Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырмыҫҡаларҙай татыу булайыҡ
“Шул ауылда шуның балаһы эсеп үлгән”, “берәү үҙ-үҙенә ҡул һалған”, “йәштәр төнөн иҫерек килеш машинала түңкәрелгән” кеүек күңелһеҙ хәбәрҙәр берәүҙе лә тетрәндермәй ҡалмай.

Элек егеттәр яу яланында көрәшеп ауһа, хәҙер ябай мәғә­нәһеҙлек арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. Заманаһы шулайҙыр, тип үҙебеҙҙе тыныс­ландырырға тырышабыҙ, әммә заман беҙҙең менән түгел, ә беҙ уның менән идара итергә тейеш­беҙ. Киләсәк тә – беҙҙең ҡулда. Берҙәмлек етмәй халҡыбыҙ йәштәренә. Берәүгә ҡайғы килә ҡалһа, уның эше тип түгел, ә бө­төн милләт ҡайғыһы итеп һанау зарурҙыр. Эскелектән күпме ғаилә тарҡала, балалар етем ҡа­ла, ошоно күреп йән өшөй. “Беренсе хата икенсеһен тарта”, ти­ҙәр. Ир-егет йә ҡатын-ҡыҙ яҙыҡ юлға баҫһа, уның артынан ҡал­ған­дар ҙа эйәрә. Эшһеҙлектән, кәйеф өсөн эскәндәргә, боҙоҡ­лоҡ­ҡа ҡаршы тотош милләт менән көрәшергә тейешбеҙ.
Тормош мәғәнәһеҙ, ғәҙелһеҙ тип ҡул ҡаушырып ултырыу урын­һыҙ. Хәҙер ҡыҫҡартыуҙар йышая, яңы өйләнешкән парҙарға йәшәп алып китеү еңелдән түгел, ҡулы­на диплом алған студент­тарға эш юҡ. Ауыр, әлбиттә, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡмай, тип ғү­мерҙең шау сәскәле мәлендә бәхеттән баш тартып, донъя менән хушлашырға ашыҡмайыҡ.
Рухи сифаттарыбыҙҙы юғалт­майыҡ. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ, әхлаҡ ҡиммәттәре өҫтөнлөк итһен. Матди байлыҡҡа сикһеҙ ынтылыш кешелектең аңын томалай, роботҡа әйләнеп барабыҙ кеүек. Йыртҡыстарса ҡыланғандар ҙа юҡ түгел: балаларҙы етем ҡал­ды­рабыҙ, яңы тыуған сабыйҙар ҡыйлыҡта табыла.
Берҙәмлек кәрәк беҙгә. Илебеҙ иҫ китмәле матур, уның ҡәҙерен белеп, гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡ­лап, киләсәгебеҙ өсөн тырышып, ғаилә ҡороп, балалар һөйөп, ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырып йәшәргә ине бит. Ҡырмыҫҡа тормошон өлгө итеп ҡуйғым килә халҡыма. Ҡырмыҫҡалар – иң етеҙ, зирәк йән эйәләре. Иләүҙә берләшеп йәшәйҙәр, татыу хеҙмәт менән ризыҡ табалар. Ә беҙ һуң?! Булған мөмкинлекте ҡәҙер итмәйбеҙ, һаман ҡайҙалыр тәгәрәйбеҙ, аҙабыҙ...
Ҡырмыҫҡа көслө кешенән,
Үҙе кескәй булһа ла,
Күтәрә ауыр йөктәрҙе
Үҙенән ҙур булһа ла.
Бирешмәй көҙгө елдәргә
Ҡаплаһа юлын япраҡ.
Йөк артынан һис ҡурҡмай
Иләүҙән китә йыраҡ.
Мең тапҡыр ҡолай юлда,
Ләкин бара еңеүгә.
Кеше һуң бер бәрелештән
Тәгәрәй һала түбәнгә.
Дуҫлыҡ менән ил тарҡала,
Ә иләү ниндәй өлгө!
Кеше ниҙәр генә ҡылмай,
Кешенән килә көлгө!
Көс кәүҙәлә түгел, дуҫтар,
Фәһем беҙгә ҡырмыҫҡа.
Тырышлыҡ, дуҫлыҡ, иман
Ғәмһеҙлектән ҡотҡара.
“Зәңгәр экран”дарҙа барған төрлө тапшырыуҙарҙы, яңылыҡ­тарҙы күреп, халҡым баҙап ҡала. Заманына бирешмәй, иң тәүҙә кеше булып ҡалайыҡ. Кеше ҡайғыһын үҙебеҙҙекеләй күреп, боҙоҡлоҡҡа ҡаршы көрәшеп, булғанына ҡыуанып йәшәйек һәммәбеҙ ҙә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521