Советтар Союзында йәшәгән төрлө милләт кешеләре, берҙәй ойошоп, фашизмдың юлына ҡалҡан булып баҫа. Мылтыҡ тоторҙай ир-егеттәрҙең йәше-ҡарты дошманға ҡаршы алышҡа китә, тылда ҡалғандар көндө төнгә ялғап, фронт өсөн һуғыш ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым етештерә. Хеҙмәт фронтындағы ауырлыҡтар күбеһенсә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшә.Ошо дәһшәтле дәүерҙе үҙ башынан кисергәндәрҙең береһе — Әсмә инәй Лоҡманова. Һуғыш башланғанда уға 15 йәш тулған була. Стәрлетамаҡ районының Абдрахман ауылында көн иткән ишле ғаиләлә балаларҙан иң олоһо булараҡ, ҡыҙ үҙенең ҡусты-һеңлеләрен ҡараша. Атаһы хеҙмәт армияһына алына, әсәһе колхоз эшенән бушамай. “Буйым бәләкәй булғанға, ҡаҙанға һалған ашты ултырғысҡа баҫып болғата инем”, — тип һөйләй инәй. Ауылда ҡул араһына ингән һәр ҡыҙ һәм малай хужалыҡ мәшәҡәттәрен үтәүгә йәлеп ителә. Кәүҙәгә ҙурыраҡтары ер һөрә, сәсеүҙә ярҙамлаша. Йәйен бойҙай, көнбағыш, борсаҡ баҫыуҙарын, йәшелсә түтәлдәрен ҡул менән утайҙар. Һәр кемгә эш күләме бирелә, үҫмерҙәр бер-береһенән ҡалышмаҫҡа, һыр бирмәҫкә тырышып, сүп үләндәрен йолҡа.
Көн эҫе тороуға ҡарамаҫтан, бригадирҙан рөхсәтһеҙ һыу инергә лә ярамай, сөнки һәр минут ҡәҙерле, фронттағы яугирҙәргә аҙыҡ кәрәк. Шулай аңлата ололар. Икмәк үҫтереүҙең ил өсөн ни тиклем кәрәклеген төшөнгән үҫмерҙәрҙең береһе лә эш урынын ҡалдырып китмәй.
Утау тамамланғас, бесән башлана. Иген өлгөргәс, бөтөн ауыл менән ураҡҡа төшәләр. Көлтә бәйләйҙәр, уны ырҙынға ташыйҙар. Һуғылып бөтмәгән башаҡты һуғыу ҡыш та дауам итә. Колхозсыларға дәүләткә тапшырғандан ҡалған келәттәге наҡыҫ запастан аҙ-маҙ иген бирәләр, әсәйҙәр уны ҡул тирмәне менән тартып, сабыйҙарына ризыҡ йүнәтә.
– Ярай әле, һыйырыбыҙ бар ине, малҡай беҙҙе аҡтан өҙмәне, иҫән ҡалыуыбыҙ менән уға бурыслыбыҙ, — тип һөйләй Әсмә инәй. Йорт башына май, картуф тапшырыу буйынса план бирелә, халыҡ бар көсөн һалып, ошо йөкләмәне үтәргә тырыша. Ҡатын-ҡыҙ йөн ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Яҙа белгәндәр бүләк эсенә хат та сыймаҡлап һала, ил һаҡсыларына йылы һүҙ еткерергә ынтыла. “Аслыҡтан ҡурҡып өйҙә ятманыҡ, ҡулдан килгәнде эшләнек”, — тип хәтерләй һуғыш йылдарын Әсмә инәй.
Көҙ ҡыр эштәре бер аҙ тынғас, 18 километр алыҫлыҡта ятҡан Мораҙым ауылына уҡырға йөрөйҙәр. Интернат кеүек ҡуна ҡалырлыҡ урын юҡ, шунлыҡтан яңғыҙ әбей, бабайҙарҙа ятып уҡыйҙар. Абдрахмандан сығыр алдынан малай-ҡыҙҙар бер урынға йыйыла. Әхмәҙулла, Зәйнулла, Миҙхәт, Рәшит (йылдар үткәс, шағир, ғалим булып танылған Рәшит Шәкүр) өйҙә булған аҙыҡтың бер аҙын арҡаһына йөкмәп, шуның менән хушланып, һалмаҡ ҡына алға атлай. Оҙатҡан саҡта Әсмәнең әсәһе ҡыҙының муҡсайына бер йомро икмәк һала, шул ризыҡты бер аҙнаға еткерергә кәрәк. Йома-шәмбегә теге икмәктән валсыҡтар ғына ҡала, етмәһә, һуңғы һынығыңды мәктәпкә алып барһаң, шуғыраҡ малайҙар теге киҫәкте сәлдерергә лә күп һорамай…
Ул замандың ғазап-михнәте һуғыш балаларының елеге аша үтеп, улар йөрәгендә бөгөнгә тиклем һыҙлай. Аслыҡтан һәләк булған тиҫтерҙәрен, атайҙарын бер күрергә зар-интизар булған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың алыҫ сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалған яҡындарын һағыныуҙан һаман йөрәктәре һыҡрай.
Был ауыр осорҙоң күптән артта ҡалыуына үткән йылдың көҙөндә 90 йәшен билдәләгән Әсмә инәй бер аҙ ышанмайыраҡ тора. Ул осор менән әлегене сағыштырһаң, донъя, йәшәйеш яҡшы яҡҡа ни тиклем үҙгәреүенә хайран ҡалаһың.