Аңлашып-аралашып эшләү отошло13.05.2015
Берҙәм иҫәп-касса үҙәге 2001 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙәрҙе һәм әлеге финанс ағымын бүлеүҙә тейешле тәртип урынлаштырыу маҡсатында ойошторолдо. Ваҡыт шуны раҫланы: был үҙен аҡлай, ҡуйылған бурыстар уңышлы ғәмәлгә ашырыла.
2012 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең махсус ҡарары нигеҙендә ул “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге муниципаль унитар предприятиеһы” итеп үҙгәртелде. Предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре шунан ғибәрәт: күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн халыҡтың түләүҙәрен ойоштороу. Ай һайын кәрәкле түләү документтарын әҙерләп тараталар, улар буйынса йыйылған мәғлүмәтте эшкәртәләр. Шунан хеҙмәт күрһәтеүселәргә һәм идарасы компанияларға отчет ебәрелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттән файҙаланыусыларҙың түләүҙәре хаҡында банктар биргән реестр нигеҙендә идарасы компанияларға, ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеүселәргә аҡсаны бүлеү һәм уларҙың һәр ҡайһыһына шул хаҡта мәғлүмәт тапшырыу ҙа Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә йөкмәтелгән.
Предприятие физик һәм юридик берәмектәргә хеҙмәт күрһәтә. Әйтәйек, тәүгеләренә килгәндә, граждандарҙы теркәү, кооператив фатирҙар өсөн пай түләү тураһында белешмәләр бирәләр, граждандарҙан беренсел документтарҙы ҡабул итеп һәм әҙерләп, теркәү иҫәбе алғандарына тапшыралар. Әйткәндәй, пай түләү тураһындағы белешмәне ышаныс ҡағыҙы (доверенность) буйынса йәки аралашсы ойошмалар аша ла рәсмиләштерергә мөмкин.
Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн Өфө ҡалаһы буйынса Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең заманса йыһазландырылған 31 бүлексәһе булдырылған. Уларҙа әҙерлекле белгестәр эшләй. Бүлексәләрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр, шулай уҡ граждандарҙы йәшәү һәм килеү урынына теркәү иҫәбе һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Кәрәкле консультацияны контакт-үҙәк аша ла алырға мөмкин.
Ғөмүмән, “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге муниципаль унитар предприятиеһы”ның эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы халҡына күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәтенең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Халыҡтың был өлкәлә хәбәрҙарлығын тәьмин итеү маҡсатында предприятиеның сайты булдырылған. Унда Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең һәм уның бүлексәләренең эшмәкәрлеге, уларҙың телефон һәм адрестары күрһәтелгән. Ғәмәлдәге торлаҡ закондарының норматив документтары менән дә танышырға, ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙе закон нигеҙендә халыҡ менән аңлашып ғәмәлгә ашырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең эшмәкәрлеге ошо мөһим социаль-иҡтисади бурысты үтәүгә йүнәлтелгән.