Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхәтләнеп уйнар саҡ
Рәхәтләнеп уйнар саҡ Йәмле Ҡыҙыл буйында урынлашҡан “Ирәндек” балалар ял һәм һауыҡтырыу лагеры районда ғына түгел, Башҡортостанда ла иң яҡшылар рәтендә. Быны уның былтыр “Иң яҡшы лагерь” республика конкурсында гран-при яулауы дәлилләй.

Әбйәлил районы хаки­миәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Вәлит Зәй­нуллин әйтеүенсә, быйыл ла­гер­ға дүрт ағымда меңгә яҡын бала ҡабул ителәсәк. Әле беренсе сменаға 250 малай һәм ҡыҙ килгән, уларҙың 108-е – төрлө ра­йон һәм ҡала уҡыусылары.
– “Ирәндек”тә республи­ка­ның һә­­ләтле балалары өсөн асылған “Йәйләү” ял үҙәгенең эш башлауы ҡы­уа­ныслы. Башҡортос­тан­дың 15 ра­йонынан, ике ҡа­ла­һы­нан тыш, Мәс­кәү­ҙән килгән мил­ләттәштәребеҙ ҙә ял итә бында. Кескәйҙәр өсөн уңай­лы шарттар тыуҙы­рыл­ған. Район етәкселеге ла­герға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, – ти Вәлит Әхмәт улы.
Балаларҙың ижади һә­ләт­тәрен үҫтереү, уларҙа милли рух, илһө­йәр­лек тәр­биәләү маҡсатында “Йәй­ләү”ҙе ойоштороусылар хал­ҡы­быҙҙың йолаларына, ауыҙ-тел ижадына, тарихына, мәҙә­ниә­тенә таяна, ял итеүселәрҙе ырыу­ҙарға бүлеп, сағыу, бай йөкмәткеле саралар үткәрә. Был үҙәк програм­ма­һының авторы Мәрйәм Бураҡаева балаларҙы онотмай, ла­гер­ҙа һәр саҡ көтөп алынған оло ҡунаҡ ул.
Лагерь начальнигы Ай­гөл Бәшә­рова әйтеүенсә, ял итеүселәрҙең барыһы ла бик ҡәнәғәт, йыл да килергә атлығып торғандар ҙа байтаҡ.
– Тәрбиәселәр конкурс ниге­ҙен­дә һайлап алынды, сөнки улар һәр бала өсөн яуаплылыҡ тойорға, бәлә­кәстәр менән уртаҡ тел таба белергә тейеш. Вожатыйҙар ара­һында күпселек – Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡала­ларында уҡыған студенттар.
Бер нисә йыл рәттән эшләгән тәжрибәле тәрбиә­селәрҙән Нәркәс Хөснөт­ди­нованы, Азат Мор­та­зин­ды, Айгөл Байғалинаны, Рәйлә Соб­ханғолованы билдә­ләр­гә кәрәк. Йәштәр бала­лар­ҙың ялын күңелле һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү ниәтендә бик ныҡ тырыша, төрлө экскурсиялар ойоштора. Динопарк­ка бар­һындармы, аквапаркта бул­һындармы – һәр сәйәхәт оно­тол­маҫлыҡ хәтирәгә әйләнә. Әйткәндәй, бының өсөн лагерҙың ике автобусы бар.
Туҡланыу мәсьәләһенә айырыу­са етди иғтибар бүленә. Өҫтәлдән еләк-емеш, йәшелсә, итле аш өҙөл­мәй. Көнөнә биш тап­ҡыр тәмле ризыҡтары ме­нән һыйлаған ашнаҡ­сылар Гөлнара Ниязғолова менән Светлана Шакирйәнова апайҙарын балалар яҡын дуҫтарылай күрә.
Ял итеүселәр Ҡыҙыл йылға­һын­да һыу инә, ҡомда ҡыҙына, телә­гәндәр Асҡар­ҙағы “Юрға” ат спорты клу­бының арғымаҡтарында һыбай йөрөй. Әбйәлилдең бер биҙәгенә әүерелгән “Ирәндек”кә килгәндәр сә­лә­мәтлек, көс туплап ҡына ҡайтмай, үҙҙәренә яңы дуҫтар таба, йәйге ялын сағыу үткәрә.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521