– Волоколамск ҡалаһы янында һуғышабыҙ. Ҡаршыбыҙға немец танктары ябырыла, ут ялмап алған баҫыу буйлап дошманға табан барабыҙ, байтаҡ фашисты дөмөктөрҙөк. Ярайһы уҡ яраландым, дауаханала дүрт ай ятып сыҡҡас ҡына аяҡҡа баҫтым... Һыҙланыуҙар бөгөнгәсә һуғыш шаңын яңыртып тора, яралар әлегәсә тынғы бирмәй, – тип һөйләр ине олатайым Сәлим Сәлихов.1921 йылда Аҡһары ауылында тыуған егет һуғышҡа тиклем шофер булып эшләй. Балтик буйынан Стәрлетамаҡҡа күсерелгән пехота училищеһында әҙерлек үткәс тә, ажарланып баҫып килгән дошман ҡаршыһына ебәрелә. Башта ПТР-сылар ротаһына эләгә, 127-се танк бригадаһы составында десантсылар отделениеһы командиры бурысын атҡара. Горький танк училищеһында ғилем туплап, һуғыштың аҙағынаса бөтөн донъяға билдәле “Т-34” танкында механик-водитель була. Сталинград янында, Курск дуғаһында барған ҡаты бәрелештәрҙә, Украина ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Прагаға һәм Берлинғаса барып етә. Иленә тоғро яугир бихисап наградаға лайыҡ була. Улар араһында Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” , “Берлинды алған өсөн” миҙалдары бар. Сәлим олатайым ҡыйыулығы менән полкташтары араһында абруй ҡаҙана, уны хатта “юлбарыҫты ауыҙлыҡлаусы” тип тә йөрөтәләр. Ҡәҙерлем һуғыштан тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Шунда уҡ колхозда эш башлай, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә.
Игенселек олатайымдың төп һөнәренә әйләнә. Хеҙмәтенең ҡаҙанышы – 1967 йылда Ленин орденына лайыҡ булыуы. Олатайымдың ауыл, район эштәре өсөн борсолоп, өҙөлөп тороуы, кәңәш менән булһа ла ярҙам итәйем тип, идара йортона барып әйләнеүе әле булһа хәтеремдә. Талапсан, ғәҙел, тура һүҙле, тырыш кеше булды ул. Мине әллә яратып, әллә ҡылған шуҡлыҡтарым өсөн “яфа” тип йөрөткәне лә иҫтә ҡалған.