Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөрләне башҡорт туйы!
Гөрләне башҡорт туйы! Ҡала эсендә – күҙҙең яуын алырҙай итеп биҙәлгән ете ҙур тирмә. Уларҙың янындағы ихатала шаулап-гөрләп башҡорт туйы үтә. Был әкиәт түгел, ә Өфөнөң “Ватан” этноауылында булған ысын хәл.

Хәҙер күпселек йәштәр өйләнешеүҙе бар хәленсә замансараҡ, “европаса” уҙғарырға тырыша: ҡунаҡтарын бер төҫкә кейенергә мәжбүр итә, никах алдынан донъя яңғыратып “девичник”, “мальчишник” ойоштора, ә туй көнөндә, байрамға килгән бар халыҡты “асыҡтырып-зарыҡтырып”, кәләш менән кейәү фотосессия үткәрә... Ныҡ тәнҡит итеп ташлауым да ихтимал, әммә “шәп” мәжлестәрҙән һуң күптәрҙән шундай фекерҙәр ишетергә тура килә.
Этноауылдағы тантана борондан һаҡланып килгән күркәм туй йолаларына ярашлы үткәрелде. Бер тирмә янында тантанаға килгән ҡунаҡтарҙы йылы аш менән һыйлаһалар, икенсеһендә кәләш, еңгә-апайҙар ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ҡаршыларға әҙерләнде, өсөнсөһөндә милли кейем күргәҙмәһе булдырылды. Сараны ойоштороусыларҙың береһе Наилә Рәмиева әйтеүенсә, туй үткәреүгә ҡала етәкселеге, республиканың һәр театры тиерлек ярҙам иткән. Хатта Әбйәлил районынан “Ағинәйҙәр” ҡоро ла килеп еткән. Улар байрам ихатаһын бейеү-таҡмаҡтары менән биҙәне. Бынан тыш, инәйҙәр йәш быуынға, килгән ҡунаҡтарға борондан килгән ғаилә ҡороу, өйләнешеү йолалары хаҡында бәйән итте. Этноауылда гөрләгән сараның төп маҡсаты ла бит ҡала халҡын туй ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыуға ҡайтып ҡала.
Кәләш менән кейәү ролендә – Регина менән Айнур Утарбаевтар.
– Бындай сарала ҡатнашыу ғаиләбеҙ өсөн ифрат мәртәбәле, – ти Айнур. – Теүәл өс йыл элек үҙебеҙҙең туйҙы ла милли йолаларҙы ҡулланып үткәргәйнек. Кәләшемдең тыуған йортона һыбай килдем. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған күркәм ғөрөф-ғәҙәтте һаҡларға кәрәк.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар осрашып (улар тантанаға йыйылған халыҡ араһынан һайлап алынды), ризалыҡ алып, кейәү менән кәләште һынаны. Уйын-көлкөгә, йыр-бейеүгә бай булды байрам. Сағыу таҫмалар, сылтыр тәңкәләр, бал-май ҡаптырып, киленде яҫтыҡҡа баҫтырыу... Быларҙың барыһы ла күңелдәге милли рухты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.


Автор: Г. МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519