Эшҡыуарҙар күп республикабыҙҙа, һәр береһенең үҙ һуҡмағы. Мәҫәлән, кемдер ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк бирә, икенселәр сауҙаға тотона. Һәммәһе күңеленә ятҡанын һайлай. Ә Балаҡатай уҙаманы тәбиғәтте таҙартыу йүнәлешенә туҡталған, ул 2003 йылдан шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. “Полигон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ринат ШАФИҠОВ үҙенең эшмәкәрлеге һәм уй-хыялдары тураһында һөйләне.– Һәр беребеҙ ниндәйҙер ниәт менән йәшәгән шикелле, мин дә бәләкәйҙән үҙемдең офисым, шәхси водителем булһын ине, тип хыяллана торғайным. Ә инде атай-әсәйемдең, уҡытыусыларымдың тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятыуы әлеге шөғөлгә тотонорға туранан-тура булышлыҡ иткәндер. 2014 йылға тиклем агросәнәғәт өлкәһендә тир түктем – халыҡтан һөт йыйыуҙы ойошторҙом. Иртә торһаң – ит бешә, һуң торһаң – бит бешә тигәндәй, тәүге әтәстәр менән бергә уянып, башкөллө эшеңә сумаһың. Бер нисә йыл үткәс, “Ринат, етте, һин мотлаҡ башҡа тармаҡҡа күсергә тейешһең”, – тинем үҙемә.
Ауыл хужалығы тармағына ҡағылышлы маҡсат-уйҙы тормошҡа ашырыу һәр йәһәттән дә сыныҡтырҙы, позицияңды яҡларға өйрәтте. Бөгөн иһә мин – районда ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу эшен алып барған берҙән-бер эшҡыуар. Яңы Балаҡатай ауылынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта полигон астым, ер биләмәһе – 1,2 гектар. Хәҙер иһә сүп-сар ошо бер генә урынға йыйыла, район үҙәгенән тыш эргә-тирәләге ауылдарҙан да килтерәләр. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Эшҡыуар дуҫым утилләштереү өсөн сүп-сарҙы беҙҙән алып китә. Быға тотоноуға тағы бер нәмә сәбәпсе: һуңғы ваҡытта урман-ҡырҙарҙың, инеш-йылғаларҙың бысраныуы күңелемә тынғылыҡ бирмәй. Ҡайҙалыр ҡабаланып китеп барғанда туҡтап, ҡыйҙы йыйыр хәлгә етәһең, хәйер, ундай саҡтар ҙа булды. Бер тапҡыр кәләшем Рузалия менән юл ситенә ташланған шешә һәм ҡалай банкаларҙы бер сәғәт буйы йыйҙыҡ, бысраҡлыҡты күрмәмешкә һалыша алманыҡ.
Йәнә реклама хеҙмәтен дә күрһәтәм: дөрөҫөрәге, баннер, мәғлүмәт таҡтаһын, бүтән төрлө реклама таҫмаларын һәм ҡағыҙҙарын урам буйына урынлаштырабыҙ, ауыл, йылға исемдәрен һәм юл билдәләрен дә ҡуйыу беҙҙең иңдә. Бигерәк тә Бөйөк Еңеүгә бәйле рекламаға күп заказ алдыҡ. “Төп ярҙамсыларым бар саҡта тауҙар аҡтарырға мөмкин”, – тип егеттәрҙе дәртләндерәм үҙемсә. Сергей Малухин, Марс Фәтихов, Анатолий Ковендан тыш эшмәкәрлегемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Ә инде йәмғиәттең баш бухгалтеры Елена Ханкина һәр һумды маҡсат менән тотона.
Халыҡта “эскән һыуыңа төкөрмә” тигән әйтем йәшәй. Балалар баҡсаһында һәм мәктәп эскәмйәһендә үк малай һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә таҙалыҡҡа ынтылыш, тәртип төшөнсәләрен һеңдерергә кәрәк. Шул саҡта ғына эргә-тирәбеҙ әҙме-күпме күркәмләнер.
“Нимә ул бәхет?” тип һорайҙар йыш ҡына. Был донъяла йәшәү – үҙе ҙур шатлыҡ, кәләшем менән уй-фекерҙәрем тап килә, туғандарым менән аралашып ғүмер итәбеҙ, яратҡан шөғөлөм бар, йәмғиәткә файҙа килтерәм. Бына шул инде бәхет...