Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Янған йөрәк менән ысын, ихлас Тәбрик итәм изге юлыңды”
“Янған йөрәк менән ысын, ихлас Тәбрик итәм изге юлыңды” Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 135, Ғафури районы ойошторолоуға 85 йыл тулыу уңайынан төбәктә күркәм байрам ойошторолдо.


Сара бөйөк әҙиптең хакимиәт бинаһы ҡаршы­һындағы һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Элек кинотеатр эргәһендә торған был обелиск шағирҙың юбилейына әҙерлек барышында үҙәккә күсерелеп, ошо ерҙә Мәжит Ғафури исемендәге майҙан булды­рылғайны.
Байрамда ҡатнашыусылар әҙиптең рухы алдында баш эйеп, ул һалған изге юлдың киләсәктә тағы ла киңәйеренә ышаныс белдерҙе. Артабан райондың мәҙәниәт һарайында тантаналы ултырыш булды. Унда төп доклад менән хакимиәт башлығы Рәмил Бохаров сығыш яһап, төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы.
“Янған йөрәк менән ысын, ихлас Тәбрик итәм изге юлыңды”– Һуңғы йылдарҙа айырыуса ауыл хужалығы тармағында ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшелде, – тип билдәләне Рәмил Зәкәриә улы. – Мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса республикала алдынғылар рәтендә барабыҙ – былтыр 66 мең тонна йыйып алдыҡ. Төбәктә һәр гектарҙан үҫтереп алынған уңыш буйынса район тәүге өсәү иҫәбенә инә.
Етәксе әйтеүенсә, Ғафури республикала ауыл хужалығына яңы техника һатып алыуға инвестициялар буйынса – 9-сы, бер гектар майҙанда продукция етештереү йәһәтенән – 12-се, рентабеллелек (14,8 процент) буйынса 15-се урынды биләй. Заман технологияларын оҫта фай­ҙаланып эшләгәндәр ҙә ишәйә бара. Мәҫәлән, “Сатурн” крәҫтиән (фермер) хужалығында техникаға “ГЛОНАСС” спутник навигациялары аша идара ителә. Яңы тармаҡтарға ла иғтибар көсәйә. Әйтәйек, Игенйылға ауылындағы фермер хужалығында 200 баштан ашыу дөйәғош аҫрала. Үтәктә аҡ төлкө үрсетеү фермаһы барлыҡҡа килеүе лә – һөйөнөслө күренеш. Өҫтәүенә районда умартасылыҡ та ныҡлы үҫешә. Хәҙер инде күстәр һаны 20 мең баштан ашҡан. Бүтән тармаҡтар ҙа уңышлы эшләй. Рәмил Зәкәриә улы, уларҙың һәр береһенә айырым туҡталып, алдынғыларҙың исемен атап сыҡты. Сығыш яһаған башҡа етәкселәр ҙә районды маҡтап телгә алды.
“Янған йөрәк менән ысын, ихлас Тәбрик итәм изге юлыңды”– Ғафури тотороҡло үҫешә, һәм был ха­лыҡтың тормош-көнкүрешендә лә асыҡ сағыла, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, яҡташ­тарын тәбрикләп. – Тик уңыштарығыҙҙы күрһәтергә өйрәнегеҙ, баҫалҡылыҡтан сығырға ваҡыт.
Ғөмүмән, ғафуриҙарҙың шатлығын уртаҡ­лашырға, бөйөк әҙиптең яҡты рухы алдында баш эйергә ситтә йәшәгән яҡташтар күпләп ҡайтҡайны. Академик Ғиниәт Ҡунафин, шағир һәм драматург Кәбир Аҡбашев, күренекле яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупова, “Башҡорт­остан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина, Өфөләге “Тибет медицина үҙәге” етәксеһе Азат Фәйзуллин, шағир Кәрим Булат һәм башҡалар осрашыуға ашҡынып килгән. Тантана барышында республика Мәҙәниәт министрлығының бүлек мөдире Алһыу Сирғәлина министр Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмен еткерҙе. ”М. Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды етәксеһе Люция Камаева иһә бөйөк әҙиптең исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән өсөн район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа Мәжит Ғафури исемендәге премия тапшырҙы. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры тыуған төбәктең гимнын яҙған композитор Рәмил Ғимрани Фондтың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Байрамда “Ғафури районының почетлы гражданы” тигән исемгә лайыҡ булғандар ҙа тәбрикләнде. Был юғары баһа урындағы үҙәк дауахананың табип-хирургы Сәлимгәрәй Байгилдинға, Өфөләге 2-се стоматология поликлиникаһының баш табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Винер Ғафаровҡа бирелде.
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт менән бергә үрелеп барҙы.
Артабан байрам шағирҙың тыуған төйәге Еҙем-Ҡаран ауылында дауам итте. Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап булдырылған паркта, Ҡаран шишмәһе буйында урындағы һәүәҫкәрҙәр Сәрүәр Суринаның “Сыңрау торна” әҫәрен сәхнәләштерҙе. Ҡунаҡтар шағир эсеп үҫкән изге шишмә һыуын тәмләне, парк биләмәһе менән танышып сыҡты. Унан Мәжит Ғафуриҙың музейы алдындағы һәйкәлгә сәскә һалынды, рухи мөйөш менән танышып сығыу һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.
Ғөмүмән, ике күркәм ваҡиғаны берләштергән байрам ифрат матур үтте. Тыуған еренең, яҡташтарының бөгөнгө уңыштарын күрһә, бөйөк әҙип үҙенең “Бир ҡулыңды” шиғырындағылай:
“Янған йөрәк менән ысын, ихлас
Тәбрик итәм изге юлыңды”, –
тип ҡыуанысын, ғорурлығын белдерер, фатиха бирер ине кеүек.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521