Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет ҡайҙан килә?
Бәхет ҡайҙан килә? Бәхет йәш түккәнгә түгел, ә тир түккәнгә килә, тиҙәр. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына Республика йортонда үткән хеҙмәт уңғандарын ҡотлау тантанаһында тағы бер тапҡыр инандыҡ. Дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине: ғалим, табип, эшҡыуар, тракторсы, йырсы, уҡытыусы... Уларҙың барыһын да һөнәренә тоғролоҡ, фиҙакәрлек берләштерә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов та әйтте.


Рәмил Мөхәмәдйәровтың Белорет металлургия комбинатында эшләүенә тиҙҙән 30 йыл тула. Ул – канат цехында машинист. Ябай ғына хеҙмәтенең Баш­ҡорт­остан Респуб­ли­ка­һының Почет гра­мотаһы менән ба­һала­ны­уына ҡы­уа­нысын йәшерә алмай. Нәҡил Рәх­мәтов та ошондай уҡ тойғо кисерә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының ер аҫты шарт­латыу­сы­һы Нәҡил Мәжит улына “Баш­ҡорт­ос­тан Рес­пуб­лика­һы­ның атҡаҙанған шахтеры” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Х. Єхмәтов исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт фи­лар­мо­ния­һы солисы Айгөл Ћағын­баева­ны республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Уның моңо тамашасы һөйөүен күптән яу­лаған. Йырсыға Башҡортостан Рес­публикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Ошондай уҡ дәүләт наградаһына Єбйәлил районының Асҡар ауыл хакимиәте башлығы Иршат Малыбаев, “Чернобыль” союзының ветерандар, инвалидтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Азат Фәй­зуллин, ошо уҡ ойошманың Борай райо­нындағы бүлексәһе етәксеһе Фидарис Шәмсийәров, Илеш районының Љужбахты ауыл хакимиәте башлығы Єлфрит Хәтмуллин лайыҡ булды.
– Чернобылдәге фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республикабыҙҙан 3 мең 700 кеше ҡатнашҡайны. Єле уларҙың ике меңдән ашыуы иҫән-һау, – тине Азат Фәйзулла улы.
Тантанала бүләкләнгән һәр кемдең фиҙакәр хеҙмәте, уңыштары хаҡында әллә күпме бәйән итергә мөмкин булыр ине.


Автор: А. НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523