Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эскән һыуға төкөрмәйек
Эскән һыуға төкөрмәйек Эшҡыуарҙар күп республикабыҙҙа, һәр береһенең үҙ һуҡмағы. Мәҫәлән, кемдер ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк бирә, икенселәр сауҙаға тотона. Һәммәһе күңеленә ятҡанын һайлай. Ә Балаҡатай уҙаманы тәбиғәтте таҙартыу йүнәлешенә туҡталған, ул 2003 йылдан шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. “Полигон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ринат ШАФИҠОВ үҙенең эшмәкәрлеге һәм уй-хыялдары тураһында һөйләне.


– Һәр беребеҙ ниндәйҙер ниәт менән йәшәгән шикелле, мин дә бәләкәйҙән үҙемдең офисым, шәхси водителем булһын ине, тип хыяллана торғайным. Ә инде атай-әсәйемдең, уҡытыусы­ларымдың тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятыуы әлеге шөғөлгә тотонорға туранан-тура булышлыҡ иткәндер. 2014 йылға тиклем агросәнәғәт өлкә­һендә тир түктем – халыҡтан һөт йыйыуҙы ойошторҙом. Иртә торһаң – ит бешә, һуң торһаң – бит бешә тигәндәй, тәүге әтәстәр менән бергә уянып, башкөллө эшеңә сумаһың. Бер нисә йыл үткәс, “Ринат, етте, һин мотлаҡ башҡа тармаҡҡа күсергә тейешһең”, – тинем үҙемә.
Ауыл хужалығы тармағына ҡағылышлы маҡ­сат-уйҙы тормошҡа ашырыу һәр йәһәттән дә сыныҡтырҙы, позицияңды яҡларға өйрәтте. Бөгөн иһә мин – районда ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу эшен алып барған берҙән-бер эшҡыуар. Яңы Балаҡатай ауылынан бер нисә саҡрым алыҫ­лыҡта полигон астым, ер биләмәһе – 1,2 гектар. Хәҙер иһә сүп-сар ошо бер генә урынға йыйыла, район үҙәгенән тыш эргә-тирәләге ауылдарҙан да килтерәләр. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Эшҡыуар дуҫым утилләштереү өсөн сүп-сарҙы беҙҙән алып китә. Быға тотоноуға тағы бер нәмә сәбәпсе: һуңғы ваҡытта урман-ҡырҙарҙың, инеш-йылғаларҙың бысраныуы күңелемә тынғылыҡ бирмәй. Ҡайҙалыр ҡабаланып китеп барғанда туҡтап, ҡыйҙы йыйыр хәлгә етәһең, хәйер, ундай саҡтар ҙа булды. Бер тапҡыр кәләшем Рузалия менән юл ситенә ташланған шешә һәм ҡалай банкаларҙы бер сәғәт буйы йыйҙыҡ, бысраҡлыҡты күрмәмешкә һалыша алманыҡ.
Йәнә реклама хеҙмәтен дә күрһәтәм: дөрөҫө­рәге, баннер, мәғлүмәт таҡтаһын, бүтән төрлө реклама таҫмаларын һәм ҡағыҙҙарын урам буйына урынлаштырабыҙ, ауыл, йылға исемдәрен һәм юл билдәләрен дә ҡуйыу беҙҙең иңдә. Бигерәк тә Бөйөк Еңеүгә бәйле рекламаға күп заказ алдыҡ. “Төп ярҙамсыларым бар саҡта тауҙар аҡтарырға мөмкин”, – тип егеттәрҙе дәртләндерәм үҙемсә. Сергей Малухин, Марс Фәтихов, Анатолий Ковендан тыш эшмәкәрлегемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Ә инде йәмғиәттең баш бухгалтеры Елена Ханкина һәр һумды маҡсат менән тотона.
Халыҡта “эскән һыуыңа төкөрмә” тигән әйтем йәшәй. Балалар баҡсаһында һәм мәктәп эскәмйә­һендә үк малай һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә таҙа­лыҡ­ҡа ынтылыш, тәртип төшөнсәләрен һеңде­рергә кәрәк. Шул саҡта ғына эргә-тирәбеҙ әҙме-күпме күркәмләнер.
“Нимә ул бәхет?” тип һорайҙар йыш ҡына. Был донъяла йәшәү – үҙе ҙур шатлыҡ, кәләшем менән уй-фекерҙәрем тап килә, туғандарым менән аралашып ғүмер итәбеҙ, яратҡан шөғөлөм бар, йәм­ғиә­ткә файҙа килтерәм. Бына шул инде бә­хет...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521