Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икмәк уңһа, йыр ҙа булыр
Икмәк уңһа, йыр ҙа булыр Һап-һары төҫкә мансылған баҫыу буйлап бер егет атлай. Ялан батыры эстән нимәлер көйләп тә алған һымаҡ. “Лейтер” хужалығының агрономы Юлай Әлимбаев ул. Көйгә килгәндә, кәйефе шәп егеттең, шуға моңлана: иген уңған, урып-һуғырға һауа торошо яҡшы тора, ниңә йырламаҫҡа, ти. Шулай, икмәк булһа, йыр ҙа булыр.

…Әллә ни бейек булмаған иген һабаҡ­тарын күреп, аптырап ҡалдыҡ: тубыҡтан түгел, ә кешене буйларлыҡ итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтлән­гәнбеҙ шул уларҙы.
— Шәп сортлы “экада-70” бойҙайын ярауайға сәстек. Һа­бағы әллә ни бейек түгел, әммә башаҡтары яҡшы, — тип һүҙ башланы Юлай, уйҙары­быҙҙы уҡығандай. – Иң мөһиме — ваҡытында һөрөлгән яланда культивация үткәре­леп, тиҙ ара­ла орлоҡ ергә инеп ятты. Сүп-сарҙан да ваҡытында та­ҙар­тыл­ды, хәйер, баҫыуҙың һап-һарылығына үҙегеҙ ҙә иғти­бар иткәнһегеҙҙер. Эш тейе­шенсә башҡарылғас, мул уңыш­ҡа иҫәп тотабыҙ: гектарынан 25-27 центнер сығыр тип торабыҙ.
Икмәк уңһа, йыр ҙа булырҘур хужалыҡ, әлбиттә, бер баҫыу менән генә сикләнмәй. Көҙ сәсеп ҡал­дырған 500-ҙән ашыу гектар бойҙай менән шунса уҡ арыш урып-һуғылған да инде. Гектарынан уртаса 27 центнер уңыш алғандар. Бор­саҡ та ырҙын­ға оҙатылған, гектар ҡеүәте 15 центнер тәшкил иткән.
Юлай менән баҫыу эштәре хаҡында һөйләшеп торған мәл­дә, янға игенде “тура”ға һуғып йөрөгән “Палессе”лар­ҙың бере­һе килеп туҡтаны. “КамАЗ”-ға бойҙайын бушатырға йыйына ул. Машина көткән арала “штур­мансы” менән дә ара­лашабыҙ:
— Эш хаҡы яҡшы, ваҡы­тында тү­ләнә. Һауа торошо тотороҡло булһа, тағы ни кәрәк – урып-һуғып тик йөрөй­бөҙ, — ти 32 йыл комбайнсы булып эшләгән Сергей Сочинцев.
Әйткәндәй, ул әлеге хужа­лыҡта биш йыл элек хеҙмәт урынын тапҡан, элек урындағы Ленин исемендәге колхоздың механизаторы булған. Шуныһы ҡыуа­ныслы: колхоздар тарихта ғына ҡалһа ла, Сергей Николаевич һымаҡ үҙ еренә береккән ир-атҡа Себер тарафтарына сы­ғып китмәҫ өсөн әле урындарҙа ”Лейтер” һымаҡ хужалыҡтар бар.
…Комбайн “икмәк эстафета­һы”н “КамАЗ”-ға тапшырғас, артынан саң бураны ҡалдырып, йәнә үҙ бурысын үтәргә тотондо. Агроном Юлай Әлим­баев та иген тулҡыны эсенә инеп китте. Үҙе бер баҫыуға, бер сағыу ҡояшҡа ҡарап йылмая бәхетле егет…

Риф БОХАРОВ, Ишембай районы хаки­миәте башлы­ғының ауыл хужалығы буйынса урын­баҫары:
— Районда әле иген культу­ра­лары­ның 36 проценты са­был­ған, 32 проценты һуғып алынған. Гектарға уртаса уңыш – 18,1 центнер. Шул уҡ ваҡытта ужым сәсеүгә төшөп киттек, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа туңға һөрөү башланды. Һауа торошо ошолай ғына торһа, ураҡты яҡшы һөҙөмтәләр менән тамам­ларға иҫәп тотабыҙ: орлоҡ та һалырға була, һатырға ла байтаҡ ҡына иген йыйыласаҡ (иң мөһиме — хаҡтар төшмә­һен).
Әйтергә кәрәк, һуңғы йыл­дар­ҙа районда ҡоролоҡ арҡа­һында әллә ни ҙур уңышҡа иҫәп тотоп булманы. Быйыл иһә хәлдәр яҡшы тора, шуға игенсе­ләрҙең кәйефе көр, кинәнеп эшләйҙәр.
Мал башына 20 центнер аҙыҡ әҙерләнде. Һауымға кил­гәндә, һәр һыйырҙан быйыл өс мең литр һөт алыуға өлгәш­тек, йыл аҙағына тиклем һө­ҙөмтәне 4,1-4,2 тоннаға тик­лем етке­рергә иҫәп тота­быҙ.
Күрһәткестәребеҙ респуб­ли­каны­ҡынан кәм түгел, шул уҡ ваҡытта тағы ла ҙурыраҡ маҡ­саттар ҡуйып эшләргә иҫәп то­табыҙ. Мәҫәлән, районда иген киптергес булдырыу план­лаш­ты­рылған. Әле бындай ҡорол­ма “Интернационал” хужа­лы­ғында ғына бар. Килә­сәктә кип­тергестәрҙе арттырыу игенде “тураға” һуғып, уңыш йыйыуҙы тиҙерәк башҡарып сығырға ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521