Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙә намыҫһыҙлыҡҡа юл ҡуйылманы
Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙәге кеүек күпләп хосусилаштырыуға юл ҡуймау, милекте бүлгәндә хеҙмәт коллективтарына предприятиеларҙың ысын милексеһе булыу мөмкинлеген биреп, республикалағы халыҡтың бөтә ҡатламдары өсөн социаль шарттар булдырып, ғәҙеллек тәьмин итеү буйынса эш башҡарылды. Шул уҡ ваҡытта етештереүҙе тейешле кимәлдә һаҡлап ҡалыу сараларын да күрҙеләр. Чек ярҙамында хосусилаштырыу халыҡты алдау алымы булды тигән фекерҙәр байтаҡ бөгөн. Бының сәбәбе шунда: закондарҙы белмәгән ябай халыҡ, аңлатыу эше алып барылыуға һәм даими иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, төрлө бысраҡ эштәргә йәлеп ителде, мутлашыусылар ҡулына эләкте. Ҡайһы бер намыҫһыҙҙар, кешеләрҙең ышанысынан һәм ҡанундарҙы белмәүенән файҙаланып, ҙур байлыҡ тупланы. Шул осорҙа федераль Хөкүмәт алып барған иҡтисади сәйәсәттең эҙмә-эҙлекле булмауы хосусилаштырыуҙағы байтаҡ етешһеҙлектәргә килтерҙе.
Хосусилаштырыу чектарының исемләнмәүе, Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән уларҙы ирекле һатып алыуға һәм һатыуға рөхсәт бирелеү һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә (Башҡортостан менән Татарстандан тыш) чек аукциондары ҡанундарҙы етди боҙоп үткәрелде. Мөлкәтте саманан тыш түбән баһалау һәм хосусилаштырыу чектарына арзан хаҡ ҡуйыу шарттарында байтаҡ коммерция структуралары һәм айырым кешеләр ошо чектарҙы күпләп ҡулға төшөрөп, уларға предприятиеларҙың акциялар пакетын һатып алды. Мәҫәлән, ул осорҙа “Известия” гәзите Мәскәү бизнесмены К. Бендукидзеның (һуңыраҡ Грузияның иҡтисад министры булды) Екатеринбургка бер нисә вагон ваучер килтереп, “Уралмаш” заводы акцияларының 30 процентын һатып алыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Ошондай күренештәрҙе иҫкәртеү өсөн беҙҙә ситтән килеп акциялар һатып алыусыларға айырым хаҡ ҡуйырға ҡарар ителде. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 17 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында хосусилаштырыуҙы яйға һалыу тураһында”ғы Указына ярашлы, республиканың хосусилаштырылған мөлкәте, тармаҡ үҙенсәлектәренә һәм предприятиеларҙың төп фондтары структураһына ҡарап, Рәсәйҙәге дөйөм хаҡтан 10 – 20 тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡҡа һатылды. Бер үк ваҡытта, акциялар һатып алғанда предприятиелар хеҙмәткәрҙәре өҫтөнлөктәргә эйә булһын өсөн, Башҡортостан Республикаһында бирелгән хосусилаштырыу чектарының хаҡы дүрт тапҡырға (Рәсәй буйынса 10 мең һум булһа, Башҡортостанда 40 мең һумға тиклем) индексацияланды. Өҫтәүенә, уларға акцияларҙың бер өлөшө (льготаларҙың тәүге варианты буйынса устав капиталының 25 процентына тиклеме) бушлай бирелде.
Башҡортостанда таратылған дүрт миллиондан ашыу чекты компьютерҙа теркәү һәм ябыҡ аукциондар үткәреү һөҙөмтәһендә республикабыҙ халҡы эйә булған акциялар күләме Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк тәшкил итте. Ошондай саралар ярҙамында хосусилаштырылған предприятиеларҙың акциялары хеҙмәт коллективтары ағзалары һәм дәүләт, шулай уҡ республикабыҙҙа таратылған чектарҙың хужалары ҡулында ҡалды. Һуңыраҡ был акцияларҙың нисек һәм ниндәй маҡсатта ҡулланылыуы — бөтөнләй башҡа, буталсыҡ хәл-ваҡиға.
1994 йылда Комитет Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт органдары араһында милекте айырыу буйынса килешеү өҫтөндә эшләне. Документ проектына А. Чубайс менән Х. Барлыбаев виза һалды, артабан уға Рәсәй Премьер-министры В. Черномырдин менән Башҡортостан Премьер-министры А. Копсов ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары араһында вәкәләттәрҙе айырыу тураһындағы ҙур договор һәм айырым өлкәләрҙәге килешеүҙәр Рәсәй Президенты Указы менән раҫланды. Килешеүгә ярашлы, дәүләт милкенең иң ҙур өлөшөнә Башҡортостандың дәүләт власы органдары хужа булды, һуңыраҡ был милек хосусилаштырылды. Һөҙөмтәлә республикала дәүләт милкенең 75 проценты самаһы (Рәсәй буйынса — уртаса 40 проценты) дәүләт ҡарамағында ҡалды. Башҡортостанға милек һатып алыу өсөн олигархтар үтеп инә алманы, шул уҡ ваҡытта башҡа төбәктәрҙә дәүләт мөлкәте күпләп уларҙың ҡулына эләкте. Килешеүгә беҙ Ырымбурҙа ХIХ быуатта башҡорттар тарафынан төҙөлгән Каруанһарай тураһындағы статьяны ла индергәйнек. Ырымбур өлкәһе хакимиәте менән килешелгәнсә, ул Башҡортостан милкенә тапшырылырға тейеш ине. Минең икенсе эшкә күсеүем, шулай уҡ республиканың ул саҡтағы етәкселеге тарафынан мәсьәләнең мөһимлеген аңлап етмәү сәбәпле, был эш тормошҡа ашырылманы.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитетының эшмәкәрлегендә ҙур дүрт йүнәлеш барлыҡҡа килде: 1) дәүләт һәм муниципаль мөлкәткә идара итеү; 2) дәүләт милкен хосусилаштырыу; 3) дәүләт мөлкәтен һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыу; 4) акцияларҙың дәүләт эйә булған өлөшөнә идара итеү һәм яңы ойошторолған акционерҙар йәмғиәттәренең эшмәкәрлеген көйләү. Ошо бурыстарҙы үтәүҙә шулай уҡ хоҡуҡ, финанс-иҡтисади һәм мәғлүмәт-аналитика идаралыҡтары ҙур ярҙам күрһәтте. Ер, урман, һыу, файҙалы ҡаҙылмалар һ.б. дәүләт милкен тәшкил иткәнгә күрә дәүләт комитеты был объекттарға идара итеүгә, ошо өлкәләрҙәге хоҡуҡи нормаларҙы эшләүгә йәлеп ителде. Көрсөк күренештәре предприятиеларҙы бөлгөнлөк сигенә еткерҙе. Ошоға бәйле Башҡортостандың Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитетында предприятиелар бөлгөнлөгө буйынса махсус агентлыҡ ойошторолдо. Уның алдына ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы бөлгөнлөк процедураларын рәсмиләштереүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. Республика райондары һәм ҡалаларында комитет етәкселегендә муниципаль мөлкәткә идара итеү органдары төҙөлдө.
Милеккә бәйле төрлө кимәлдәге күп яҡлы мәнфәғәттәр бәрелешә. Милек комитеты был йәһәттән байтаҡ ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итте. Әүәлерәк билдәһеҙ булған, яңы функцияларға һәм вәкәләттәргә ярашлы комитеттың ойоштороу структураһы төҙөлдө. Уға идара итеү һәм контроль органы булырға ғына түгел, шулай уҡ бик күп процедура эштәрен башҡарыусы учреждениеға әүерелергә тура килде. Был осорҙа бик күп яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереү, әүәлерәк берәү ҙә шөғөлләнмәгән, бер ерҙә лә өйрәнелмәгән эштәрҙе тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылды.
Тап ошо йылдарҙа республиканың башҡа власть органдары менән берлектә дәүләт комитетының артабанғы эшмәкәрлеге нигеҙҙәре һәм йүнәлештәре яйға һалынды. Был йүнәлештәр республикала заманса фонд (ҡиммәтле ҡағыҙҙар) баҙарын ойоштороуҙы һәм үҫтереүҙе, бөлгөнлөккә төшкән предприятиеларҙы үҙгәртеп ойоштороу һәм бөтөрөү эштәрен яйға һалыуҙы, етештереү-иҡтисади эшмәкәрлектең мөһим өлкәләрендә монополияны юҡҡа сығарыу һәм сәләмәт конкуренцияны үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуҙы, заман шарттарына ярашлы яңы финанс-инвестиция структуралары булдырыуҙы, эшҡыуарлыҡты, шул иҫәптән бәләкәй бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙе, цивилизациялы бизнес һәм маҡсатҡа ярашлы етештереү-иҡтисади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән коммерция ойошмалары төҙөүҙе, иҡтисадтың структураһын үҙгәртеп ҡороуҙы, сит ил һәм ватан инвесторҙарының әүҙемлеген үҫтереүҙе, етештереүҙе үҙгәртеп ҡороуҙы, эшһеҙлек һ.б. мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ эсенә алды.
Иҡтисад һәм иҡтисади теория өлкәһендә ғилми ҡарашлы, бай тәжрибәгә эйә белгестәрҙе йәлеп итеү һөҙөмтәһендә Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәште. Комитет рәйесе иҡтисад фәндәре докторы булһа, уның урынбаҫарҙары В. Власов, В. Василенко, Ф. Хантимеров, З. Әбдрәхимов — иҡтисад фәндәре кандидаттары, подразделениелар етәкселәренән Н. Исмәғилев — иҡтисад фәндәре докторы, А. Нафиҡов — иҡтисад фәндәре кандидаты, Э. Вәлиев техник фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәләргә эйә ине. В. Гаврилов, С. Мортазин, И. Әминев, Р. Собханғолов, А. Дәүләткилдин, Л. Макшукова, А. Килмәтов, И. Мөхәмәтйәнов, Р. Ғиләжетдинов, И. Булатов, Р. Зөбәйеров, А. Абдуллин, М. Ғәлимов, Р. Әсәҙуллин, Ф. Урманов, Р. Сафин, Ю. Андреев, Д. Смагина, Р. Уральцева, Р. Ғүмәров, Х. Әлибәков, К. Таҡтаев, И. Яҡупов һәм башҡалар үҙҙәрен дәүләт органдарында ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған юғары класлы белгес итеп күрһәтте. Һуңыраҡ уларҙың күбеһе мөһим дәүләт вазифаларын биләне.
1991 – 1995 йылдарҙа республикабыҙҙа предприятиеларҙы хосусилаштырыу һәм акционерлаштырыу Рәсәй ҡануниәтенә һәм улар нигеҙендә республикала ҡабул ителгән закон акттарына ярашлы тормошҡа ашырылды. Был эштә Рәсәй варианттары һәм схемалары, закондарҙың һәм ярҙамсы закон акттарының бөтә талаптары ҡәтғи үтәлде, республика урындағы үҙенсәлектәргә бәйле булған өҫтәмәләрен федераль органдар менән яраштырҙы. Атап әйткәндә, был хосусилаштырылған мөлкәт хаҡын ҡайтанан баһалауға, хосусилаштырыу чектары хаҡын арттырыуға, предприятиеларҙы акционерлаштырыуҙы дөйөм Рәсәй схемаһына күсереүгә һ.б. ҡағыла. Дәүләт комитеты, федераль ведомствоның махсус бойороғона ярашлы, Рәсәй Мөлкәткә идара итеү буйынса дәүләт комитетының территориаль агентлығы сифатында федераль милекте хосусилаштырыуҙы ла тормошҡа ашырҙы. Рәсәй дәүләт комитеты етәкселегенең Башҡортостандағы мөлкәт комитетының башҡа төбәктәр һәм федераль кимәл менән сағыштырғанда уңышлыраҡ эшләүен даими таныуы республикабыҙҙа был эштәрҙең намыҫлы башҡарылыуы хаҡында һөйләй.

Хәлил БАРЛЫБАЕВ,
иҡтисад фәндәре докторы,
РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 387

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 072

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 315

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 362

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 197

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 424

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 176

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 481

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 420

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 363

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 409

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 307