Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт йөҙө бында сағыла
Милләт йөҙө бында сағыла Был факультет 25 йәшлек егеттәрҙәй дәртле, көләс йөҙлө һәм бай тарихлы. Сираттағы сирек быуаттай ғүмер артылышы уның эшмәкәрлегенә ҡыйыулыҡ, олпатлыҡ өҫтәп кенә ҡалманы, матур май иртәһендә төрлө йылдарҙағы сығарылыш студенттарын бергә йыйҙы.
“Евразия циви­лиза­ция­һы контексында Баш­ҡортостан ха­лыҡ­тарының мәҙәниәте: тарихы, хәҙерге торошо, перспективалары” исемле халыҡ-ара фән­ни-ғәмәли конференция Башҡорт дәүләт уни­верситетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты­на 25 йыл айҡанлы һәм Бөйөк Еңеү­ҙең 70 йыл­лығына, Әҙәбиәт йылына арналды.
Был көндә тамаша залына бер генә ҡараш ташлап, ундағыларҙың ҡай­һы өлкә вәкиле, ниндәй вазифа биләүе ­хаҡында төплө яуап би­реүе ҡыйын ине, сөн­ки был факультет осор­ған “ҡарлуғастар” рес­пуб­ли­каның киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ мәғариф ойошмаларын­да, ҡала, район ха­ки­миәт­тәрендә, фәнни инс­титуттарҙа, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә һәм башҡа бихисап йүнә­леш­тәрҙә хеҙмәт итә.
Сараның пленар өлөшөн асып, факуль­теттың деканы, филология фәндәре докторы, профессор Риф Әхмә­ҙиев юбилей шатлығын уртаҡлашыу, ҡотлау те­ләге менән янған ҡу­наҡ­тарҙың ифрат күп бу­лы­уын телгә алды.
Милләт йөҙө бында сағылаТәүге һүҙҙе БДУ ректоры, физика-математика фәндәре докто­ры, профессор Николай Морозкин алды.
– Был халыҡ-ара конференция университеттарҙың Евразия ассо­циа­ция­һының эш планына индерелгән һәм, әлбит­тә, матур юбилей айҡанлы үткә­релә. Тәрән тарихҡа эйә булған факультет филология, журналис­тика, шәрҡиәт йү­нә­ле­шендә бик әһәмиәтле эшмәкәрлек алып бара, бында ғәрәп, ҡытай, төрөк, инглиз, немец телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге лә бар, – тине ул үҙ сығышында. – Факультет яулаған уңыш­тар менән беҙ ихлас ғорур­ланабыҙ. Уның даны республикала ғына түгел, Рәсәй, сит илдәр кимәлендә лә киң таралған.
Баш­ҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рә­йесе урын­баҫары, шағирә Йомабикә Ильясова – юғары белемде тап ошо факультетта алғандарҙың береһе. Байрамға килгән уҡытыусыларын, студенттарҙы ихлас тәбрикләп, ул Әҙәбиәт йылының тотош йәмғиәткә ҡағылған мөһим һыҙаттарын, ошо айҡанлы ойошторолған мәҙәни саралар, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу хаҡында бәйән итте.
Факультеттың башҡорт журна­листикаһы өсөн кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индереүе сер түгел. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдереүенсә, башҡорт халҡы бар икән, тимәк, милли журналистика ла йәшәйәсәк. Шулай уҡ ул күптән түгел төҙөлөп, республика гәзит-журналдарын үҙ эсенә алған компанияның Рәсәйҙәге иң ҙур булыуын әйтте.
Артабан республика Хөкүмәтенең дөйөм һәм һөнәри белем биреү бүлеге мөдире урынбаҫары Марина Ихсанова, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Улар башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факульте­тының хеҙмәт емештәре менән университет йөҙөн генә түгел, тотош Баш­ҡорт­остан исемен ил, донъя кимә­лендә танытыуы хаҡында әйтте.
Факультеттың деканы Риф Әхмә­ҙиев тамашасыларға Ҡаҙағстан, Төркиә республикаларынан килгән йылы эстәлекле ҡотлау телеграммаларын да уҡып ишеттерҙе. Был иһә БДУ-ның алыҫ тарафтарҙағы төрки телле милләттәштәребеҙ менән тығыҙ, эшлекле хеҙмәттәшлек булдырыуын билдәләй.
“Башҡортостан” телерадиоком­панияһы директоры Ғәлим Яҡуповҡа журналистика бүлегенең “тәүге ҡарлуғасы” булыу бәхете тейгән.
– Был байрамды күреү минең өсөн икеләтә һөйөнөслө. Беҙҙең компанияла эшләгән мөхәррир, алып барыусы һәм башҡа вазифа биләүселәрҙең яртыһы ошо факультеттан сыҡҡан. Улар – республи­каның мәғлүмәти сәйәсәтен булды­рыусылар ҙа. Ижади ҡарашлы йәштәрҙе, студенттарҙы уҡыуҙың тәүге йылдарынан уҡ радио, телевидение өлкәһендә үҙҙәрен һынап ҡарарға, бәйләнеш булдырырға саҡырам, – тине ул.
Сара барышында факультет коллективын тәбрикләү өсөн сәхнәгә Башҡортостан, Рәсәй Фәндәр академиялары, республиканың Яҙыусы­лар, Журналистар союзда­ры, БДУ-ның Сибай, Стәрлетамаҡ филиалдары, Мифтахетдин Аҡмул­ла исемендәге БДПУ вәкилдәре күтәрелде.
Төштән һуң эш секцияларҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә барҙы. Унда сығыш яһағандар тел, әҙәбиәт, журналистика өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һүҙ тотто.












Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521