Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аңлашып-аралашып эшләү отошло
Берҙәм иҫәп-касса үҙәге 2001 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙәрҙе һәм әлеге финанс ағымын бүлеүҙә тейешле тәртип урынлаштырыу маҡсатында ойошторолдо. Ваҡыт шуны раҫланы: был үҙен аҡлай, ҡуйылған бурыстар уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

2012 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең махсус ҡарары нигеҙендә ул “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге муниципаль унитар предприятиеһы” итеп үҙгәртелде. Предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре шунан ғибәрәт: күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн халыҡтың түләүҙәрен ойоштороу. Ай һайын кәрәкле түләү документтарын әҙерләп тараталар, улар буйынса йыйылған мәғлүмәтте эшкәртәләр. Шунан хеҙмәт күрһәтеүселәргә һәм идарасы компанияларға отчет ебәрелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттән файҙаланыу­сыларҙың түләүҙәре хаҡында банктар биргән реестр нигеҙендә идарасы компанияларға, ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеүселәргә аҡсаны бүлеү һәм уларҙың һәр ҡайһыһына шул хаҡта мәғлүмәт тапшырыу ҙа Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә йөкмәтелгән.
Предприятие физик һәм юридик берә­мектәргә хеҙмәт күрһәтә. Әйтәйек, тәүгеләренә килгәндә, граждандарҙы теркәү, кооператив фатирҙар өсөн пай түләү тураһында белеш­мәләр бирәләр, граждандарҙан беренсел документтарҙы ҡабул итеп һәм әҙерләп, теркәү иҫәбе алғандарына тапшыралар. Әйткәндәй, пай түләү тураһындағы белешмәне ышаныс ҡағыҙы (доверенность) буйынса йәки аралашсы ойошмалар аша ла рәсмиләштерергә мөмкин.
Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн Өфө ҡалаһы буйынса Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең заманса йыһазландырылған 31 бүлексәһе булдырыл­ған. Уларҙа әҙерлекле белгестәр эшләй. Бүлексәләрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр, шулай уҡ граждандарҙы йәшәү һәм килеү урынына теркәү иҫәбе һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Кәрәкле консультацияны контакт-үҙәк аша ла алырға мөмкин.
Ғөмүмән, “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге муниципаль унитар предприятиеһы”ның эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы халҡына күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәтенең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Халыҡтың был өлкәлә хәбәрҙарлығын тәьмин итеү маҡсатында предприятиеның сайты булдырылған. Унда Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең һәм уның бүлексәләренең эшмәкәрлеге, уларҙың телефон һәм адрестары күрһәтелгән. Ғәмәлдәге торлаҡ закондарының норматив документтары менән дә танышырға, ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙе закон нигеҙендә халыҡ менән аңлашып ғәмәлгә ашырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең эшмәкәрлеге ошо мөһим социаль-иҡтисади бурысты үтәүгә йүнәлтелгән.



Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523