Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар аслыҡты еңгән, ауырлыҡтарға бирешмәгән
Улар аслыҡты еңгән,  ауырлыҡтарға бирешмәгән Советтар Союзында йәшәгән төрлө милләт кешеләре, берҙәй ойошоп, фашизмдың юлына ҡалҡан булып баҫа. Мылтыҡ тоторҙай ир-егеттәрҙең йәше-ҡарты дошманға ҡаршы алышҡа китә, тылда ҡалғандар көндө төнгә ялғап, фронт өсөн һуғыш ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым етештерә. Хеҙмәт фронтындағы ауырлыҡтар күбеһенсә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшә.

Ошо дәһшәтле дәүерҙе үҙ башынан кисергәндәрҙең береһе — Әсмә инәй Лоҡманова. Һуғыш башланғанда уға 15 йәш тулған була. Стәрлетамаҡ районының Абдрахман ауылында көн иткән ишле ғаиләлә балаларҙан иң олоһо булараҡ, ҡыҙ үҙенең ҡусты-һеңлеләрен ҡараша. Атаһы хеҙмәт армияһына алына, әсәһе колхоз эшенән бушамай. “Буйым бәләкәй булғанға, ҡаҙанға һалған ашты ултырғысҡа баҫып болғата инем”, — тип һөйләй инәй. Ауылда ҡул араһына ингән һәр ҡыҙ һәм малай хужалыҡ мәшәҡәттәрен үтәүгә йәлеп ителә. Кәүҙәгә ҙурыраҡтары ер һөрә, сәсеүҙә ярҙамлаша. Йә­йен бойҙай, көнбағыш, борсаҡ баҫыу­ҙарын, йәшелсә түтәлдәрен ҡул менән утайҙар. Һәр кемгә эш күләме бирелә, үҫмерҙәр бер-береһенән ҡалышмаҫҡа, һыр бирмәҫкә тырышып, сүп үләндәрен йолҡа.
Көн эҫе тороуға ҡарамаҫтан, бри­га­дирҙан рөхсәтһеҙ һыу инергә лә ярамай, сөнки һәр минут ҡәҙерле, фронт­тағы яугирҙәргә аҙыҡ кәрәк. Шулай аңлата ололар. Икмәк үҫте­реүҙең ил өсөн ни тиклем кәрәклеген төшөнгән үҫмерҙәрҙең береһе лә эш урынын ҡалдырып китмәй.
Утау тамамланғас, бесән башлана. Иген өлгөргәс, бөтөн ауыл менән ураҡҡа төшәләр. Көлтә бәйләйҙәр, уны ырҙынға ташыйҙар. Һуғылып бөтмәгән башаҡты һуғыу ҡыш та дауам итә. Колхозсыларға дәүләткә тапшырғандан ҡалған келәттәге наҡыҫ запастан аҙ-маҙ иген бирәләр, әсәйҙәр уны ҡул тирмәне менән тартып, сабыйҙарына ризыҡ йүнәтә.
– Ярай әле, һыйырыбыҙ бар ине, малҡай беҙҙе аҡтан өҙмәне, иҫән ҡалыуыбыҙ менән уға бурыслыбыҙ, — тип һөйләй Әсмә инәй. Йорт башына май, картуф тапшырыу буйынса план бирелә, халыҡ бар көсөн һалып, ошо йөкләмәне үтәргә тырыша. Ҡатын-ҡыҙ йөн ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Яҙа белгәндәр бүләк эсенә хат та сыймаҡлап һала, ил һаҡсыларына йылы һүҙ еткерергә ынтыла. “Аслыҡтан ҡурҡып өйҙә ятманыҡ, ҡулдан килгәнде эшләнек”, — тип хәтерләй һуғыш йылдарын Әсмә инәй.
Көҙ ҡыр эштәре бер аҙ тынғас, 18 километр алыҫлыҡта ятҡан Мораҙым ауылына уҡырға йөрөйҙәр. Интернат кеүек ҡуна ҡалырлыҡ урын юҡ, шунлыҡтан яңғыҙ әбей, бабайҙарҙа ятып уҡыйҙар. Абдрахмандан сығыр алдынан малай-ҡыҙҙар бер урынға йыйыла. Әхмәҙулла, Зәйнулла, Миҙхәт, Рәшит (йылдар үткәс, шағир, ғалим булып танылған Рәшит Шәкүр) өйҙә булған аҙыҡтың бер аҙын арҡаһына йөкмәп, шуның менән хушланып, һалмаҡ ҡына алға атлай. Оҙатҡан саҡта Әсмәнең әсәһе ҡыҙының муҡсайына бер йомро икмәк һала, шул ризыҡты бер аҙнаға еткерергә кәрәк. Йома-шәмбегә теге икмәктән валсыҡтар ғына ҡала, етмәһә, һуңғы һынығыңды мәктәпкә алып барһаң, шуғыраҡ малайҙар теге киҫәкте сәлдерергә лә күп һорамай…
Ул замандың ғазап-михнәте һуғыш балаларының елеге аша үтеп, улар йөрәгендә бөгөнгә тиклем һыҙлай. Аслыҡтан һәләк булған тиҫтерҙәрен, атайҙарын бер күрергә зар-интизар булған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың алыҫ сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалған яҡындарын һағыныуҙан һаман йөрәк­тәре һыҡрай.
Был ауыр осорҙоң күптән артта ҡалыуына үткән йылдың көҙөндә 90 йәшен билдәләгән Әсмә инәй бер аҙ ышанмайыраҡ тора. Ул осор менән әлегене сағыштырһаң, донъя, йәшәйеш яҡшы яҡҡа ни тиклем үҙгәреүенә хайран ҡалаһың.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536