Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙең хужалары – үҙебеҙ
Ерҙең хужалары –  үҙебеҙ  Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған Һаҡтауҙа – ун, Яңы Яҡупта һигеҙ өй иҫәпләнә. Тыуған йортон ташламаған, атай нигеҙе йылыһын һыуытмаған, тамырҙарына тоғро, рухлы был милләттәштәребеҙ ҙур ихтирамға лайыҡ.
Күңелгә кинәнес алып...

Һәр ауылдың күрке – матур ғаиләләр, изге күңелле инәйҙәр, ҙур тормош тәж­рибәһенә эйә аҡһаҡалдар. Яңы Яҡупта ла, төпкөлгә ҡот, йәм биреп, шундай ке­ше­ләр йәшәй. Мәҫәлән, Ғәлиә Күлбае­ваның ихатаһынан уҡ таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә салына. Аллы-гөллө сәскәләр, йә­шелсә түтәлдәре, күҙҙе ҡыҙҙырып бе­шер­гә етешкән еләктәр хужабикәнең уң­ған­лығы хаҡында һөйләй. Аласыҡтың ап-аҡ итеп таҙартылған мейесенән, та­науҙы ҡытыҡлап, яңы икмәк еҫе аңҡый...
Өй эсе лә зауыҡ менән йыйышты­рылған. Һәр ерҙә – уңған хужабикәнең һоҡланғыс ҡул эштәре.
– Өс бала менән йәшләй иремдән то­роп ҡалғас, күңел әрнеүен баҫыр өсөн ҡулыма бәйләм алдым, – ти Ғәлиә Ғиниәт ҡыҙы. – Был шөғөл артабан күңел йыуанысына ғына түгел, йәшәү рәүешемә лә әүерелде. Буш ултырырға яратмайым. Телевизор ҡарағанда ла ҡулыма бәйләм алам, айырыуса ҡышҡыһын был эштән айырылмайым. Ә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡса, йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүлмен.
Ғәлиә апай артабанғы яҙмышын Салауат Дәүләтҡолов менән бәйләп яңылыш­маған. Яңы Яҡупта өр-яңы йорт төҙөп, баҡса ултыртып, күпләп мал-тыуар аҫ­рап, гөрләтеп донъя көтә улар. Ауылдың район үҙәгенән йыраҡта ятыуы ла, юлдарҙың насарлығы ла, ошо сәбәпле төпкөлдө ташлап киткәндәрҙең йылдан-йыл артыуы ла был ғаиләнең яҡты киләсәккә ышанысын юйҙырмай.
Ерҙең хужалары –  үҙебеҙ  – Йыл һайын бесәнде үҙебеҙҙең ҡул көсөнә таянып әҙерләйбеҙ, – ти йорт хужаһы. – Ауылда бит малһыҙ йәшәп булмай. Быйыл, Аллаға шөкөр, бесән мул күренә. Көндәр аяҙ торһа, тиҙ арала эшләп алырбыҙ.
Салауат ағай яҙ һайын һағыҙ ҡайнатыу өсөн туҙ һыҙыра икән. Уларҙы ҡайсы ме­нән шаҡмаҡлап киҫеп ҡуйғандар. Ҡай­натып күрһәтәһегеҙме әллә, тип әйтеп тә өлгөрмәнек, “һә” тигәнсә суйын сөгөн алып, усаҡ яғып ебәрҙеләр.
– Иш янына – ҡуш тигәндәй, туҙ һағы­ҙынан да килем алып була, – ти Ғәлиә Ғиниәт ҡыҙы. – Һатыуға сығарып ҡына өлгөр – тиҙ арала таралып бөтә. Бер сәйнәме – 20 һум. Һағыҙҙы бер тапҡыр алған кеше аҙаҡ та килә. Оҙағыраҡ эшлә­мәй торһам, хатта таптыра башлайҙар.
Төпкөл халҡы менән аралашҡанда һәр саҡ күңел ял итә. Һис ҡасан зарланмай бит улар, булғанына шөкөр итеп, тор­мош­тоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Еребеҙҙең, милләтебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәген тәь­мин итер төп көс тупланған төпкөлдәрҙә.
Әйткәндәй, Ғәлиә Күлбаева шиғыр ҙа яҙа. Күптән түгел районда Әҙәбиәт йылы уңайынан үткәрелгән “Таланттарҙы үҫ­тер­гән ер” тигән конкурстың бер номина­цияһында еңеү яулаған.

Һаҡтауҙы һаҡлар
көс бар


Ерҙең хужалары –  үҙебеҙ  Тауҙарға, ҡуйы урмандарға һыйынып ултырған Һаҡтауҙа бер генә урам. Халыҡ малсылыҡ менән мәшғүл. Һәр йортта – еңел машина, трактор. Төп табыш – ит менән һөттән. Ауылда магазин юҡ, уға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ, ти һаҡтауҙар. Кәрәк-яраҡ алыу өсөн район үҙәгенә шәхси транспорт менән йөрөйҙәр. Кемдең ҡайҙа барғаны, ниндәй йомошто юллауы һәр кемгә билдәле. Һаҡтау халҡының күпселеге – өлкән йәштәгеләр. Улар менән бер рәттән, атай нигеҙенә тоғролоҡ һаҡлап, игеҙәк Ирек менән Илгиз Ғәниевтәрҙең дә гөрләтеп донъя көтөүе һоҡланыу уятты.
Рәмилә һәм Ирек Ғәниевтәр өс балаға ғүмер биргән. Ғаилә башлығы Себерҙә эшләү сәбәпле, уны өйҙә тап итә алманыҡ. Өлкән ҡыҙҙары Мәҙинә – Сибай педагогия колледжын, Яҙгөл V класты яҡшы билдәләргә тамам­лаған. Мөхәмәткә – биш йәш, ул күрше ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй.
Рәмилә, ҡасандыр Һаҡтауға уҡытыусы булып эшкә килеп (ул саҡта бында баш­ланғыс мәктәп булған), Иректе осратҡан. Йәштәр ауылда төпләнергә ҡарар иткән.
– Эш булмауы, әлбиттә, ҡыйын, әммә бирешмәйбеҙ, – ти уңған хужабикә. – Күп­ләп мал тотоп, шуның иҫәбенә йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, уҡытабыҙ. Ауылда һөт йыйыусы эшләй, тимәк, продукцияны көн дә аҡсаға алмаштырыу мөмкинлеге бар.
Рәсимә менән Илгиз Ғәниевтәр иһә атай йортонда йәшәй. Ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Балалар күршелә йәшәгән туғандары менән дуҫ-татыу, мәк­тәпкә, балалар баҡсаһына бергә йөрөй­ҙәр. Илгиз Хәйбулла районындағы “Юбилей” руднигына йөрөп эшләй.
– Тыуған ауылдан ситкә китеп йәшәү тураһында уйлағаныбыҙ ҙа юҡ. Яҙмышы­быҙ ошо ергә бәйләнгән, – ти Илгиз Фәйзулла улы.
Һаҡтауҙың һәр йортонда – еңел машина, тигәйнем. Улай ғына ла түгел, ке­ше­ләрҙең һәммәһенең дә шәхси транспор­ты бар икән. Ана, Илһам менән Фаяз үҙ велосипедына атланып сыҡты, күршеләренән Мөхәмәт тә “тимер ат”ын тиҙ генә йүгәнләп алды. Ауылдың ки­лә­сәге тап ошо малайҙарға бәйле. Шуғалыр ҙа урам уртаһынан ышаныслы баҫып уҙыуҙары ла, велосипедтарында елде­реүҙәре лә, һәр һүҙҙе үлсәп һөйләүҙәре лә, аяҡтарын кирә баҫып тороуҙары ла үҙҙәренә хәтәр килешә! Ерҙең буласаҡ хужалары икәнлеген белә бит улар!

* * *

Ерҙең хужалары –  үҙебеҙ  Райондың иң төпкөлдә ятҡан ауылдарын был юлы берешәр ғаилә миҫалында ғына күрһәттем. Уларҙың йәшәйеше, булмышы барлыҡ ябай халыҡтың тормошон сағылдыра. Утын яғып, ҡар көрәп, мал аҫ­рап, һыу ташып, бала бағып үтә ғүмер­ҙәре. Булғаны менән бәхетле, бай улар. Көн дә күрше Йомағужа ауылынан мәктәп автобусы килеп, уҡыусыларҙы белем тупларға алып китә, аҙаҡ кире килтерә. Берәү ҙә балаһының ыҙалауына һылта­нып, уны ҡала интернатына тапшырмай, ә тыуған еренең ышаныслы терәге, ата-бабаһының тоғро вариҫы итеп үҫтерә. Йәштәр күңеленә илһөйәрлек тойғоһо тап ғаиләлә һалына шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәр ошо хәҡиҡәттән ситләшә, һөҙөмтәлә нәҫел тамырҙарыбыҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ зыян күрә. Ә төпкөл ауылдар халҡы ергә, телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, ата-баба аманатына тоғролоғо менән һоҡландыра. Уларҙан өлгө алырға кәрәк!
Тыуған ерен йәндәй күргән өлкәндәргә, төпкөл тормошон балаларҙың шат тауышынан мәхрүм итмәй, дәртләнеп, сәм­ләнеп донъя көткән йәштәргә артабан да уңыш юлдаш булһын тигән яҡты теләк менән ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Йырлы Йылайыр ауылдарында етем­һерәп ултырған йорттар кәмеһен, егет-ҡыҙҙар изге ерендә күберәк төпләнһен ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 711

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 721

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 837

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 010

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 853

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 809

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 834

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 092

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 139

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 244

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 214

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 201