Ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ борон-борондан килә. Мәҫәлән, Ҡаҙтуған, Асан Ҡайғы, Шалғыйыҙ йырауҙарҙы улар ҙа, беҙҙекеләр ҙә үҙебеҙҙеке итеп һанай. Унан тыш, күпме эпостарыбыҙ, йырҙарыбыҙ ике милләт өсөн дә яҡын. Билдәле мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ҡаҙаҡ далаларында белем биреүе үҙе ни тора! Ҡаҙаҡтарҙың “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән мәҡәле булыуы ла беҙҙең яҡынлыҡты иҫбатлай.Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙғарылған конференция ла – оло дуҫлыҡтың дауамы. Был сара Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына арнап ойошторолоуы менән әһәмиәтле.
Конференция тиһәләр ҙә, ул башҡаларынан айырылып тора ине. Унда ҡатнашыусылар оҙон доклад уҡыманы, ә йыр-моң менән тамашасы күңелен арбаны. БДПУ студенттары мәшһүр “Урал батыр” эпосын, шулай уҡ Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын үҙәккә үтерлек итеп һөйләне. Ә инде Аҡтүбә университетынан килгән бер төркөм магистр халыҡ йырҙарын башҡарҙы, милли көйҙәрен думбырала уйнап ишеттерҙе. Улар дәртле йырын башҡарғанда хатта тамашасылар, урынында ултырып түҙмәй, ҡолас йәйеп бейергә төштө.
Бындай әһәмиәтле сараның беҙҙә ойошторолоуы тиктән түгел. Филология фәндәре докторы, профессор Розалия Солтангәрәева бына инде өсөнсө йыл С. Байышев исемендәге Аҡтүбә университетында магистрҙарҙы уҡыта, башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижады, халҡыбыҙҙың рухи мираҫына бәйле лекциялар алып бара, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла һабаҡ бирә. Шуның менән билдәле ғалимә республикабыҙҙа ғына түгел, төрки донъяһында ла сәсәнлек мәктәбен үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡара. Ә инде был көндә уның ике илдәге шәкерттәре лә бер майҙанда осрашты.
– Сәсәнлекте үҫтереү – туған телде һаҡлап ҡалыуҙың иң көслө ысулы, – ти Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы. – Сәсән – тәү сиратта уҡытыусы ла, фекерләргә, зауыҡҡа өйрәтеүсе лә. Ошо мәктәптең даирәһен киңәйтеү, йоғонтоһон арттырыу өсөн ҡаҙаҡтар менән яҡындан аралашып торабыҙ. Ә инде уларҙа сәсәнлек традицияһы борондан яҡшы һаҡланған.
– Бындай осрашыу беҙгә бик кәрәк, – тип белдерҙе филология фәндәре докторы, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова. – Ҡаҙаҡ туғандарыбыҙ менән мәҙәниәтебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа уртаҡ. Уларға конференцияға барһаң, рәхәтләнеп аралашып, рухиәтеңде байытып ҡайтаһың.
Луиза Хәмзә ҡыҙы белдереүенсә, ике университет араһындағы бәйләнеш йылдан-йыл көсәйә. Беҙҙең егет-ҡыҙҙар Ҡаҙағстанға барып белемен камиллаштырһа, улар иһә Өфөгә килеп саф башҡортса һөйләшеп йөрөй. Ә инде Башҡортостанда уҡыған белгестәр үҙ иленә ҡайтҡас та ҡәрҙәш халыҡ менән бәйләнеште дауам итәсәк. Дәүләттәр араһындағы хеҙмәттәшлек рухлы, бер-береһен ихтирам иткән белгестәр әҙерләүҙән башлана ла инде.