Йәмле Ҡыҙыл буйында урынлашҡан “Ирәндек” балалар ял һәм һауыҡтырыу лагеры районда ғына түгел, Башҡортостанда ла иң яҡшылар рәтендә. Быны уның былтыр “Иң яҡшы лагерь” республика конкурсында гран-при яулауы дәлилләй.Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Вәлит Зәйнуллин әйтеүенсә, быйыл лагерға дүрт ағымда меңгә яҡын бала ҡабул ителәсәк. Әле беренсе сменаға 250 малай һәм ҡыҙ килгән, уларҙың 108-е – төрлө район һәм ҡала уҡыусылары.
– “Ирәндек”тә республиканың һәләтле балалары өсөн асылған “Йәйләү” ял үҙәгенең эш башлауы ҡыуаныслы. Башҡортостандың 15 районынан, ике ҡалаһынан тыш, Мәскәүҙән килгән милләттәштәребеҙ ҙә ял итә бында. Кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Район етәкселеге лагерға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, – ти Вәлит Әхмәт улы.
Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, уларҙа милли рух, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында “Йәйләү”ҙе ойоштороусылар халҡыбыҙҙың йолаларына, ауыҙ-тел ижадына, тарихына, мәҙәниәтенә таяна, ял итеүселәрҙе ырыуҙарға бүлеп, сағыу, бай йөкмәткеле саралар үткәрә. Был үҙәк программаһының авторы Мәрйәм Бураҡаева балаларҙы онотмай, лагерҙа һәр саҡ көтөп алынған оло ҡунаҡ ул.
Лагерь начальнигы Айгөл Бәшәрова әйтеүенсә, ял итеүселәрҙең барыһы ла бик ҡәнәғәт, йыл да килергә атлығып торғандар ҙа байтаҡ.
– Тәрбиәселәр конкурс нигеҙендә һайлап алынды, сөнки улар һәр бала өсөн яуаплылыҡ тойорға, бәләкәстәр менән уртаҡ тел таба белергә тейеш. Вожатыйҙар араһында күпселек – Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҡыған студенттар.
Бер нисә йыл рәттән эшләгән тәжрибәле тәрбиәселәрҙән Нәркәс Хөснөтдинованы, Азат Мортазинды, Айгөл Байғалинаны, Рәйлә Собханғолованы билдәләргә кәрәк. Йәштәр балаларҙың ялын күңелле һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү ниәтендә бик ныҡ тырыша, төрлө экскурсиялар ойоштора. Динопаркка барһындармы, аквапаркта булһындармы – һәр сәйәхәт онотолмаҫлыҡ хәтирәгә әйләнә. Әйткәндәй, бының өсөн лагерҙың ике автобусы бар.
Туҡланыу мәсьәләһенә айырыуса етди иғтибар бүленә. Өҫтәлдән еләк-емеш, йәшелсә, итле аш өҙөлмәй. Көнөнә биш тапҡыр тәмле ризыҡтары менән һыйлаған ашнаҡсылар Гөлнара Ниязғолова менән Светлана Шакирйәнова апайҙарын балалар яҡын дуҫтарылай күрә.
Ял итеүселәр Ҡыҙыл йылғаһында һыу инә, ҡомда ҡыҙына, теләгәндәр Асҡарҙағы “Юрға” ат спорты клубының арғымаҡтарында һыбай йөрөй. Әбйәлилдең бер биҙәгенә әүерелгән “Ирәндек”кә килгәндәр сәләмәтлек, көс туплап ҡына ҡайтмай, үҙҙәренә яңы дуҫтар таба, йәйге ялын сағыу үткәрә.