көттө
Ерем, күпме күҙен талдырып.
Байрамдарҙа, бәйгеләрҙә һиңә
Ат бәйләргә урын ҡалдырып.
Ҡарашында, йөрәгендә бөгөн —
Яҡташтарҙың яҡты ер уйы.
Мәңгелеккә ат өҫтөндә ҡайтты
Халҡыбыҙҙың халыҡ геройы.
Һин һаман да ат өҫтөндә икән,
Уйың да юҡ атың бәйләргә.
Яҡташтарҙы мәңге рухландырып,
Бында ҡышлап, бында йәйләргә.
Аңға һыймаҫ батырлыҡтар ҡылып,
Еңеү юлын шулай башланың.
Ат өҫтөндә бары ҡылыс менән
Танктарға ҡаршы ташланып.
Димдән Бранденбург ҡапҡаһына
Саҡлы утлы юлдар һуҙылды.
Фашистарҙы өңдәренә ҡыуып,
Күпме даръя кисеп уҙылды.
Башҡорт атлылары бар яуҙа ла
Һәр саҡ тоғро булды антына.
Һинең ейәндәрең, кәрәк булһа,
Атланасаҡ тағы атына.
Ҡуша үҫкән һымаҡ атланғанһың,
Төшмәҫһең һин мәңге атыңдан.
Ерҙә хаҡлыҡ өсөн тынмаҫ яуҙа
Һис ҡалмабыҙ һинең артыңдан,
Һис ҡалмабыҙ һинең артыңдан!
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.