Һап-һары төҫкә мансылған баҫыу буйлап бер егет атлай. Ялан батыры эстән нимәлер көйләп тә алған һымаҡ. “Лейтер” хужалығының агрономы Юлай Әлимбаев ул. Көйгә килгәндә, кәйефе шәп егеттең, шуға моңлана: иген уңған, урып-һуғырға һауа торошо яҡшы тора, ниңә йырламаҫҡа, ти. Шулай, икмәк булһа, йыр ҙа булыр.…Әллә ни бейек булмаған иген һабаҡтарын күреп, аптырап ҡалдыҡ: тубыҡтан түгел, ә кешене буйларлыҡ итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ шул уларҙы.
— Шәп сортлы “экада-70” бойҙайын ярауайға сәстек. Һабағы әллә ни бейек түгел, әммә башаҡтары яҡшы, — тип һүҙ башланы Юлай, уйҙарыбыҙҙы уҡығандай. – Иң мөһиме — ваҡытында һөрөлгән яланда культивация үткәрелеп, тиҙ арала орлоҡ ергә инеп ятты. Сүп-сарҙан да ваҡытында таҙартылды, хәйер, баҫыуҙың һап-һарылығына үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Эш тейешенсә башҡарылғас, мул уңышҡа иҫәп тотабыҙ: гектарынан 25-27 центнер сығыр тип торабыҙ.
Ҙур хужалыҡ, әлбиттә, бер баҫыу менән генә сикләнмәй. Көҙ сәсеп ҡалдырған 500-ҙән ашыу гектар бойҙай менән шунса уҡ арыш урып-һуғылған да инде. Гектарынан уртаса 27 центнер уңыш алғандар. Борсаҡ та ырҙынға оҙатылған, гектар ҡеүәте 15 центнер тәшкил иткән.
Юлай менән баҫыу эштәре хаҡында һөйләшеп торған мәлдә, янға игенде “тура”ға һуғып йөрөгән “Палессе”ларҙың береһе килеп туҡтаны. “КамАЗ”-ға бойҙайын бушатырға йыйына ул. Машина көткән арала “штурмансы” менән дә аралашабыҙ:
— Эш хаҡы яҡшы, ваҡытында түләнә. Һауа торошо тотороҡло булһа, тағы ни кәрәк – урып-һуғып тик йөрөйбөҙ, — ти 32 йыл комбайнсы булып эшләгән Сергей Сочинцев.
Әйткәндәй, ул әлеге хужалыҡта биш йыл элек хеҙмәт урынын тапҡан, элек урындағы Ленин исемендәге колхоздың механизаторы булған. Шуныһы ҡыуаныслы: колхоздар тарихта ғына ҡалһа ла, Сергей Николаевич һымаҡ үҙ еренә береккән ир-атҡа Себер тарафтарына сығып китмәҫ өсөн әле урындарҙа ”Лейтер” һымаҡ хужалыҡтар бар.
…Комбайн “икмәк эстафетаһы”н “КамАЗ”-ға тапшырғас, артынан саң бураны ҡалдырып, йәнә үҙ бурысын үтәргә тотондо. Агроном Юлай Әлимбаев та иген тулҡыны эсенә инеп китте. Үҙе бер баҫыуға, бер сағыу ҡояшҡа ҡарап йылмая бәхетле егет…
Риф БОХАРОВ, Ишембай районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары:
— Районда әле иген культураларының 36 проценты сабылған, 32 проценты һуғып алынған. Гектарға уртаса уңыш – 18,1 центнер. Шул уҡ ваҡытта ужым сәсеүгә төшөп киттек, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа туңға һөрөү башланды. Һауа торошо ошолай ғына торһа, ураҡты яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамларға иҫәп тотабыҙ: орлоҡ та һалырға була, һатырға ла байтаҡ ҡына иген йыйыласаҡ (иң мөһиме — хаҡтар төшмәһен).
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа районда ҡоролоҡ арҡаһында әллә ни ҙур уңышҡа иҫәп тотоп булманы. Быйыл иһә хәлдәр яҡшы тора, шуға игенселәрҙең кәйефе көр, кинәнеп эшләйҙәр.
Мал башына 20 центнер аҙыҡ әҙерләнде. Һауымға килгәндә, һәр һыйырҙан быйыл өс мең литр һөт алыуға өлгәштек, йыл аҙағына тиклем һөҙөмтәне 4,1-4,2 тоннаға тиклем еткерергә иҫәп тотабыҙ.
Күрһәткестәребеҙ республиканыҡынан кәм түгел, шул уҡ ваҡытта тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып эшләргә иҫәп тотабыҙ. Мәҫәлән, районда иген киптергес булдырыу планлаштырылған. Әле бындай ҡоролма “Интернационал” хужалығында ғына бар. Киләсәктә киптергестәрҙе арттырыу игенде “тураға” һуғып, уңыш йыйыуҙы тиҙерәк башҡарып сығырға ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.