Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яфа” тип һөйөр ине
“Яфа” тип һөйөр ине – Волоколамск ҡалаһы янында һуғышабыҙ. Ҡаршыбыҙға немец танктары ябырыла, ут ялмап алған баҫыу буйлап дошманға табан барабыҙ, байтаҡ фашисты дөмөктөрҙөк. Ярайһы уҡ яраландым, дауаханала дүрт ай ятып сыҡҡас ҡына аяҡҡа баҫтым... Һыҙланыуҙар бөгөнгәсә һуғыш шаңын яңыртып тора, яралар әлегәсә тынғы бирмәй, – тип һөйләр ине олатайым Сәлим Сәлихов.

1921 йылда Аҡһары ауылында тыуған егет һуғышҡа тиклем шо­фер булып эшләй. Балтик буйынан Стәрлетамаҡҡа күсерелгән пе­хота училищеһында әҙерлек үткәс тә, ажарланып баҫып килгән дошман ҡаршыһына ебәрелә. Башта ПТР-сылар ротаһына элә­гә, 127-се танк бригадаһы составында десантсылар отделениеһы командиры бурысын атҡара. Горький танк училищеһында ғилем туп­лап, һуғыштың аҙағынаса бө­төн донъяға билдәле “Т-34” танкында механик-водитель була. Сталинград янында, Курск дуға­һында барған ҡаты бәрелештәрҙә, Укра­ина ҡалаларын азат итеүҙә ҡат­наша, Прагаға һәм Берлинғаса барып етә. Иленә тоғро яугир бихисап наградаға лайыҡ була. Улар араһында Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ва­тан һуғышы ордендары, “Батыр­лыҡ өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” , “Берлинды алған өсөн” ми­ҙал­дары бар. Сәлим олатайым ҡы­йыулығы менән полкташтары араһында абруй ҡаҙана, уны хатта “юлбарыҫты ауыҙлыҡлаусы” тип тә йөрөтәләр. Ҡәҙерлем һуғыштан тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Шунда уҡ колхозда эш башлай, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә.
Игенселек олатайымдың төп һөнәренә әйләнә. Хеҙмәтенең ҡа­ҙа­нышы – 1967 йылда Ленин орденына лайыҡ булыуы. Олата­йымдың ауыл, район эштәре өсөн борсолоп, өҙөлөп тороуы, кәңәш менән булһа ла ярҙам итәйем тип, идара йортона барып әйләнеүе әле булһа хәтеремдә. Талапсан, ғәҙел, тура һүҙле, тырыш кеше булды ул. Мине әллә яратып, әллә ҡылған шуҡлыҡтарым өсөн “яфа” тип йөрөткәне лә иҫтә ҡалған.











Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523