Тәбиғәт йәй менән хушлашырға өлгөрмәһә лә, “Коммунальник” йәмғиәте эшсәндәре күптән ҡышҡы хәстәрлектәр менән йәшәй. — Коммуналь хужалыҡ өсөн ҡыштың һәр көнө — һынау. Шуға был осорға әҙерлекте йылытыу миҙгеле тамамланғас та башлайбыҙ, – ти предприятие етәксеһе Фәнис Насиров. – Ремонт эштәре алдан раҫланған план буйынса алып барыла. Өҫтәүенә халыҡтан да заявка йыйып, һәр береһен ваҡытында хәл итеү сараһын күрәбеҙ. Ошо арала ҡышҡа әҙерлекте тулыһынса теүәлләйбеҙ.
Яуаплы коллектив хеҙмәтләндергән йорттар ҡараулы, төҙөк, коммуникациялар һәр саҡ һәйбәт эшләй. Предприятие Прибельский һәм Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советтары биләмәһендәге биш ауылды хеҙмәтләндерә. Уларҙа туғыҙ меңгә яҡын кеше йәшәй. Дөйөм торлаҡ майҙаны 24 мең квадрат метр тәшкил иткән йорттарҙы йылылыҡ, һыу менән тәьмин итәләр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығаралар. Эсәр һыу йыйып биреп торған дүрт ҡоролма ла ошо уҡ предприятиеныҡы.
Иң ҙурҙарҙан һаналған Прибельский ауылында күп ҡатлы йорттар үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында төҙөлгән. Коммуналь селтәрҙәр туҙған. Ауыл буйлап һуҙылған 11 километр оҙонлоҡтағы йылылыҡ трассаһының дүрт саҡрымында полиуретанлы заманса торбалар ҡуйылған. Яңыраҡ күп ҡатлы ике йортто ошо трассаға тоташтырғандар. Ленин урамындағы берәүһенең йылытыу системаһы тулыһынса яңыртылған. Өҫтәүенә, ҡышҡа әҙерлек программаһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың утыҙға яҡын подъезын ремонтлау бурысы ҡуйылған. Әле эш теүәлләнеү алдында. Байтаҡ йорттоң фасады яңыртылған.
Халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын тигән маҡсатты ла уңышлы тормошҡа ашыра предприятие уңғандары. Был йәһәттән ҡоролмаларҙың эшмәкәрлеге ныҡлы контролдә тотола. Үҙәк һыу үткәргесте ремонт башлаған ваҡытта уҡ төҙөкләндергәндәр. Селтәрҙе йыл һайын өсәр саҡрым оҙонлоҡта яңырта барыу маҡсаты ҡуйылған, һәм ул теүәл үтәлә. Хәҙер ауылда йәшәгәндәрҙең дә йортона һыу үткәрергә тырышыуы билдәле. Шуға бәйле хеҙмәтләндереү даирәһе киңәйә, эш ҡатмарлана. Предприятие хеҙмәткәрҙәре заявкалар буйынса ауылдарға ла сыға.
Предприятие эшсәндәре экологияны ла етди ҡайғырта. Ауылдарҙың тирә-яғында сүп өйөмдәренә юл ҡуймау маҡсатында көн һайын өс техника урындарға көнкүреш ҡалдыҡтары йыйырға юллана. Был халыҡ өсөн дә уңайлы. Эш ауыл хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә башҡарыла.
Шул уҡ ваҡытта күңелде ҡырған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, хеҙмәттәр өсөн ҡайһы бер кешеләрҙең ваҡытында түләмәүе эште тотҡарлай. Уларға ҡарата йоғонтоло саралар күрелә.
Энергияны һаҡсыл ҡулланыуға заманса техник һәм технологик яңылыҡтарҙы үҙләштереү ярҙамында ғына өлгәшергә мөмкин. Был маҡсатта Прибельский ауылындағы ҙур сығымлы ҡаҙанлыҡ урынына яңы модуллене ҡуйыу бурысы тора.
— Эшебеҙҙә һәр саҡ район хакимиәтенең ярҙамына таянабыҙ. Был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителер тип ышанам, — ти Фәнис Насиров.
Ул әлеге тармаҡта 20 йылдан ашыу эшләй. Райондың Һарт-Шишмә ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, тыуған районына ҡайтып, яуаплы вазифалар башҡарған. 2012 йылда “Коммунальник” йәмғиәтенә етәкселек итә башлаған. Яҡташтарының ышанысын аҡлау өсөн ихлас тырыша Фәнис Ибәтулла улы. Предприятиеның “Бөтөн Рәсәй почет китабы” реестрына индерелеүе – үҙе ҙур ғорурлыҡ. Етәксе был ҡаҙанышты тотош коллективтың фиҙакәр хеҙмәте емеше тип баһалай.
Бында, ысынлап та, булдыҡлы, тырыш кешеләр тупланған. Мастерҙар Айҙар Абдуллин, Илдар Баһауетдинов, Нәзим Мөхөтдинов, экскаваторсы Ғаяз Кәримов, водителдәр Рәфил Арыҫланбәков, Миңлейәр Үлмәҫҡолов, слесарь-сантехниктар Филүс Абдрахманов, Әлфир Садиҡов, иретеп йәбештереүселәр Хәмит Әбделмәнов, Рәмдис Ғайсин һәм башҡа уңғандар тәүлектең һәр ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер. Ошондай күркәм һыҙаттары өсөн халыҡтан тик рәхмәт һүҙҙәре ишетә улар.