Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтереңдәме? Хәтерҙә...
Хәтереңдәме? Хәтерҙә... “Шәхестәре хәтерле булыу йәмғиәттәрҙең үә милләттәрҙең юғары күтәрелеүенә, әммә шәхестәренең хәтерһеҙ булыуҙары милләттәрҙең түбән төшөүенә көслө сәбәптәрҙән икәнлеге дөрөҫ тәжрибәләр менән иҫбат” тип яҙа билдәле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин. Боронғоларҙың күркәм йәшәү өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү – ҡиммәтле бурыстарҙың береһе. Был йәһәттән Бөйөк Ватан һуғышына оҙатылып, тыуған ере, иле өсөн көрәштә батырлыҡ күрһәткән, ғүмерен аямаған егеттәрҙең, ағай-атайҙарҙың миҫалы айырым иғтибарға, хөрмәткә лайыҡ. Ошондайҙар хаҡында бәйән иткән хаттарҙың редакцияға һаман килеүе Башҡортостан, Рәсәй халыҡтарының хәтер ебе ныҡлы булыуына, яугирҙәрҙең, тыл батырҙарының рухы йәшәүенә ишаралай.

Учалы тарафынан Ғәлинур Раҡаев исемле авторыбыҙ яҙған хат та “Олатайым Сәмиғулла Морат улы тиҫтерҙәре араһында уҡымышлылығы менән айырылып торған. Ете класты тамамлағас, ауыл Советында иҫәпсе булып эшләй. Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, тик уны уҡып бөтөргә форсат сыҡмай, һуғыш башлана...” тигән юлдар менән асыла. Артабан иһә унда Сәмиғулла Раҡаевтың фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ҡаһарманлыҡ күрһәтеүе, 1943 йылда Приорка ҡасабаһы янында ике снайперҙы юҡ итеп, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән бүләкләнеүе хаҡында хәбәр ителә. “Олатай һуғыштан ҡайтҡас та колхоз, ауыл эштәренә сумған, илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышҡан. Хеҙмәтте ауырға йә еңелгә айырмаған: һалым агенты, көтөүсе, хат ташыусы булып та эшләгән ул. Һуңғы йылдарҙа почта бүлексәһен етәкләй. Балалары, ейән-ейән­сәрҙәре Сәми­ғулла Раҡаев ту­ра­һында йылы иҫтәлек һаҡлай, унан өлгө алып йәшәй”, тип тамамлана хат юлдары.
Хәтереңдәме? Хәтерҙә...Өфө ҡалаһында йәшәгән Зәйфәрә Ҡарабула­тованан килгән хат Мәсетле районының Ясин ауы­лында тыуып үҫкән Иштуған Ғүмә­ровтың еңел булма­ған тормош юлы хаҡында. “Ғүмәров­тар ғаилә­һе нахаҡҡа ғәйеп­ләнеп, һөргөнгә оҙа­­тыла. Унан ҡайт­­ҡас, Силә­бе өлкәһендә йәшәр­гә тура килә. IX клас­та ғына белем ал­ған Иштуған әрме сафына алына. 1944 йылға тиклем Төмән ҡалаһында мино­мет­сыға уҡый, артабан – фронтҡа... “Беҙҙең гвардия Висланың аръяғында дошманды ҡыйратты. Ярты Польшаны үттек инде”, – тип яҙҙы ул һуңғы хатында. Башта хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килә. Аҙаҡ шуныһы асыҡлана: Иштуған Ғүмәров ҡаты яраланып һәләк була һәм Польшалағы ҡәберлектә ерләнә. 1997 йылда улы Вәрис унда барып, ҡәберенә сәскәләр һала. Иштуған ағайымдың исеме Польшала нәшер ителгән “Хәтер” китабына яҙылған”, тиелә унда. Автор редакцияға ебәргән конвертҡа яҙма геройының өсмөйөшлө хатын да һалырға онотмаған. Уныһы иһә – үҙе бер тере хәтер.
“Минең олатайым Солтан Әхмәтгәрәев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиация полкы механигы вазифаһын лайыҡлы башҡара, хәрби ис­требителдәрҙе, бомбардировщиктарҙы йүнәтеү, әҙерләү менән шөғөлләнә”, тип башлана сираттағы хат. Уны беҙгә Өфө ҡалаһынан Ғәлиә Мансурова исемле йәш авторыбыҙ яҙып ебәргән. “Ҡәҙерлебеҙ үҙе пилот булмаһа ла, самолеттар уның булмышына әүерелә. Һауалағы летчиктың да, ерҙәге механиктың да һәр аҙы­мы үткерлек, иғти­бар талап итә. Заманында эҫеһенә, сатлама һыуы­ғына, ел-ям­- ғы­рына ҡара­май, тубыҡ­тан бат­­ҡаҡ- ­ҡа батып та әҙер­лә­гәндәр бит бомбар­­ди- ровщиктарҙы”.
Яҙмала һүҙ барған Солтан Әхмәтгәрәев 1918 йыл­­да Дәүләкән райо­нының Буран­ғол ауылын­да тыуған. Ошо уҡ ра­йондың ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, Чкалов өлкәһенең Белозерск районына машина-трактор стан­ция­һы аг­­ро­- номы итеп ебә­ре­лә. 1938 йылдың көҙөндә иһә авиамеханиктар мәктә­бенең курсанты булып китә йәш егет.
“Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса хәрби осоштар өсөн яуаплы була, Японияға ҡаршы яуҙа ҡатнаша, миҙалдарға лайыҡ була. 1946 йылда тыуған яғына ҡайтып, “Асылыкүл” МТС-ы агрономы булып Ватанына тоғро хеҙмәтен дауам итә. Еңеү өсөн яуҙа, тылда, техник тәьмин итеү кеүек һәр өлкәлә тырышып хеҙмәт иткән батырҙарыбыҙ хаҡында һис тә оноторға ярамай, уларҙан өлгө алайыҡ”, тип тамамлана хат юлдары.
Йәмле июнь айын шаңҡытып башланған дәһшәтле һуғыштың еле ҡағылмаған ғаилә юҡ тиерлек, әсе яҙмыш бер кемде лә урап үтмәгән. Ошо утлы замандарҙа юғалып ҡалмай, ил именлеге өсөн көрәшкән батыр егет һәм уландарға, тыл уңғандарына тағы бер ҡат оло рәхмәтебеҙҙе еткереү яҙыҡ булмаҫ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519