Камил Зиннәтуллин уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ фермерлыҡ эшен башлай: иген, картуф үҫтерә, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Уның хеҙмәтен яҡшы белгәндәр, шаяртып, “фермер фәндәре докторы” тип тә атай. Ысынлап та, тәүге йылдарҙан уҡ Камил Миңлейәр улы һәр эшкә күңелен һалып, ихлас тотона. Һөҙөмтәләре лә күҙгә күренеп яҡшыра, хатта үҙенә кәрәкле техника эшләү буйынса “кулибин”ға әүерелә. Картуф ултыртыу өсөн махсус ҡоролма, бесән йыйғыс һәм тейәгес яһап ала. Әммә Михайловка ауылы эшҡыуарының яйға һалынған хеҙмәтен күрә алмаусылар табыла, төрлө сәбәптән уңған фермер эшен ябырға мәжбүр була.
Етди һынау аша үтергә тура килһә лә, Камил Зиннәтуллин тиҙ һына торғандарҙан түгел: тормош уны сыныҡтыра, киләсәккә яңыса ҡарарға өйрәтә. Ҡатыны Фәрзәнә Ишбулды ҡыҙы ла уның һәр башланғысын хуплап, ярҙам итергә ашҡынып тора. Республика Хөкүмәте лә үҙ эшен асҡандарға ярҙам күрһәтә башлай: фермерҙарға субсидия бүленә. Тәүәккәлләй Зиннәтуллиндар: бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлап, грант ала. Ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн иң ҙур табыш һөттән икәнлеген яҡшы белгән фермер һыйыр малын күпләп үрсетергә ниәтләй.
– Махсус ҡура төҙөнөм, һауын аппараты һатып алдыҡ. Быҙауҙар айырым аҙбарҙа тотола. Учалы районының “Байрамғол” агрофирмаһынан алып ҡайтҡан һәүкәштәр күптән инде Әбйәлил ерен үҙ иткән. Рәхәтләнеп үлән көйшәп, көн һайын һөттәрен арттыра, – тине ғаилә башлығы.
Уның һүҙҙәренә ҡатыны Фәрзәнә Ишбулды ҡыҙы ла ҡушылды
– Көн аша һөт ризыҡтарын күрше Магнитогорск ҡалаһына алып барам. Үҙемдең “тимер ат”ты йүгәнләгәнемә байтаҡ ваҡыт, шуға күрә ауыр түгел. Хәҙер инде шәхси клиенттарым бар, килгәнде көтөп кенә торалар. Ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, май, һөт янына йомортҡа, һораусылар булһа, итен дә тейәп, Магнитҡа елдерәм. Көндәлек ҡулаҡса инеп тора, тик ялҡауланырға ғына ярамай. Иртәнге биштән тороп, төнгө бергә тиклем бил бөккәндә, өҫтәлең тулы ризыҡ, донъяң етеш була, – тип серҙәре менән уртаҡлашты ул.
Ысынлап та, хеҙмәт һөйгән ғаиләнең донъяһы түңәрәк, йорто балҡып ултыра. Егәрле Зиннәтуллиндар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, йыл әйләнәһенә тауыҡ үрсетә. Көнөнә иллешәр йомортҡаны йыйып ҡына өлгөр, иртә яҙ бройлер себештәре алып, уларҙы йәй башына өлгөртөп һуялар. Шулай ҙа беҙҙе барыһынан да бигерәк тәү ҡарамаҡҡа ят күренгән тағы бер шөғөлдәре – ҡуян үрсетеү – нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
Әле уларҙың хужалығында байтаҡ ҡуян бар. Әйткәндәй, улар өсөн йылы һарайҙы ла Камил Миңлейәр улы үҙе төҙөгән. Хужаның алтын ҡулдары махсус ситлектәр эшләгән, улар ике рәт итеп ултыртылған. Һәр ситлектә махсус һыу ҡойоу һәм аҙыҡ һалыу өсөн урын, инә ҡуян балалары янына сығып йөрөһөн өсөн ишек тә уйып ҡалдырылған. Йомшаҡ ҡына матурҡайҙарҙы күргәс, ниндәй тоҡомдан булыуын һорашам.
– “Серебристый” тоҡомона ҡараған ҡуяндар ҙур була, 5 – 5,5 килограмға тиклем ит бирә. Балалары ҡап-ҡара булып тыуа, аҙаҡ аҡрынлап ағара. Инә ҡуян ай һайын балалай. Әсәләре янында бәләкәстәр ике айға тиклем була. Нәҫелдәре ныҡлы, эре булһын өсөн балаларын ваҡытында айырырға кәрәк, – тип беҙҙең һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе уңған фермер.
Ҡарап тороуға ғына оҙонғолаҡтарҙы аҫрау еңел күренә, ә уны дөрөҫ тәрбиәләп үрсетеү – үҙе бер фән тиерһең. Үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, йорт хайуандарын ышыҡ урында тоторға кәрәк, аҙ ғына ел иҫтеме, уларға шунда уҡ һыуыҡ тейәсәк. Ҡуян балалаған ваҡытта эргәһендә мотлаҡ һыу булырға тейеш, юғиһә ул балаһын ашаясаҡ.
Билдәле булыуынса, ҡуян ите диетик аҙыҡ иҫәпләнә, уны һораусылар күп. Табиптар аллергиянан яфаланған, организмы башҡа төрлө итте үҙләштермәгән кешегә, ғәҙәттә, уны ашарға кәңәш итә. Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, ҡуян итенең килограмы баҙарҙа 300 – 350 һум тора, ихтыяж етерлек.
Фәрзәнә менән Камил Зиннәтуллиндарҙың бер нисә сәғәт эсендә генә тотош көндәлек хеҙмәтен күреү һәм уны өйрәнеү мөмкин түгел. Әммә ауыл ерендә йәшәп, күңелең ҡушҡан шөғөлдө үҙ итеп, унан табыш алыу – һәр кемдең ҡулынан килә торған эш. Тик йыбанмаҫҡа, еңде биш урындан һыҙғанып, ҡояш менән бергә торорға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм бер-береңде аңлау, ярҙам итеү ҙә мотлаҡтыр.
Беҙҙе оҙатырға сыҡҡан хужаларға урам уртаһында ултырған өр-яңы “МТЗ-82” тракторына ымлап: “Быныһы ла грант аҡсаһына алындымы?” – тигән һорауыма икеһенең дә бер юлы “эйе” тип яуаплауҙары ирле-ҡатынлы Зиннәтуллиндарҙың бер һүҙҙән, бер уйҙан булыуҙарын күрһәтте. Йөктө тигеҙ тартҡанда ғына, ысынлап та, эшең дә, ашың да булалыр, әсе тирең дә татлы тойолалыр.