“Шәхестәре хәтерле булыу йәмғиәттәрҙең үә милләттәрҙең юғары күтәрелеүенә, әммә шәхестәренең хәтерһеҙ булыуҙары милләттәрҙең түбән төшөүенә көслө сәбәптәрҙән икәнлеге дөрөҫ тәжрибәләр менән иҫбат” тип яҙа билдәле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин. Боронғоларҙың күркәм йәшәү өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү – ҡиммәтле бурыстарҙың береһе. Был йәһәттән Бөйөк Ватан һуғышына оҙатылып, тыуған ере, иле өсөн көрәштә батырлыҡ күрһәткән, ғүмерен аямаған егеттәрҙең, ағай-атайҙарҙың миҫалы айырым иғтибарға, хөрмәткә лайыҡ. Ошондайҙар хаҡында бәйән иткән хаттарҙың редакцияға һаман килеүе Башҡортостан, Рәсәй халыҡтарының хәтер ебе ныҡлы булыуына, яугирҙәрҙең, тыл батырҙарының рухы йәшәүенә ишаралай.
Учалы тарафынан Ғәлинур Раҡаев исемле авторыбыҙ яҙған хат та “Олатайым Сәмиғулла Морат улы тиҫтерҙәре араһында уҡымышлылығы менән айырылып торған. Ете класты тамамлағас, ауыл Советында иҫәпсе булып эшләй. Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, тик уны уҡып бөтөргә форсат сыҡмай, һуғыш башлана...” тигән юлдар менән асыла. Артабан иһә унда Сәмиғулла Раҡаевтың фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ҡаһарманлыҡ күрһәтеүе, 1943 йылда Приорка ҡасабаһы янында ике снайперҙы юҡ итеп, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән бүләкләнеүе хаҡында хәбәр ителә. “Олатай һуғыштан ҡайтҡас та колхоз, ауыл эштәренә сумған, илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышҡан. Хеҙмәтте ауырға йә еңелгә айырмаған: һалым агенты, көтөүсе, хат ташыусы булып та эшләгән ул. Һуңғы йылдарҙа почта бүлексәһен етәкләй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре Сәмиғулла Раҡаев тураһында йылы иҫтәлек һаҡлай, унан өлгө алып йәшәй”, тип тамамлана хат юлдары.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Зәйфәрә Ҡарабулатованан килгән хат Мәсетле районының Ясин ауылында тыуып үҫкән Иштуған Ғүмәровтың еңел булмаған тормош юлы хаҡында. “Ғүмәровтар ғаиләһе нахаҡҡа ғәйепләнеп, һөргөнгә оҙатыла. Унан ҡайтҡас, Силәбе өлкәһендә йәшәргә тура килә. IX класта ғына белем алған Иштуған әрме сафына алына. 1944 йылға тиклем Төмән ҡалаһында минометсыға уҡый, артабан – фронтҡа... “Беҙҙең гвардия Висланың аръяғында дошманды ҡыйратты. Ярты Польшаны үттек инде”, – тип яҙҙы ул һуңғы хатында. Башта хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килә. Аҙаҡ шуныһы асыҡлана: Иштуған Ғүмәров ҡаты яраланып һәләк була һәм Польшалағы ҡәберлектә ерләнә. 1997 йылда улы Вәрис унда барып, ҡәберенә сәскәләр һала. Иштуған ағайымдың исеме Польшала нәшер ителгән “Хәтер” китабына яҙылған”, тиелә унда. Автор редакцияға ебәргән конвертҡа яҙма геройының өсмөйөшлө хатын да һалырға онотмаған. Уныһы иһә – үҙе бер тере хәтер.
“Минең олатайым Солтан Әхмәтгәрәев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиация полкы механигы вазифаһын лайыҡлы башҡара, хәрби истребителдәрҙе, бомбардировщиктарҙы йүнәтеү, әҙерләү менән шөғөлләнә”, тип башлана сираттағы хат. Уны беҙгә Өфө ҡалаһынан Ғәлиә Мансурова исемле йәш авторыбыҙ яҙып ебәргән. “Ҡәҙерлебеҙ үҙе пилот булмаһа ла, самолеттар уның булмышына әүерелә. Һауалағы летчиктың да, ерҙәге механиктың да һәр аҙымы үткерлек, иғтибар талап итә. Заманында эҫеһенә, сатлама һыуығына, ел-ям- ғырына ҡарамай, тубыҡтан батҡаҡ- ҡа батып та әҙерләгәндәр бит бомбарди- ровщиктарҙы”.
Яҙмала һүҙ барған Солтан Әхмәтгәрәев 1918 йылда Дәүләкән районының Буранғол ауылында тыуған. Ошо уҡ райондың ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, Чкалов өлкәһенең Белозерск районына машина-трактор станцияһы агро- номы итеп ебәрелә. 1938 йылдың көҙөндә иһә авиамеханиктар мәктәбенең курсанты булып китә йәш егет.
“Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса хәрби осоштар өсөн яуаплы була, Японияға ҡаршы яуҙа ҡатнаша, миҙалдарға лайыҡ була. 1946 йылда тыуған яғына ҡайтып, “Асылыкүл” МТС-ы агрономы булып Ватанына тоғро хеҙмәтен дауам итә. Еңеү өсөн яуҙа, тылда, техник тәьмин итеү кеүек һәр өлкәлә тырышып хеҙмәт иткән батырҙарыбыҙ хаҡында һис тә оноторға ярамай, уларҙан өлгө алайыҡ”, тип тамамлана хат юлдары.
Йәмле июнь айын шаңҡытып башланған дәһшәтле һуғыштың еле ҡағылмаған ғаилә юҡ тиерлек, әсе яҙмыш бер кемде лә урап үтмәгән. Ошо утлы замандарҙа юғалып ҡалмай, ил именлеге өсөн көрәшкән батыр егет һәм уландарға, тыл уңғандарына тағы бер ҡат оло рәхмәтебеҙҙе еткереү яҙыҡ булмаҫ.