Ҡырмыҫҡаларҙай татыу булайыҡ27.06.2015
“Шул ауылда шуның балаһы эсеп үлгән”, “берәү үҙ-үҙенә ҡул һалған”, “йәштәр төнөн иҫерек килеш машинала түңкәрелгән” кеүек күңелһеҙ хәбәрҙәр берәүҙе лә тетрәндермәй ҡалмай.
Элек егеттәр яу яланында көрәшеп ауһа, хәҙер ябай мәғәнәһеҙлек арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. Заманаһы шулайҙыр, тип үҙебеҙҙе тынысландырырға тырышабыҙ, әммә заман беҙҙең менән түгел, ә беҙ уның менән идара итергә тейешбеҙ. Киләсәк тә – беҙҙең ҡулда. Берҙәмлек етмәй халҡыбыҙ йәштәренә. Берәүгә ҡайғы килә ҡалһа, уның эше тип түгел, ә бөтөн милләт ҡайғыһы итеп һанау зарурҙыр. Эскелектән күпме ғаилә тарҡала, балалар етем ҡала, ошоно күреп йән өшөй. “Беренсе хата икенсеһен тарта”, тиҙәр. Ир-егет йә ҡатын-ҡыҙ яҙыҡ юлға баҫһа, уның артынан ҡалғандар ҙа эйәрә. Эшһеҙлектән, кәйеф өсөн эскәндәргә, боҙоҡлоҡҡа ҡаршы тотош милләт менән көрәшергә тейешбеҙ.
Тормош мәғәнәһеҙ, ғәҙелһеҙ тип ҡул ҡаушырып ултырыу урынһыҙ. Хәҙер ҡыҫҡартыуҙар йышая, яңы өйләнешкән парҙарға йәшәп алып китеү еңелдән түгел, ҡулына диплом алған студенттарға эш юҡ. Ауыр, әлбиттә, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡмай, тип ғүмерҙең шау сәскәле мәлендә бәхеттән баш тартып, донъя менән хушлашырға ашыҡмайыҡ.
Рухи сифаттарыбыҙҙы юғалтмайыҡ. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ, әхлаҡ ҡиммәттәре өҫтөнлөк итһен. Матди байлыҡҡа сикһеҙ ынтылыш кешелектең аңын томалай, роботҡа әйләнеп барабыҙ кеүек. Йыртҡыстарса ҡыланғандар ҙа юҡ түгел: балаларҙы етем ҡалдырабыҙ, яңы тыуған сабыйҙар ҡыйлыҡта табыла.
Берҙәмлек кәрәк беҙгә. Илебеҙ иҫ китмәле матур, уның ҡәҙерен белеп, гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап, киләсәгебеҙ өсөн тырышып, ғаилә ҡороп, балалар һөйөп, ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырып йәшәргә ине бит. Ҡырмыҫҡа тормошон өлгө итеп ҡуйғым килә халҡыма. Ҡырмыҫҡалар – иң етеҙ, зирәк йән эйәләре. Иләүҙә берләшеп йәшәйҙәр, татыу хеҙмәт менән ризыҡ табалар. Ә беҙ һуң?! Булған мөмкинлекте ҡәҙер итмәйбеҙ, һаман ҡайҙалыр тәгәрәйбеҙ, аҙабыҙ...
Ҡырмыҫҡа көслө кешенән,
Үҙе кескәй булһа ла,
Күтәрә ауыр йөктәрҙе
Үҙенән ҙур булһа ла.
Бирешмәй көҙгө елдәргә
Ҡаплаһа юлын япраҡ.
Йөк артынан һис ҡурҡмай
Иләүҙән китә йыраҡ.
Мең тапҡыр ҡолай юлда,
Ләкин бара еңеүгә.
Кеше һуң бер бәрелештән
Тәгәрәй һала түбәнгә.
Дуҫлыҡ менән ил тарҡала,
Ә иләү ниндәй өлгө!
Кеше ниҙәр генә ҡылмай,
Кешенән килә көлгө!
Көс кәүҙәлә түгел, дуҫтар,
Фәһем беҙгә ҡырмыҫҡа.
Тырышлыҡ, дуҫлыҡ, иман
Ғәмһеҙлектән ҡотҡара.
“Зәңгәр экран”дарҙа барған төрлө тапшырыуҙарҙы, яңылыҡтарҙы күреп, халҡым баҙап ҡала. Заманына бирешмәй, иң тәүҙә кеше булып ҡалайыҡ. Кеше ҡайғыһын үҙебеҙҙекеләй күреп, боҙоҡлоҡҡа ҡаршы көрәшеп, булғанына ҡыуанып йәшәйек һәммәбеҙ ҙә.