Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәшәҡәтле лә, мауыҡтырғыс та
 Мәшәҡәтле лә, мауыҡтырғыс та Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр табышлы шөғөл булыуы өсөн генә күңел һалһа, икенселәре унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәренә өйрәнеүҙән туҡтамай. Шундай оҫта умартасыларҙың береһе Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Ирғәле Хөсәйенов булыр.

Ул был кәсеп менән Ленин исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләгән сағында уҡ шөғөлләнә башлай. Үҙе тырыш, үҙе йүнсел, алдына ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырмайынса туҡтамаған Ирғәле Сәфәрғәле улынан хужалыҡ етәксеһе 1995 йылда колхоз умарталарын ҡарауын үтенә. Күңеленә бөтөнләй ят шөғөлгә тотонорға батырсылыҡ итеп кенә ҡалмай, Баймаҡта ойошторолған умартасылар курсында уҡып ҡайтырға ла өлгөрә Ирғәле.Үҙе лә бал ҡорто кеүек тырыш кешегә ниндәй эште башҡарһа ла барыбер тигәндәй, умартасылыҡ серҙәренә тиҙ төшөнә Ирғәле Хөсәйенов. Төрлө гәзит-журналдар алдыра, махсус китаптар уҡый, башҡалар менән бәйләнеш булдыра. Бигерәк тә Әбйәлилдән Мәҙинә Ибраһимова менән бер-береһенә ярҙам итеп, үҙ-ара кәңәшләшеп эшләй улар.
Йылдар дауамына һуҙылған дуҫлыҡ бөгөн дә дауам итә, ике райондың танылған умартасылары әле лә бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә.
Хуш еҫле, шифалы балды өҫтәлгә ултыртҡанға тиклем күпме тырышырға кәрәклеген тик умартасы үҙе генә беләлер. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә бал ҡорттарын арымай-талмай тәрбиәләү генә талап ителмәй, уларҙы төрлө сирҙәрҙән ҡурсалау, хатта умарталарҙы һаҡлау, етештерелгән балды һатыу кеүек эштәрҙе лә үҙҙәренә шәхсән башҡарырға тура килә. Табышлы кәсеп булһа ла, мәшәҡәте лә, эше лә етерлек, ти оҫта умартасы.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2003 йылдан шәхси умартасылыҡ менән шөғөлләнә башланым. Әле 20-нән ашыу умарта ҡортом бар. Үҙебеҙгә, ситкә һатырлыҡ бал йыйып алабыҙ, әммә яҡында йүкә ағасының булмауы, хәҙер хужалыҡтарҙа бал биреүсе үләндәрҙең сәселмәүе бер аҙ мәшәҡәт тыуҙыра. Шунлыҡтан умарталарҙы йорт янында ултыртырға тура килә, хәҙер олоғайғас, уны төнөн ҡарауыллап йөрөүе лә еңелдән түгел. Бал ҡорто бигерәк наҙлы, шуға күрә уларҙы тәрбиәләүҙә наҙ һәм хәстәрлек кәрәк. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Умартасы балта оҫтаһы ла, тәрән психолог та, доктор ҙа булырға тейеш. Сабырлы, түҙемле булғанда ғына бал ҡорттары менән дуҫлашырға мөмкин. Яр һалып ҡысҡырып тороусыларҙы улар яратмай, тәмәке тартып, араҡы эсеүселәрҙе лә үҙ итмәй. Умарта өсөн бар кәрәк-яраҡты ла үҙем яһайым, – ти Ирғәле Хөсәйенов.
Зәһүрә Абрар ҡыҙы ла иренең бар башланғыстарын хуплап, уға ярҙам итә, үҙе лә хәҙер оҫта умартасыға әйләнгән. Хөсәйеновтарҙың сифатлы, шифалы балын һатып алыусылар бихисап: ауылдаштары ла, туғандары ла үҙҙәре килеп ала, артығын ауыл хужалығы йәрминкәләренә алып сыға.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521