Был факультет 25 йәшлек егеттәрҙәй дәртле, көләс йөҙлө һәм бай тарихлы. Сираттағы сирек быуаттай ғүмер артылышы уның эшмәкәрлегенә ҡыйыулыҡ, олпатлыҡ өҫтәп кенә ҡалманы, матур май иртәһендә төрлө йылдарҙағы сығарылыш студенттарын бергә йыйҙы.“Евразия цивилизацияһы контексында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте: тарихы, хәҙерге торошо, перспективалары” исемле халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына 25 йыл айҡанлы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына арналды.
Был көндә тамаша залына бер генә ҡараш ташлап, ундағыларҙың ҡайһы өлкә вәкиле, ниндәй вазифа биләүе хаҡында төплө яуап биреүе ҡыйын ине, сөнки был факультет осорған “ҡарлуғастар” республиканың киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ мәғариф ойошмаларында, ҡала, район хакимиәттәрендә, фәнни институттарҙа, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә һәм башҡа бихисап йүнәлештәрҙә хеҙмәт итә.
Сараның пленар өлөшөн асып, факультеттың деканы, филология фәндәре докторы, профессор Риф Әхмәҙиев юбилей шатлығын уртаҡлашыу, ҡотлау теләге менән янған ҡунаҡтарҙың ифрат күп булыуын телгә алды.
Тәүге һүҙҙе БДУ ректоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Николай Морозкин алды.
– Был халыҡ-ара конференция университеттарҙың Евразия ассоциацияһының эш планына индерелгән һәм, әлбиттә, матур юбилей айҡанлы үткәрелә. Тәрән тарихҡа эйә булған факультет филология, журналистика, шәрҡиәт йүнәлешендә бик әһәмиәтле эшмәкәрлек алып бара, бында ғәрәп, ҡытай, төрөк, инглиз, немец телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге лә бар, – тине ул үҙ сығышында. – Факультет яулаған уңыштар менән беҙ ихлас ғорурланабыҙ. Уның даны республикала ғына түгел, Рәсәй, сит илдәр кимәлендә лә киң таралған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова – юғары белемде тап ошо факультетта алғандарҙың береһе. Байрамға килгән уҡытыусыларын, студенттарҙы ихлас тәбрикләп, ул Әҙәбиәт йылының тотош йәмғиәткә ҡағылған мөһим һыҙаттарын, ошо айҡанлы ойошторолған мәҙәни саралар, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу хаҡында бәйән итте.
Факультеттың башҡорт журналистикаһы өсөн кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индереүе сер түгел. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдереүенсә, башҡорт халҡы бар икән, тимәк, милли журналистика ла йәшәйәсәк. Шулай уҡ ул күптән түгел төҙөлөп, республика гәзит-журналдарын үҙ эсенә алған компанияның Рәсәйҙәге иң ҙур булыуын әйтте.
Артабан республика Хөкүмәтенең дөйөм һәм һөнәри белем биреү бүлеге мөдире урынбаҫары Марина Ихсанова, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Улар башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының хеҙмәт емештәре менән университет йөҙөн генә түгел, тотош Башҡортостан исемен ил, донъя кимәлендә танытыуы хаҡында әйтте.
Факультеттың деканы Риф Әхмәҙиев тамашасыларға Ҡаҙағстан, Төркиә республикаларынан килгән йылы эстәлекле ҡотлау телеграммаларын да уҡып ишеттерҙе. Был иһә БДУ-ның алыҫ тарафтарҙағы төрки телле милләттәштәребеҙ менән тығыҙ, эшлекле хеҙмәттәшлек булдырыуын билдәләй.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Ғәлим Яҡуповҡа журналистика бүлегенең “тәүге ҡарлуғасы” булыу бәхете тейгән.
– Был байрамды күреү минең өсөн икеләтә һөйөнөслө. Беҙҙең компанияла эшләгән мөхәррир, алып барыусы һәм башҡа вазифа биләүселәрҙең яртыһы ошо факультеттан сыҡҡан. Улар – республиканың мәғлүмәти сәйәсәтен булдырыусылар ҙа. Ижади ҡарашлы йәштәрҙе, студенттарҙы уҡыуҙың тәүге йылдарынан уҡ радио, телевидение өлкәһендә үҙҙәрен һынап ҡарарға, бәйләнеш булдырырға саҡырам, – тине ул.
Сара барышында факультет коллективын тәбрикләү өсөн сәхнәгә Башҡортостан, Рәсәй Фәндәр академиялары, республиканың Яҙыусылар, Журналистар союздары, БДУ-ның Сибай, Стәрлетамаҡ филиалдары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ вәкилдәре күтәрелде.
Төштән һуң эш секцияларҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә барҙы. Унда сығыш яһағандар тел, әҙәбиәт, журналистика өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һүҙ тотто.