Юлиә Рәйес ҡыҙы зауыҡлы бәйләнгән кейем кейә башлағас, әхирәттәре унан эше хаҡында тәфсирләп һораша башлай. Бер аҙға юғалып ҡалған ханым дөрөҫөн әйтергә мәжбүр була. “Ирем бәйләп кейҙерҙе, оҡшаймы?” — тип барыһын да аптырата ул.Матур итеп бәйләнгән, ярашлы төҫтәр нисбәте һайланған әйберҙәрҙе күргәс, беҙ ҙә бер аҙға юғалып ҡалдыҡ. Ысынлап та, ошондай гүзәллекте ир-егеттең ҡулы тыуҙырыуы хайран итте. Әйткәндәй, тарихҡа күҙ һалғанда, бәйләү тәүҙә ир-ат шөғөлө булған, аҡрынлап уны ҡатын-ҡыҙ үҙләштергән. Бөгөн бар күңелен һәм күҙ нурын һалып бәйләгән Ирек Ғәлиев кеүектәр бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр, моғайын.
— Тормошта төрлө хәл килеп сыға бит, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. — Уйламағанда проблемалар осрап, эштән китергә тура килде. Ҡыҙым Зөләйха менән декрет ялында ултырғанда, ҡатынымдың ырғаҡ менән бәйләү өсөн журналы ҡулыма килеп эләкте. Тәүҙә һүрәттәрен аҡтарып сыҡтым, бәләкәй ҡыҙҙар өсөн бик матур күлдәктәр күреп, шуны үҙемсә “әтмәләргә” тотондом. Башта шаҡмаҡлап итәген бәйләп ҡараным, аҙаҡ — яурынын. Килеп сығырға оҡшағас, тотондом эшкә. Күңелде өйкәп торған мәсьәлә лә бер аҙға онотолдо, тынысландым. Минең кәсепте күреп, Юлиә лә дәртләндерҙе.
Шулай Ирек Хөрмәтулла улы тәүҙә өлкән ҡыҙы Зөлхизәгә иҫ киткес матур күлдәк бәйләп кейҙерә. Артабан ҡатынына, малайҙарына, хатта үҙенә лә төрлө әйберҙәр бәйләргә тотона. Әйтергә кәрәк, улар магазиндыҡынан һис тә ҡайтыш түгел.
Сығышы менән Йылайыр районынан булған Ирек Ғәлиев әле Хәйбулла районының Садовый ауылында донъя көтә. Искәндәр, Исмәғил исемле батыр улдар, Зөлхизә менән Зөләйха исемле матур ҡыҙҙар тәрбиәләй. Күп балалы ғаиләләргә бирелгән бушлай ер участкаһында —Аҡъярҙа — күркәм йорт төҙөй. Ә инде буш ваҡыты ҡалдымы, ҡулына энәһен ала ла бәйләм тигән серле лә, мөғжизәле лә донъяға мөкиббән сума.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ғаилә башлығы төрлө мәҙәни сараларҙа ихлас һәм әүҙем ҡатнаша, “Таналыҡ” халыҡ театрының алмаштырғыһыҙ үҙешмәкәр артисы ла ул.