Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы тирмән сафҡа инде
Яңы тирмән сафҡа инде Һуңғы йылдарҙа Сибай элеваторының эше һүлпәнәйгәйне. Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ та йоғонто яһамай ҡалмағандыр, шулай уҡ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла предприятие көрсөккә терәлде. 2012 йылда ҡалала үткән “Урал аръяғы” Дөйөм Рәсәй инвестиция форумында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, “боҙ” урынынан ҡуҙғалды. Элеватор бөгөн “СИТНО” агрохолдингы ҡанаты аҫтына алынған.


Күптән түгел яңы тирмән сафҡа инде. Ярты миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән ҡоролма тулыһынса заманса техника менән йыһазландырылған. “МИЛЛ СЕРВИС” итальян фирмаһында етеште­релгән ҡеүәтле ҡорамал тәүле­генә 300 тонна иген эшкәртә ала. Бында тар­тыл­ған юғары һәм беренсе сортлы он Рә­сәйҙең 32 төбәгенә һатыуға оҙаты­ласаҡ. Элек һигеҙ кеше эшләгән сменала әле ике хеҙмәткәр барыһына ла өлгөрә. Яңы тирмән пульт аша идара ителеүсе техника менән йыһазландырылған. Тар­тыуға әҙерләнгән бойҙай ете кимәлдә таҙартыу үтә.
Яңы тирмән сафҡа индеӘлбиттә, республикала иң ҡеүәтле тирмәндең бар көсөнә эшләүе өсөн көньяҡ-көнсығыш райондарҙан ғына килтерелгән игендең етмәүе билдәле, шуға күрә Ҡаҙағстан, Алтай крайынан, Ырымбур өлкәһенән дә бойҙай һатып алынасаҡ. Предприятие етәкселеге әйте­үенсә, игендең төрлө төбәктән кил­те­релеүенән ҡурҡырға ярамай, сөнки яҡшы он ете төр бойҙайҙы тарттырғандан һуң ғына барлыҡҡа килә. Сибайҙа етеште­релгән тауарҙың килә­сәктә яҡшы сифатлы булырына шик юҡ. Шулай уҡ он тарттырғандан һуң ҡалған көрпә, кәбәк тә һатыуға ҡуйыласаҡ. “СИТНО” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиә­те етәкселеге әйтеүенсә, эшселәр өсөн бар шарттар булдырылған: ял, душ һәм кейенеү бүлмәләре, түшәм, иҙән, стеналарҙа күҙҙең яуын алырлыҡ яңы кафель.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521