Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өфөгә юлды һыуытмабыҙ!”
“Өфөгә юлды һыуытмабыҙ!” Ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ борон-борондан килә. Мәҫәлән, Ҡаҙтуған, Асан Ҡайғы, Шалғыйыҙ йырауҙарҙы улар ҙа, беҙҙекеләр ҙә үҙебеҙҙеке итеп һанай. Унан тыш, күпме эпостарыбыҙ, йырҙарыбыҙ ике милләт өсөн дә яҡын. Билдәле мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ҡаҙаҡ далаларында белем биреүе үҙе ни тора! Ҡаҙаҡтарҙың “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән мәҡәле булыуы ла беҙҙең яҡынлыҡты иҫбатлай.

Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында уҙға­рылған конференция ла – оло дуҫлыҡтың дауамы. Был сара Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына арнап ойошторолоуы менән әһәмиәтле.
“Өфөгә юлды һыуытмабыҙ!”Конференция тиһәләр ҙә, ул башҡаларынан айырылып тора ине. Унда ҡатнашыусылар оҙон доклад уҡыманы, ә йыр-моң менән тамашасы кү­ңелен арбаны. БДПУ студенттары мәшһүр “Урал батыр” эпосын, шулай уҡ Шәйехзада Ба­бичтың шиғырҙарын үҙәккә үтерлек итеп һөйләне. Ә инде Аҡтүбә университетынан килгән бер төр­көм магистр халыҡ йырҙарын башҡарҙы, милли көйҙәрен думбырала уйнап ишеттерҙе. Улар дәртле йырын башҡарғанда хатта тамашасылар, урынында ултырып түҙмәй, ҡолас йәйеп бейергә төштө.
Бындай әһәмиәтле сараның беҙҙә ойошторолоуы тиктән түгел. Филология фәндәре докторы, про­фессор Розалия Солтангәрәева бына инде өсөнсө йыл С. Байышев исемендәге Аҡтүбә уни­вер­­­ситетында магистрҙарҙы уҡыта, башҡорт­тар­ҙың ауыҙ-тел ижады, халҡыбыҙҙың рухи ми­­­ра­ҫына бәйле лекциялар алып бара, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла һабаҡ бирә. Шуның менән билдәле ғалимә республикабыҙҙа ғына түгел, төрки донъя­һында ла сәсәнлек мәктәбен үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡара. Ә инде был көндә уның ике илдәге шәкерттәре лә бер майҙанда осрашты.
“Өфөгә юлды һыуытмабыҙ!”– Сәсәнлекте үҫтереү – туған телде һаҡлап ҡа­лыуҙың иң көслө ысулы, – ти Розалия Әсфән­диәр ҡыҙы. – Сәсән – тәү сиратта уҡытыусы ла, фекер­ләр­гә, зауыҡҡа өйрәтеүсе лә. Ошо мәктәп­тең даи­рә­һен киңәйтеү, йоғонтоһон арттырыу өсөн ҡа­ҙаҡ­тар менән яҡындан аралашып торабыҙ. Ә инде уларҙа сәсәнлек традицияһы борондан яҡшы һаҡланған.
– Бындай осрашыу беҙгә бик кәрәк, – тип бел­дер­ҙе филология фәндәре докторы, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова. – Ҡаҙаҡ туғандарыбыҙ менән мәҙә­ниә­тебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа уртаҡ. Уларға кон­фе­рен­цияға барһаң, рәхәтләнеп аралашып, ру­хиә­теңде байытып ҡайтаһың.
Луиза Хәмзә ҡыҙы белдереүенсә, ике универ­си­тет араһындағы бәйләнеш йылдан-йыл көсәйә. Беҙ­ҙең егет-ҡыҙҙар Ҡаҙағстанға барып белемен камиллаштырһа, улар иһә Өфөгә килеп саф баш­ҡортса һөйләшеп йөрөй. Ә инде Башҡортостанда уҡыған белгестәр үҙ иленә ҡайтҡас та ҡәрҙәш ха­лыҡ менән бәйләнеште дауам итәсәк. Дәүләттәр араһындағы хеҙмәттәшлек рухлы, бер-береһен их­тирам иткән белгестәр әҙерләүҙән башлана ла инде.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521