Яхъя — төпкөл ауылдарҙың береһе. Хозур, бай тәбиғәтле, таулы-ташлы урында урынлашҡан был тораҡ эргәһенән тимер юлы үтә. Үҙенсәлекле, тырыш халыҡ йәшәй унда. Берәүҙәр — Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында, икенселәр — тимер юлында, өсөнсөләр Себергә китеп эшләй. Дүртенселәр иһә — йүнселдәр — үҙ эшен аса. Шундай тырыш ғаиләләрҙең береһе – Рәмзилә менән Тимур Ғирфановтар. Эшҡыуарҙар йәшәгән йорт әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Ихатала, йорт алдында “Беларусь” тракторы, йөк машинаһы, сапҡыс, тағы әллә күпме техника теҙелгән. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр, бында ла күркәм ҡапҡа-ҡойма менән уратылып алынған ҙур йорт булдыҡлы ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй. Өйгә ингәс, быға тағы ла бер инандыҡ. Заманса итеп йыһазландырылған, аҫылмалы түбә ҡуйылған, һанап бөткөһөҙ бүлмәләре ялт итеп тора.
– Эшҡыуарлыҡ мөхитенә килеп эләгеүебеҙ көтмәгәндә, ҡапыл ғына булды, – тип һүҙен башланы ғаилә башлығы Тимур Мансур улы. – Сауҙа итеү көсәйгән йылдарҙа күп кенә эшҡыуарҙар барлыҡҡа килде. Беҙгә лә ошо өлкәлә ниңә эшләп ҡарамаҫҡа, тип уйлаштыҡ та 2011 йылда үҙ эшебеҙҙе астыҡ.
– Үҙ эшебеҙҙе тигәс, шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, – тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Рәмзилә Марат ҡыҙы. – Шәхси хужалыҡ ҡыҙыбыҙ Әлиә исемендә. Йәштәргә хәҙер дәүләт күп мөмкинлектәр бирә, ярҙам итә тип, хужалыҡты уның исеменә яҙҙырҙыҡ.
Бизнесҡа аяҡ баҫҡас, ғаилә ағзалары теге яҡтан да, был тарафтан да дилбегәне тартып ҡарай. Ауылда кирбестән ҙур итеп магазин һала, халыҡты кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. 15 баштан ашыу һыйыр малы, бихисап һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетә. Һыйырҙарҙы үҙҙәре һауып, һөтөн, ҡаймағын магазинға ҡуя йәки баҙарға сығарып һата. Миндеш, Ишембай, Яхъя ауылы мәктәптәре, балалар баҡсалары менән килешеү төҙөп, итте шунда тапшыралар.
Тырыш, эшһөйәр Тимур Мансур улы урмансылыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Ул яҡын ауылдар халҡын утын менән тәьмин итә. Киләсәктә уңған хужалар халыҡҡа туй, төрлө ғаилә байрамдарын үткәрергә урын булһын тип, кафе һалырға уйлай. Барлыҡ документ эшен Рәмзилә Марат ҡыҙы алып бара. Уңған хужабикә оҙаҡ йылдар колхозда бухгалтер, аҙаҡтан райпола һатыусы булып эшләгәнгә, иҫәп-хисап эшен дә яҡшы белә.
Ғаилә башлығы Тимур Мансур улы, бынан тыш, Ҡатау-Тамаҡ карьерында тейәгес машинисы.
– Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тиҙәр. Бөгөн ауылда ла гөрләтеп йәшәргә мөмкинлектәр бар. Ауылдаштарымдың уңыштарына ихлас шатланам. Бигерәк тә тыуған ерҙә төпләнеп, тырышып донъя көтөүе кинәндерә, – ти эшҡыуар.
Береһенән-береһе һылыу, аҡыллы, тырыш ҡыҙҙары – ата-әсәләренең төп ярҙамсылары. Өлкәне Әлиә – БДУ-ның география факультетының V курс студенты, Элиза менән Айгүзәл — мәктәп уҡыусылары.
– Ҡыҙҙарыбыҙҙан уңдыҡ, төҫкә бер-береһенә оҡшаһалар ҙа, холоҡтары төрлө. Әлиәбеҙ аш-һыуға әүәҫ, беҙгә телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерә. Шулай уҡ ҡул эштәренә лә оҫта. Элизабыҙ — ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ. Һыйыр ҙа һауа, магазинда ла һатыу итә. Ғөмүмән, бар эшкә лә өлгөрә. Айгүзәлебеҙ ҙә шуҡ ҡына, апаларынан өлгө алып үҫә, – ти Рәмзилә Марат ҡыҙы.
– Уңыш нигеҙе – ғаилә татыулығында. Бер-береңде аңлап, тыңлап, хөрмәт итһәң, бәхет йылмайырға тора. Ҡатыным, балаларым ярҙам итеп, дәртләндереп тормаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Шатлыҡта ла, ауыр ваҡыттарҙа ла һәр саҡ уларға таянам, – ти эшҡыуар Тимур Ғирфанов.