Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эштәренән халыҡ ҡәнәғәт
Эштәренән халыҡ ҡәнәғәт Тәбиғәт йәй менән хушлашырға өлгөрмәһә лә, “Коммунальник” йәмғиәте эшсәндәре күптән ҡышҡы хәстәрлектәр менән йәшәй.

— Коммуналь хужалыҡ өсөн ҡыштың һәр көнө — һынау. Шуға был осорға әҙерлекте йылытыу миҙгеле тамамлан­ғас та башлайбыҙ, – ти предприятие етәк­сеһе Фәнис Насиров. – Ремонт эштәре алдан раҫланған план буйынса алып барыла. Өҫтәүенә халыҡтан да заяв­ка йыйып, һәр береһен ваҡытында хәл итеү сараһын күрәбеҙ. Ошо арала ҡыш­ҡа әҙерлекте тулыһынса теүәл­ләйбеҙ.
Яуаплы коллектив хеҙмәтләндергән йорттар ҡараулы, төҙөк, коммуникациялар һәр саҡ һәйбәт эшләй. Предприятие Прибельский һәм Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советтары биләмәһендәге биш ауылды хеҙмәтләндерә. Уларҙа туғыҙ меңгә яҡын кеше йәшәй. Дөйөм торлаҡ майҙаны 24 мең квадрат метр тәшкил иткән йорттарҙы йылылыҡ, һыу менән тәьмин итәләр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығаралар. Эсәр һыу йыйып биреп торған дүрт ҡоролма ла ошо уҡ предприятиеныҡы.
Иң ҙурҙарҙан һаналған Прибельский ауы­лында күп ҡатлы йорттар үткән быуат­тың 70 – 80-се йылдарында төҙөлгән. Коммуналь селтәрҙәр туҙған. Ауыл буйлап һу­ҙылған 11 километр оҙонлоҡтағы йылы­лыҡ трассаһының дүрт саҡрымында полиуретанлы заманса торбалар ҡуйылған. Яңы­раҡ күп ҡатлы ике йортто ошо трас­саға тоташтырғандар. Ленин урамындағы берәүһенең йылытыу системаһы тулы­һынса яңыртылған. Өҫтәүенә, ҡышҡа әҙерлек программаһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың утыҙға яҡын подъезын ремонтлау бурысы ҡуйылған. Әле эш теүәлләнеү алдында. Байтаҡ йорттоң фасады яңыртылған.
Халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын тигән маҡсатты ла уңышлы тормошҡа ашыра предприятие уңғандары. Был йәһәттән ҡоролмаларҙың эшмәкәрлеге ныҡлы контролдә тотола. Үҙәк һыу үткәргесте ремонт башлаған ваҡытта уҡ төҙөкләндергәндәр. Селтәрҙе йыл һайын өсәр саҡрым оҙонлоҡта яңырта барыу маҡсаты ҡуйылған, һәм ул теүәл үтәлә. Хәҙер ауылда йәшәгәндәрҙең дә йортона һыу үткәрергә тырышыуы билдәле. Шуға бәйле хеҙмәтләндереү даирәһе киңәйә, эш ҡатмарлана. Предприятие хеҙмәткәрҙәре заявкалар буйынса ауылдарға ла сыға.
Предприятие эшсәндәре экологияны ла етди ҡайғырта. Ауылдарҙың тирә-яғында сүп өйөмдәренә юл ҡуймау маҡсатында көн һайын өс техника урындарға көнкүреш ҡалдыҡтары йыйырға юллана. Был халыҡ өсөн дә уңайлы. Эш ауыл хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә башҡарыла.
Шул уҡ ваҡытта күңелде ҡырған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, хеҙмәттәр өсөн ҡайһы бер кешеләрҙең ваҡытында түләмәүе эште тотҡарлай. Уларға ҡарата йоғонтоло саралар күрелә.
Энергияны һаҡсыл ҡулланыуға заманса техник һәм технологик яңылыҡтарҙы үҙләштереү ярҙамында ғына өлгәшергә мөмкин. Был маҡсатта Прибельский ауы­лындағы ҙур сығымлы ҡаҙанлыҡ урынына яңы модуллене ҡуйыу бурысы тора.
— Эшебеҙҙә һәр саҡ район хакимиә­тенең ярҙамына таянабыҙ. Был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителер тип ышанам, — ти Фәнис Насиров.
Ул әлеге тармаҡта 20 йылдан ашыу эшләй. Райондың Һарт-Шишмә ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, тыуған районына ҡайтып, яуаплы вазифалар башҡарған. 2012 йылда “Коммунальник” йәмғиәтенә етәкселек итә башлаған. Яҡташтарының ышанысын аҡлау өсөн ихлас тырыша Фәнис Ибәтулла улы. Предприятиеның “Бөтөн Рәсәй почет китабы” реестрына индерелеүе – үҙе ҙур ғорурлыҡ. Етәксе был ҡаҙанышты тотош коллективтың фиҙакәр хеҙмәте емеше тип баһалай.
Бында, ысынлап та, булдыҡлы, тырыш кешеләр тупланған. Мастерҙар Айҙар Абдуллин, Илдар Баһауетдинов, Нәзим Мөхөтдинов, экскаваторсы Ғаяз Кәримов, водителдәр Рәфил Арыҫланбәков, Миң­лейәр Үлмәҫҡолов, слесарь-сантехниктар Филүс Абдрахманов, Әлфир Садиҡов, иретеп йәбештереүселәр Хәмит Әбделмәнов, Рәмдис Ғайсин һәм башҡа уңғандар тәү­лектең һәр ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер. Ошондай күркәм һыҙаттары өсөн халыҡтан тик рәхмәт һүҙҙәре ишетә улар.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521