Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет кемгә йылмая?
Бәхет кемгә йылмая? Яхъя — төпкөл ауылдарҙың береһе. Хозур, бай тәбиғәтле, таулы-ташлы урында урынлашҡан был тораҡ эргәһенән тимер юлы үтә. Үҙенсәлекле, тырыш халыҡ йәшәй унда. Берәүҙәр — Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында, икенселәр — тимер юлында, өсөнсөләр Себергә китеп эшләй. Дүртенселәр иһә — йүнселдәр — үҙ эшен аса.
Шундай тырыш ғаиләләрҙең береһе – Рәмзилә менән Тимур Ғирфановтар. Эшҡыуарҙар йәшәгән йорт әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Ихатала, йорт алдында “Беларусь” тракторы, йөк машинаһы, сапҡыс, тағы әллә күпме техника теҙелгән. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр, бында ла күркәм ҡапҡа-ҡойма менән уратылып алынған ҙур йорт булдыҡлы ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй. Өйгә ингәс, быға тағы ла бер инандыҡ. Заманса итеп йыһазландырылған, аҫылмалы түбә ҡуйылған, һанап бөткөһөҙ бүлмәләре ялт итеп тора.
– Эшҡыуарлыҡ мөхитенә килеп эләгеүебеҙ көтмәгәндә, ҡапыл ғына булды, – тип һүҙен башланы ғаилә башлығы Тимур Мансур улы. – Сауҙа итеү көсәйгән йылдарҙа күп кенә эшҡыуарҙар барлыҡҡа килде. Беҙгә лә ошо өл­кә­лә ниңә эшләп ҡарамаҫ­ҡа, тип уйлаш­тыҡ та 2011 йылда үҙ эшебеҙҙе астыҡ.
– Үҙ эшебеҙҙе тигәс, шуны өҫтәп әйтергә кә­рәк, – тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Рәм­зилә Марат ҡыҙы. – Шәхси хужалыҡ ҡыҙыбыҙ Әлиә исе­мен­дә. Йәштәргә хәҙер дәү­ләт күп мөмкинлектәр бирә, ярҙам итә тип, хужалыҡты уның исеме­нә яҙҙырҙыҡ.
Бизнесҡа аяҡ баҫҡас, ғаилә ағзалары теге яҡтан да, был тарафтан да дилбегәне тартып ҡарай. Ауылда кирбес­тән ҙур итеп магазин һала, халыҡты кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. 15 баштан ашыу һыйыр малы, бихисап һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетә. Һыйырҙарҙы үҙҙәре һауып, һөтөн, ҡаймағын ма­газинға ҡуя йәки баҙарға сығарып һата. Миндеш, Ишем­бай, Яхъя ауылы мәктәптәре, балалар баҡсалары менән килешеү төҙөп, итте шунда тапшыралар.
Тырыш, эшһөйәр Тимур Мансур улы урман­сылыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Ул яҡын ауылдар халҡын утын менән тәьмин итә. Киләсәктә уң­ған хужалар халыҡҡа туй, төрлө ғаилә байрам­дарын үткәрергә урын булһын тип, кафе һалырға уйлай. Барлыҡ документ эшен Рәмзилә Марат ҡыҙы алып бара. Уңған хужабикә оҙаҡ йылдар колхозда бухгалтер, аҙаҡтан райпола һатыусы булып эшләгәнгә, иҫәп-хисап эшен дә яҡшы белә.
Ғаилә башлығы Тимур Мансур улы, бынан тыш, Ҡатау-Тамаҡ карьерында тейәгес машинисы.
– Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тиҙәр. Бөгөн ауылда ла гөрләтеп йәшәргә мөмкинлектәр бар. Ауылдаштарымдың уңыштарына ихлас шатланам. Бигерәк тә тыуған ерҙә төпләнеп, тырышып донъя көтөүе кинәндерә, – ти эшҡыуар.
Береһенән-береһе һылыу, аҡыллы, тырыш ҡыҙҙары – ата-әсәләренең төп ярҙамсылары. Өлкәне Әлиә – БДУ-ның география факультетының V курс студенты, Элиза менән Айгүзәл — мәктәп уҡыусылары.
– Ҡыҙҙарыбыҙҙан уңдыҡ, төҫкә бер-береһенә оҡшаһалар ҙа, холоҡтары төрлө. Әлиәбеҙ аш-һыуға әүәҫ, беҙгә телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерә. Шулай уҡ ҡул эштәренә лә оҫта. Элизабыҙ — ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ. Һыйыр ҙа һауа, магазинда ла һатыу итә. Ғөмүмән, бар эшкә лә өлгөрә. Айгүзәлебеҙ ҙә шуҡ ҡына, апаларынан өлгө алып үҫә, – ти Рәмзилә Марат ҡыҙы.
– Уңыш нигеҙе – ғаилә татыулығында. Бер-береңде аңлап, тыңлап, хөрмәт итһәң, бәхет йылмайырға тора. Ҡатыным, балаларым ярҙам итеп, дәртләндереп тормаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Шатлыҡта ла, ауыр ваҡыттарҙа ла һәр саҡ уларға таянам, – ти эшҡыуар Тимур Ғирфанов.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519