Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡуян аҫрауҙың үҙ яйы бар
Ҡуян аҫрауҙың үҙ яйы бар Камил Зиннәтуллин уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ фермерлыҡ эшен башлай: иген, картуф үҫтерә, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Уның хеҙмәтен яҡшы белгәндәр, шаяртып, “фермер фәндәре докторы” тип тә атай. Ысынлап та, тәүге йылдарҙан уҡ Камил Миңлейәр улы һәр эшкә күңелен һалып, ихлас тотона.


Һөҙөмтәләре лә күҙгә күренеп яҡшыра, хатта үҙенә кәрәкле техника эшләү буйынса “кулибин”ға әүерелә. Картуф ултыртыу өсөн махсус ҡоролма, бесән йыйғыс һәм тейәгес яһап ала. Әммә Михайловка ауылы эшҡыуарының яйға һалынған хеҙмәтен күрә алмаусылар табыла, төрлө сәбәп­тән уңған фермер эшен ябырға мәжбүр була.
Етди һынау аша үтергә тура килһә лә, Камил Зиннәтуллин тиҙ һына торғандарҙан түгел: тормош уны сыныҡтыра, киләсәккә яңыса ҡарарға өйрәтә. Ҡатыны Фәрзәнә Ишбулды ҡыҙы ла уның һәр баш­ланғысын хуплап, ярҙам итергә ашҡынып тора. Республика Хөкү­мәте лә үҙ эшен асҡандарға ярҙам күрһәтә башлай: фермер­ҙарға субсидия бүленә. Тәүәк­кәл­ләй Зиннәтуллиндар: бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлап, грант ала. Ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн иң ҙур табыш һөттән икән­леген яҡшы белгән фермер һы­йыр малын күпләп үрсетергә ниәтләй.
– Махсус ҡура төҙөнөм, һауын аппараты һатып алдыҡ. Быҙауҙар айырым аҙбарҙа тотола. Учалы районының “Байрамғол” агрофир­маһынан алып ҡайтҡан һәүкәш­тәр күптән инде Әбйәлил ерен үҙ иткән. Рәхәтләнеп үлән көйшәп, көн һайын һөттәрен арттыра, – тине ғаилә башлығы.
Уның һүҙҙәренә ҡатыны Фәрзә­нә Ишбулды ҡыҙы ла ҡушылды
– Көн аша һөт ризыҡтарын күрше Магнитогорск ҡалаһына алып барам. Үҙемдең “тимер ат”ты йүгәнләгәнемә байтаҡ ва­ҡыт, шуға күрә ауыр түгел. Хәҙер инде шәхси клиенттарым бар, килгәнде көтөп кенә торалар. Ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, май, һөт янына йомортҡа, һораусылар булһа, итен дә тейәп, Магнитҡа елдерәм. Көндәлек ҡулаҡса инеп тора, тик ялҡауланырға ғына ярамай. Иртәнге биштән тороп, төнгө бергә тиклем бил бөккәндә, өҫтәлең тулы ризыҡ, донъяң етеш була, – тип серҙәре менән уртаҡлашты ул.
Ысынлап та, хеҙмәт һөйгән ғаи­ләнең донъяһы түңәрәк, йорто балҡып ултыра. Егәрле Зиннә­тул­линдар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, йыл әйләнәһенә тауыҡ үрсетә. Көнөнә иллешәр йомортҡаны йыйып ҡына өлгөр, иртә яҙ бройлер себештәре алып, уларҙы йәй башына өлгөртөп һуялар. Шулай ҙа беҙҙе барыһынан да бигерәк тәү ҡарамаҡҡа ят күренгән тағы бер шөғөлдәре – ҡуян үрсетеү – нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
Әле уларҙың хужалығында байтаҡ ҡуян бар. Әйткәндәй, улар өсөн йылы һарайҙы ла Камил Миңлейәр улы үҙе төҙөгән. Ху­жаның алтын ҡулдары махсус ситлектәр эшләгән, улар ике рәт итеп ултыртылған. Һәр ситлектә махсус һыу ҡойоу һәм аҙыҡ һалыу өсөн урын, инә ҡуян балалары янына сығып йөрөһөн өсөн ишек тә уйып ҡалдырылған. Йомшаҡ ҡына матурҡайҙарҙы күргәс, ниндәй тоҡомдан булыуын һорашам.
– “Серебристый” тоҡомона ҡа­ра­ған ҡуяндар ҙур була, 5 – 5,5 килограмға тиклем ит бирә. Балалары ҡап-ҡара булып тыуа, аҙаҡ аҡрынлап ағара. Инә ҡуян ай һайын балалай. Әсәләре янында бәләкәстәр ике айға тиклем була. Нәҫелдәре ныҡлы, эре булһын өсөн балаларын ваҡытында айырырға кәрәк, – тип беҙҙең һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе уңған фермер.
Ҡарап тороуға ғына оҙонғо­лаҡ­тарҙы аҫрау еңел күренә, ә уны дөрөҫ тәрбиәләп үрсетеү – үҙе бер фән тиерһең. Үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, йорт хайуандарын ышыҡ урында тоторға кәрәк, аҙ ғына ел иҫтеме, уларға шунда уҡ һыуыҡ тейәсәк. Ҡуян балалаған ваҡытта эргә­һен­дә мотлаҡ һыу булырға тейеш, юғиһә ул балаһын ашаясаҡ.
Билдәле булыуынса, ҡуян ите диетик аҙыҡ иҫәпләнә, уны һорау­сылар күп. Табиптар аллергиянан яфаланған, организмы башҡа төр­лө итте үҙләштермәгән кеше­гә, ғәҙәттә, уны ашарға кәңәш итә. Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, ҡуян итенең килограмы баҙарҙа 300 – 350 һум тора, ихтыяж етерлек.
Фәрзәнә менән Камил Зиннә­тул­линдарҙың бер нисә сәғәт эсендә генә тотош көндәлек хеҙмәтен күреү һәм уны өйрәнеү мөмкин түгел. Әммә ауыл ерендә йәшәп, күңелең ҡушҡан шөғөлдө үҙ итеп, унан табыш алыу – һәр кемдең ҡулынан килә торған эш. Тик йы­бан­маҫҡа, еңде биш урындан һыҙ­ғанып, ҡояш менән бергә торорға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм бер-бе­рең­де аңлау, ярҙам итеү ҙә мот­лаҡ­тыр.
Беҙҙе оҙатырға сыҡҡан хужа­лар­ға урам уртаһында ул­тырған өр-яңы “МТЗ-82” трак­то­рына ым­лап: “Быныһы ла грант аҡсаһына алындымы?” – тигән һорауыма икеһенең дә бер юлы “эйе” тип яуаплауҙары ирле-ҡа­тын­лы Зин­нәтуллиндарҙың бер һүҙ­ҙән, бер уйҙан булыуҙарын күр­һәтте. Йөктө тигеҙ тартҡанда ғына, ысынлап та, эшең дә, ашың да булалыр, әсе тирең дә татлы тойолалыр.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521