Ҡала эсендә – күҙҙең яуын алырҙай итеп биҙәлгән ете ҙур тирмә. Уларҙың янындағы ихатала шаулап-гөрләп башҡорт туйы үтә. Был әкиәт түгел, ә Өфөнөң “Ватан” этноауылында булған ысын хәл.Хәҙер күпселек йәштәр өйләнешеүҙе бар хәленсә замансараҡ, “европаса” уҙғарырға тырыша: ҡунаҡтарын бер төҫкә кейенергә мәжбүр итә, никах алдынан донъя яңғыратып “девичник”, “мальчишник” ойоштора, ә туй көнөндә, байрамға килгән бар халыҡты “асыҡтырып-зарыҡтырып”, кәләш менән кейәү фотосессия үткәрә... Ныҡ тәнҡит итеп ташлауым да ихтимал, әммә “шәп” мәжлестәрҙән һуң күптәрҙән шундай фекерҙәр ишетергә тура килә.
Этноауылдағы тантана борондан һаҡланып килгән күркәм туй йолаларына ярашлы үткәрелде. Бер тирмә янында тантанаға килгән ҡунаҡтарҙы йылы аш менән һыйлаһалар, икенсеһендә кәләш, еңгә-апайҙар ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ҡаршыларға әҙерләнде, өсөнсөһөндә милли кейем күргәҙмәһе булдырылды. Сараны ойоштороусыларҙың береһе Наилә Рәмиева әйтеүенсә, туй үткәреүгә ҡала етәкселеге, республиканың һәр театры тиерлек ярҙам иткән. Хатта Әбйәлил районынан “Ағинәйҙәр” ҡоро ла килеп еткән. Улар байрам ихатаһын бейеү-таҡмаҡтары менән биҙәне. Бынан тыш, инәйҙәр йәш быуынға, килгән ҡунаҡтарға борондан килгән ғаилә ҡороу, өйләнешеү йолалары хаҡында бәйән итте. Этноауылда гөрләгән сараның төп маҡсаты ла бит ҡала халҡын туй ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыуға ҡайтып ҡала.
Кәләш менән кейәү ролендә – Регина менән Айнур Утарбаевтар.
– Бындай сарала ҡатнашыу ғаиләбеҙ өсөн ифрат мәртәбәле, – ти Айнур. – Теүәл өс йыл элек үҙебеҙҙең туйҙы ла милли йолаларҙы ҡулланып үткәргәйнек. Кәләшемдең тыуған йортона һыбай килдем. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған күркәм ғөрөф-ғәҙәтте һаҡларға кәрәк.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар осрашып (улар тантанаға йыйылған халыҡ араһынан һайлап алынды), ризалыҡ алып, кейәү менән кәләште һынаны. Уйын-көлкөгә, йыр-бейеүгә бай булды байрам. Сағыу таҫмалар, сылтыр тәңкәләр, бал-май ҡаптырып, киленде яҫтыҡҡа баҫтырыу... Быларҙың барыһы ла күңелдәге милли рухты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.