Бәхет йәш түккәнгә түгел, ә тир түккәнгә килә, тиҙәр. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына Республика йортонда үткән хеҙмәт уңғандарын ҡотлау тантанаһында тағы бер тапҡыр инандыҡ. Дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине: ғалим, табип, эшҡыуар, тракторсы, йырсы, уҡытыусы... Уларҙың барыһын да һөнәренә тоғролоҡ, фиҙакәрлек берләштерә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов та әйтте.Рәмил Мөхәмәдйәровтың Белорет металлургия комбинатында эшләүенә тиҙҙән 30 йыл тула. Ул – канат цехында машинист. Ябай ғына хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән баһаланыуына ҡыуанысын йәшерә алмай. Нәҡил Рәхмәтов та ошондай уҡ тойғо кисерә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының ер аҫты шартлатыусыһы Нәҡил Мәжит улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Х. Єхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Айгөл Ћағынбаеваны республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Уның моңо тамашасы һөйөүен күптән яулаған. Йырсыға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Ошондай уҡ дәүләт наградаһына Єбйәлил районының Асҡар ауыл хакимиәте башлығы Иршат Малыбаев, “Чернобыль” союзының ветерандар, инвалидтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Азат Фәйзуллин, ошо уҡ ойошманың Борай районындағы бүлексәһе етәксеһе Фидарис Шәмсийәров, Илеш районының Љужбахты ауыл хакимиәте башлығы Єлфрит Хәтмуллин лайыҡ булды.
– Чернобылдәге фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республикабыҙҙан 3 мең 700 кеше ҡатнашҡайны. Єле уларҙың ике меңдән ашыуы иҫән-һау, – тине Азат Фәйзулла улы.
Тантанала бүләкләнгән һәр кемдең фиҙакәр хеҙмәте, уңыштары хаҡында әллә күпме бәйән итергә мөмкин булыр ине.