Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡатын-ҡыҙ шөғөлө тимәгеҙ...
Ҡатын-ҡыҙ шөғөлө тимәгеҙ... Юлиә Рәйес ҡыҙы зауыҡлы бәйләнгән кейем кейә башлағас, әхирәттәре унан эше хаҡында тәфсирләп һораша башлай. Бер аҙға юғалып ҡалған ханым дөрөҫөн әйтергә мәжбүр була. “Ирем бәйләп кейҙерҙе, оҡшаймы?” — тип барыһын да аптырата ул.

Матур итеп бәйләнгән, ярашлы төҫтәр нисбәте һайланған әйберҙәрҙе күргәс, беҙ ҙә бер аҙға юғалып ҡалдыҡ. Ысынлап та, ошондай гүзәллекте ир-егеттең ҡулы тыуҙырыуы хайран итте. Әйткәндәй, тарихҡа күҙ һалғанда, бәйләү тәүҙә ир-ат шөғөлө булған, аҡрынлап уны ҡатын-ҡыҙ үҙләштергән. Бөгөн бар күңелен һәм күҙ нурын һалып бәйләгән Ирек Ғәлиев кеүектәр бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр, моғайын.
— Тормошта төрлө хәл килеп сыға бит, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. — Уйламағанда проблемалар осрап, эштән китергә тура килде. Ҡыҙым Зөләйха менән декрет ялында ултырғанда, ҡатынымдың ырғаҡ менән бәйләү өсөн журналы ҡулыма килеп эләкте. Тәүҙә һүрәттәрен аҡтарып сыҡтым, бәләкәй ҡыҙҙар өсөн бик матур күлдәктәр күреп, шуны үҙемсә “әтмәләргә” тотондом. Башта шаҡмаҡлап итәген бәйләп ҡараным, аҙаҡ — яурынын. Килеп сығырға оҡшағас, тотондом эшкә. Күңелде өйкәп торған мәсьәлә лә бер аҙға онотолдо, тынысландым. Минең кәсепте күреп, Юлиә лә дәртләндерҙе.
Шулай Ирек Хөрмәтулла улы тәүҙә өлкән ҡыҙы Зөлхизәгә иҫ киткес матур күлдәк бәйләп кейҙерә. Артабан ҡатынына, малайҙарына, хатта үҙенә лә төрлө әйберҙәр бәйләргә тотона. Әйтергә кәрәк, улар магазиндыҡынан һис тә ҡайтыш түгел.
Сығышы менән Йылайыр районынан булған Ирек Ғәлиев әле Хәйбулла районының Садовый ауылында донъя көтә. Искәндәр, Исмәғил исемле батыр улдар, Зөлхизә менән Зөләйха исемле матур ҡыҙҙар тәрбиәләй. Күп балалы ғаиләләргә бирелгән бушлай ер участкаһында —Аҡъярҙа — күркәм йорт төҙөй. Ә инде буш ваҡыты ҡалдымы, ҡулына энәһен ала ла бәйләм тигән серле лә, мөғжизәле лә донъяға мөкиббән сума.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ғаилә башлығы төрлө мәҙәни сараларҙа ихлас һәм әүҙем ҡатнаша, “Таналыҡ” халыҡ театрының алмаштырғыһыҙ үҙешмәкәр артисы ла ул.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


  1. Мостафа
    Мостафа от 17.08.2015, 18:56
    Афарин, егет, нимэ тиhен инде!!! hокланырга гына кала ундай инсандарзан!!!

Комментарий өҫтәргә