Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 135, Ғафури районы ойошторолоуға 85 йыл тулыу уңайынан төбәктә күркәм байрам ойошторолдо.Сара бөйөк әҙиптең хакимиәт бинаһы ҡаршыһындағы һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Элек кинотеатр эргәһендә торған был обелиск шағирҙың юбилейына әҙерлек барышында үҙәккә күсерелеп, ошо ерҙә Мәжит Ғафури исемендәге майҙан булдырылғайны.
Байрамда ҡатнашыусылар әҙиптең рухы алдында баш эйеп, ул һалған изге юлдың киләсәктә тағы ла киңәйеренә ышаныс белдерҙе. Артабан райондың мәҙәниәт һарайында тантаналы ултырыш булды. Унда төп доклад менән хакимиәт башлығы Рәмил Бохаров сығыш яһап, төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы.
– Һуңғы йылдарҙа айырыуса ауыл хужалығы тармағында ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшелде, – тип билдәләне Рәмил Зәкәриә улы. – Мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса республикала алдынғылар рәтендә барабыҙ – былтыр 66 мең тонна йыйып алдыҡ. Төбәктә һәр гектарҙан үҫтереп алынған уңыш буйынса район тәүге өсәү иҫәбенә инә.
Етәксе әйтеүенсә, Ғафури республикала ауыл хужалығына яңы техника һатып алыуға инвестициялар буйынса – 9-сы, бер гектар майҙанда продукция етештереү йәһәтенән – 12-се, рентабеллелек (14,8 процент) буйынса 15-се урынды биләй. Заман технологияларын оҫта файҙаланып эшләгәндәр ҙә ишәйә бара. Мәҫәлән, “Сатурн” крәҫтиән (фермер) хужалығында техникаға “ГЛОНАСС” спутник навигациялары аша идара ителә. Яңы тармаҡтарға ла иғтибар көсәйә. Әйтәйек, Игенйылға ауылындағы фермер хужалығында 200 баштан ашыу дөйәғош аҫрала. Үтәктә аҡ төлкө үрсетеү фермаһы барлыҡҡа килеүе лә – һөйөнөслө күренеш. Өҫтәүенә районда умартасылыҡ та ныҡлы үҫешә. Хәҙер инде күстәр һаны 20 мең баштан ашҡан. Бүтән тармаҡтар ҙа уңышлы эшләй. Рәмил Зәкәриә улы, уларҙың һәр береһенә айырым туҡталып, алдынғыларҙың исемен атап сыҡты. Сығыш яһаған башҡа етәкселәр ҙә районды маҡтап телгә алды.
– Ғафури тотороҡло үҫешә, һәм был халыҡтың тормош-көнкүрешендә лә асыҡ сағыла, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, яҡташтарын тәбрикләп. – Тик уңыштарығыҙҙы күрһәтергә өйрәнегеҙ, баҫалҡылыҡтан сығырға ваҡыт.
Ғөмүмән, ғафуриҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға, бөйөк әҙиптең яҡты рухы алдында баш эйергә ситтә йәшәгән яҡташтар күпләп ҡайтҡайны. Академик Ғиниәт Ҡунафин, шағир һәм драматург Кәбир Аҡбашев, күренекле яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупова, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина, Өфөләге “Тибет медицина үҙәге” етәксеһе Азат Фәйзуллин, шағир Кәрим Булат һәм башҡалар осрашыуға ашҡынып килгән. Тантана барышында республика Мәҙәниәт министрлығының бүлек мөдире Алһыу Сирғәлина министр Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмен еткерҙе. ”М. Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды етәксеһе Люция Камаева иһә бөйөк әҙиптең исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән өсөн район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа Мәжит Ғафури исемендәге премия тапшырҙы. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры тыуған төбәктең гимнын яҙған композитор Рәмил Ғимрани Фондтың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Байрамда “Ғафури районының почетлы гражданы” тигән исемгә лайыҡ булғандар ҙа тәбрикләнде. Был юғары баһа урындағы үҙәк дауахананың табип-хирургы Сәлимгәрәй Байгилдинға, Өфөләге 2-се стоматология поликлиникаһының баш табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Винер Ғафаровҡа бирелде.
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт менән бергә үрелеп барҙы.
Артабан байрам шағирҙың тыуған төйәге Еҙем-Ҡаран ауылында дауам итте. Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап булдырылған паркта, Ҡаран шишмәһе буйында урындағы һәүәҫкәрҙәр Сәрүәр Суринаның “Сыңрау торна” әҫәрен сәхнәләштерҙе. Ҡунаҡтар шағир эсеп үҫкән изге шишмә һыуын тәмләне, парк биләмәһе менән танышып сыҡты. Унан Мәжит Ғафуриҙың музейы алдындағы һәйкәлгә сәскә һалынды, рухи мөйөш менән танышып сығыу һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.
Ғөмүмән, ике күркәм ваҡиғаны берләштергән байрам ифрат матур үтте. Тыуған еренең, яҡташтарының бөгөнгө уңыштарын күрһә, бөйөк әҙип үҙенең “Бир ҡулыңды” шиғырындағылай:
“Янған йөрәк менән ысын, ихлас
Тәбрик итәм изге юлыңды”, –
тип ҡыуанысын, ғорурлығын белдерер, фатиха бирер ине кеүек.