Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған Һаҡтауҙа – ун, Яңы Яҡупта һигеҙ өй иҫәпләнә. Тыуған йортон ташламаған, атай нигеҙе йылыһын һыуытмаған, тамырҙарына тоғро, рухлы был милләттәштәребеҙ ҙур ихтирамға лайыҡ.Күңелгә кинәнес алып...Һәр ауылдың күрке – матур ғаиләләр, изге күңелле инәйҙәр, ҙур тормош тәжрибәһенә эйә аҡһаҡалдар. Яңы Яҡупта ла, төпкөлгә ҡот, йәм биреп, шундай кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, Ғәлиә Күлбаеваның ихатаһынан уҡ таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә салына. Аллы-гөллө сәскәләр, йәшелсә түтәлдәре, күҙҙе ҡыҙҙырып бешергә етешкән еләктәр хужабикәнең уңғанлығы хаҡында һөйләй. Аласыҡтың ап-аҡ итеп таҙартылған мейесенән, танауҙы ҡытыҡлап, яңы икмәк еҫе аңҡый...
Өй эсе лә зауыҡ менән йыйыштырылған. Һәр ерҙә – уңған хужабикәнең һоҡланғыс ҡул эштәре.
– Өс бала менән йәшләй иремдән тороп ҡалғас, күңел әрнеүен баҫыр өсөн ҡулыма бәйләм алдым, – ти Ғәлиә Ғиниәт ҡыҙы. – Был шөғөл артабан күңел йыуанысына ғына түгел, йәшәү рәүешемә лә әүерелде. Буш ултырырға яратмайым. Телевизор ҡарағанда ла ҡулыма бәйләм алам, айырыуса ҡышҡыһын был эштән айырылмайым. Ә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡса, йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүлмен.
Ғәлиә апай артабанғы яҙмышын Салауат Дәүләтҡолов менән бәйләп яңылышмаған. Яңы Яҡупта өр-яңы йорт төҙөп, баҡса ултыртып, күпләп мал-тыуар аҫрап, гөрләтеп донъя көтә улар. Ауылдың район үҙәгенән йыраҡта ятыуы ла, юлдарҙың насарлығы ла, ошо сәбәпле төпкөлдө ташлап киткәндәрҙең йылдан-йыл артыуы ла был ғаиләнең яҡты киләсәккә ышанысын юйҙырмай.
– Йыл һайын бесәнде үҙебеҙҙең ҡул көсөнә таянып әҙерләйбеҙ, – ти йорт хужаһы. – Ауылда бит малһыҙ йәшәп булмай. Быйыл, Аллаға шөкөр, бесән мул күренә. Көндәр аяҙ торһа, тиҙ арала эшләп алырбыҙ.
Салауат ағай яҙ һайын һағыҙ ҡайнатыу өсөн туҙ һыҙыра икән. Уларҙы ҡайсы менән шаҡмаҡлап киҫеп ҡуйғандар. Ҡайнатып күрһәтәһегеҙме әллә, тип әйтеп тә өлгөрмәнек, “һә” тигәнсә суйын сөгөн алып, усаҡ яғып ебәрҙеләр.
– Иш янына – ҡуш тигәндәй, туҙ һағыҙынан да килем алып була, – ти Ғәлиә Ғиниәт ҡыҙы. – Һатыуға сығарып ҡына өлгөр – тиҙ арала таралып бөтә. Бер сәйнәме – 20 һум. Һағыҙҙы бер тапҡыр алған кеше аҙаҡ та килә. Оҙағыраҡ эшләмәй торһам, хатта таптыра башлайҙар.
Төпкөл халҡы менән аралашҡанда һәр саҡ күңел ял итә. Һис ҡасан зарланмай бит улар, булғанына шөкөр итеп, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Еребеҙҙең, милләтебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәген тәьмин итер төп көс тупланған төпкөлдәрҙә.
Әйткәндәй, Ғәлиә Күлбаева шиғыр ҙа яҙа. Күптән түгел районда Әҙәбиәт йылы уңайынан үткәрелгән “Таланттарҙы үҫтергән ер” тигән конкурстың бер номинацияһында еңеү яулаған.
Һаҡтауҙы һаҡлар
көс барТауҙарға, ҡуйы урмандарға һыйынып ултырған Һаҡтауҙа бер генә урам. Халыҡ малсылыҡ менән мәшғүл. Һәр йортта – еңел машина, трактор. Төп табыш – ит менән һөттән. Ауылда магазин юҡ, уға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ, ти һаҡтауҙар. Кәрәк-яраҡ алыу өсөн район үҙәгенә шәхси транспорт менән йөрөйҙәр. Кемдең ҡайҙа барғаны, ниндәй йомошто юллауы һәр кемгә билдәле. Һаҡтау халҡының күпселеге – өлкән йәштәгеләр. Улар менән бер рәттән, атай нигеҙенә тоғролоҡ һаҡлап, игеҙәк Ирек менән Илгиз Ғәниевтәрҙең дә гөрләтеп донъя көтөүе һоҡланыу уятты.
Рәмилә һәм Ирек Ғәниевтәр өс балаға ғүмер биргән. Ғаилә башлығы Себерҙә эшләү сәбәпле, уны өйҙә тап итә алманыҡ. Өлкән ҡыҙҙары Мәҙинә – Сибай педагогия колледжын, Яҙгөл V класты яҡшы билдәләргә тамамлаған. Мөхәмәткә – биш йәш, ул күрше ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй.
Рәмилә, ҡасандыр Һаҡтауға уҡытыусы булып эшкә килеп (ул саҡта бында башланғыс мәктәп булған), Иректе осратҡан. Йәштәр ауылда төпләнергә ҡарар иткән.
– Эш булмауы, әлбиттә, ҡыйын, әммә бирешмәйбеҙ, – ти уңған хужабикә. – Күпләп мал тотоп, шуның иҫәбенә йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, уҡытабыҙ. Ауылда һөт йыйыусы эшләй, тимәк, продукцияны көн дә аҡсаға алмаштырыу мөмкинлеге бар.
Рәсимә менән Илгиз Ғәниевтәр иһә атай йортонда йәшәй. Ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Балалар күршелә йәшәгән туғандары менән дуҫ-татыу, мәктәпкә, балалар баҡсаһына бергә йөрөйҙәр. Илгиз Хәйбулла районындағы “Юбилей” руднигына йөрөп эшләй.
– Тыуған ауылдан ситкә китеп йәшәү тураһында уйлағаныбыҙ ҙа юҡ. Яҙмышыбыҙ ошо ергә бәйләнгән, – ти Илгиз Фәйзулла улы.
Һаҡтауҙың һәр йортонда – еңел машина, тигәйнем. Улай ғына ла түгел, кешеләрҙең һәммәһенең дә шәхси транспорты бар икән. Ана, Илһам менән Фаяз үҙ велосипедына атланып сыҡты, күршеләренән Мөхәмәт тә “тимер ат”ын тиҙ генә йүгәнләп алды. Ауылдың киләсәге тап ошо малайҙарға бәйле. Шуғалыр ҙа урам уртаһынан ышаныслы баҫып уҙыуҙары ла, велосипедтарында елдереүҙәре лә, һәр һүҙҙе үлсәп һөйләүҙәре лә, аяҡтарын кирә баҫып тороуҙары ла үҙҙәренә хәтәр килешә! Ерҙең буласаҡ хужалары икәнлеген белә бит улар!
* * *
Райондың иң төпкөлдә ятҡан ауылдарын был юлы берешәр ғаилә миҫалында ғына күрһәттем. Уларҙың йәшәйеше, булмышы барлыҡ ябай халыҡтың тормошон сағылдыра. Утын яғып, ҡар көрәп, мал аҫрап, һыу ташып, бала бағып үтә ғүмерҙәре. Булғаны менән бәхетле, бай улар. Көн дә күрше Йомағужа ауылынан мәктәп автобусы килеп, уҡыусыларҙы белем тупларға алып китә, аҙаҡ кире килтерә. Берәү ҙә балаһының ыҙалауына һылтанып, уны ҡала интернатына тапшырмай, ә тыуған еренең ышаныслы терәге, ата-бабаһының тоғро вариҫы итеп үҫтерә. Йәштәр күңеленә илһөйәрлек тойғоһо тап ғаиләлә һалына шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәр ошо хәҡиҡәттән ситләшә, һөҙөмтәлә нәҫел тамырҙарыбыҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ зыян күрә. Ә төпкөл ауылдар халҡы ергә, телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, ата-баба аманатына тоғролоғо менән һоҡландыра. Уларҙан өлгө алырға кәрәк!
Тыуған ерен йәндәй күргән өлкәндәргә, төпкөл тормошон балаларҙың шат тауышынан мәхрүм итмәй, дәртләнеп, сәмләнеп донъя көткән йәштәргә артабан да уңыш юлдаш булһын тигән яҡты теләк менән ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Йырлы Йылайыр ауылдарында етемһерәп ултырған йорттар кәмеһен, егет-ҡыҙҙар изге ерендә күберәк төпләнһен ине.