Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр табышлы шөғөл булыуы өсөн генә күңел һалһа, икенселәре унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәренә өйрәнеүҙән туҡтамай. Шундай оҫта умартасыларҙың береһе Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Ирғәле Хөсәйенов булыр.Ул был кәсеп менән Ленин исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләгән сағында уҡ шөғөлләнә башлай. Үҙе тырыш, үҙе йүнсел, алдына ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырмайынса туҡтамаған Ирғәле Сәфәрғәле улынан хужалыҡ етәксеһе 1995 йылда колхоз умарталарын ҡарауын үтенә. Күңеленә бөтөнләй ят шөғөлгә тотонорға батырсылыҡ итеп кенә ҡалмай, Баймаҡта ойошторолған умартасылар курсында уҡып ҡайтырға ла өлгөрә Ирғәле.Үҙе лә бал ҡорто кеүек тырыш кешегә ниндәй эште башҡарһа ла барыбер тигәндәй, умартасылыҡ серҙәренә тиҙ төшөнә Ирғәле Хөсәйенов. Төрлө гәзит-журналдар алдыра, махсус китаптар уҡый, башҡалар менән бәйләнеш булдыра. Бигерәк тә Әбйәлилдән Мәҙинә Ибраһимова менән бер-береһенә ярҙам итеп, үҙ-ара кәңәшләшеп эшләй улар.
Йылдар дауамына һуҙылған дуҫлыҡ бөгөн дә дауам итә, ике райондың танылған умартасылары әле лә бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә.
Хуш еҫле, шифалы балды өҫтәлгә ултыртҡанға тиклем күпме тырышырға кәрәклеген тик умартасы үҙе генә беләлер. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә бал ҡорттарын арымай-талмай тәрбиәләү генә талап ителмәй, уларҙы төрлө сирҙәрҙән ҡурсалау, хатта умарталарҙы һаҡлау, етештерелгән балды һатыу кеүек эштәрҙе лә үҙҙәренә шәхсән башҡарырға тура килә. Табышлы кәсеп булһа ла, мәшәҡәте лә, эше лә етерлек, ти оҫта умартасы.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2003 йылдан шәхси умартасылыҡ менән шөғөлләнә башланым. Әле 20-нән ашыу умарта ҡортом бар. Үҙебеҙгә, ситкә һатырлыҡ бал йыйып алабыҙ, әммә яҡында йүкә ағасының булмауы, хәҙер хужалыҡтарҙа бал биреүсе үләндәрҙең сәселмәүе бер аҙ мәшәҡәт тыуҙыра. Шунлыҡтан умарталарҙы йорт янында ултыртырға тура килә, хәҙер олоғайғас, уны төнөн ҡарауыллап йөрөүе лә еңелдән түгел. Бал ҡорто бигерәк наҙлы, шуға күрә уларҙы тәрбиәләүҙә наҙ һәм хәстәрлек кәрәк. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Умартасы балта оҫтаһы ла, тәрән психолог та, доктор ҙа булырға тейеш. Сабырлы, түҙемле булғанда ғына бал ҡорттары менән дуҫлашырға мөмкин. Яр һалып ҡысҡырып тороусыларҙы улар яратмай, тәмәке тартып, араҡы эсеүселәрҙе лә үҙ итмәй. Умарта өсөн бар кәрәк-яраҡты ла үҙем яһайым, – ти Ирғәле Хөсәйенов.
Зәһүрә Абрар ҡыҙы ла иренең бар башланғыстарын хуплап, уға ярҙам итә, үҙе лә хәҙер оҫта умартасыға әйләнгән. Хөсәйеновтарҙың сифатлы, шифалы балын һатып алыусылар бихисап: ауылдаштары ла, туғандары ла үҙҙәре килеп ала, артығын ауыл хужалығы йәрминкәләренә алып сыға.