Һуңғы йылдарҙа Сибай элеваторының эше һүлпәнәйгәйне. Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ та йоғонто яһамай ҡалмағандыр, шулай уҡ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла предприятие көрсөккә терәлде. 2012 йылда ҡалала үткән “Урал аръяғы” Дөйөм Рәсәй инвестиция форумында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, “боҙ” урынынан ҡуҙғалды. Элеватор бөгөн “СИТНО” агрохолдингы ҡанаты аҫтына алынған.
Күптән түгел яңы тирмән сафҡа инде. Ярты миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән ҡоролма тулыһынса заманса техника менән йыһазландырылған. “МИЛЛ СЕРВИС” итальян фирмаһында етештерелгән ҡеүәтле ҡорамал тәүлегенә 300 тонна иген эшкәртә ала. Бында тартылған юғары һәм беренсе сортлы он Рәсәйҙең 32 төбәгенә һатыуға оҙатыласаҡ. Элек һигеҙ кеше эшләгән сменала әле ике хеҙмәткәр барыһына ла өлгөрә. Яңы тирмән пульт аша идара ителеүсе техника менән йыһазландырылған. Тартыуға әҙерләнгән бойҙай ете кимәлдә таҙартыу үтә.
Әлбиттә, республикала иң ҡеүәтле тирмәндең бар көсөнә эшләүе өсөн көньяҡ-көнсығыш райондарҙан ғына килтерелгән игендең етмәүе билдәле, шуға күрә Ҡаҙағстан, Алтай крайынан, Ырымбур өлкәһенән дә бойҙай һатып алынасаҡ. Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, игендең төрлө төбәктән килтерелеүенән ҡурҡырға ярамай, сөнки яҡшы он ете төр бойҙайҙы тарттырғандан һуң ғына барлыҡҡа килә. Сибайҙа етештерелгән тауарҙың киләсәктә яҡшы сифатлы булырына шик юҡ. Шулай уҡ он тарттырғандан һуң ҡалған көрпә, кәбәк тә һатыуға ҡуйыласаҡ. “СИТНО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге әйтеүенсә, эшселәр өсөн бар шарттар булдырылған: ял, душ һәм кейенеү бүлмәләре, түшәм, иҙән, стеналарҙа күҙҙең яуын алырлыҡ яңы кафель.