Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәзиздәребеҙҙе һағынабыҙ
Әсәйем Хәбирә Шәкүрова — Ауырғазы районының Сәлих ауылы ҡыҙы. Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтын тамамлағас, уны Айыусы ауылына физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. 1939 йылда ул үҙ райо­нына ҡайтып, Төрөмбәт мәктәбенә урынлаша. Ошонда эшләгән саҡта ҡәһәрле һуғыш башлана.

Өлкән йәштәге мәктәп директоры Мө­хәр­рәм ағай Ильясовты хеҙмәт армия­һына алғас, уның урынына Хәбирәне директор итеп ҡуялар. Күп тә үтмәй, атаһын да хеҙмәт армияһына саҡыралар. Өйҙә унан башҡа дүрт кесе туғаны ҡала: Камила, Фатима, Райхана, Йәүҙәт. Уларға ла ярҙам кәрәк. Атаһына, 1914 йылғы герман һуғышы яугиренә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була.
Йәйен уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа колхозда эшләй. Бөтөн игенде фронт өсөн йыйып алып торалар. 1944 йылда, бер аяғын юғалтып, фронттан Самат Назаров ҡайтып төшә. Уны мәктәп директоры итеп ҡуялар. Ә Хәбирә Миңлеғәзим ҡыҙын ошо райондың Мораҙым мәктәбенә директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Унда ла математиканан уҡыта. Уның бер уҡыусыһы Фәнүзә Нәҙершина фольклорсы-ғалимә булып танылды, ғилми китаптары ба­ҫылды.
Ошо уҡ йылда эвакуацияға ебәрел­гәндәргә лә бик күп ярҙам күрһәтелә. Мораҙымға — Ленинградтан Эльза Лауштейн, Төрөмбәткә Гохштейн тигән ҡатын килә.
— Еңеү өсөн тип тырыштыҡ. Кем иң беренсе Еңеү хәбәрен алып килер икән, тип көтәбеҙ. Дәрестә инек. Ауыл Советына райондан вәкил килеп, был шатлыҡлы хәбәрҙе беҙгә лә еткерҙе. Ышанып та булмай. Скрипка, гармун, мандолиналарҙы алдыҡ та клубҡа киттек. Бөтөн ауыл халҡы йыйылды. Мин үҙем мандолинала уйнай инем. Шунда эй бейештек, ҙур байрам булды. Шатлыҡтың да иң ҙуры! Был ҡыуаныс миллиондарса ҡорбан аша килде бит. Беҙҙең быны оноторға хаҡыбыҙ юҡ, — тип хәтерләй ине әсәйем.
Ул 1946 йылға тиклем ошо мәктәптә эшләне, хеҙмәтен “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнеләр.
Яҙмыш уны Бөйөк Ватан һуғышы яугире Зәйнулла Шәкүров менән осраштыра. Улар бер йылдан һуң ғаилә ҡора. Атайым яу юлдарын артиллерия батальоны командиры булып үткән. Ул Кавказды, Краснодар крайын азат итеүҙә, Ростов өлкәһе, Новочеркасск һәм Тамань ярымутрауы, аҙағыраҡ Ленинград, Балтик буйы өсөн һуғышта ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Бөйөк Еңеүҙе Латвия ерендә ҡаршы алған. “Багратион” операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Шулай уҡ “Германияны еңгән өсөн”, “Кавказды обо­ро­налаған өсөн” миҙалдары бар. Һуңғараҡ I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены бирелгән.
Әсәйем менән атайымдың артабанғы тормошо Әлшәй районына бәйле. Раевка ҡасабаһында йәшәгәндә әсәйем 1-се башҡорт мәктәбендә уҡыта. Бында ла яҡшы эшләгәне өсөн 1949 йылда уға “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы бирелә.
Атайым “Победа” колхозына зоотехник итеп тәғәйенләнгәс, улар Ҡармыш ауылына күсә, ҡалған ғүмерҙәре ошонда үтә. Әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡармыш һәм Сурай ауылдары балаларына математика серҙәрен асты, күп йылдар директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булды, йәмәғәт эштәренән айырылманы. Улар ауылдың хөрмәтле кешеләре ине. Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иттеләр, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, намыҫ менән матур йәшәнеләр.
Әсәйем бар ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә арнаны. Һәр баланың күңел ҡапҡаһын аса, фәненә ҡарата һөйөү уята белде. Хоҙай уға ҡарата бик йомарт булған. Төҫ-баш, буй-һынды ғына түгел, эске донъяһын да йәлләмәгән. Ауыл халҡы уның тураһында, Хәбирә апай зауыҡ менән кейенә, уға һоҡланып ҡарай инек, ти. Ә күлдәктәрҙе матур итеп үҙе тегеп кейҙе. Туғандарына ла, таныштарына ла, беҙгә лә, балаларға хатта пальтолар текте. Уның күҙ алдынан быуатҡа яҡын тарих үткән. Тормоштоң төрлөһө булған: шатлығы ла, ҡайғыһы ла. Уның дөйөм эш стажы — 41 йыл да 7 ай.
Атай-әсәйем биш балаға ғүмер бирҙе. Рим улдары йәшләй генә вафат булды. Рима — табибә, Өфөлә йәшәй, Риф – иҡтисадсы, кеселәре – игеҙәктәр Лилиә менән мин әсәйҙең эшен дауам итәбеҙ.
Әсәйем 2006 йылда 89 йәшендә вафат булды, ә атайымдың һуғыш яраларынан донъянан киткәненә — 30 йыл. Уларҙы һағынып иҫкә алабыҙ.

Люциә АҘНАҒОЛОВА,
Башҡортостандың
мәғариф отличнигы,
педагогия хеҙмәте ветераны.








Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Республикала нисә кешенең грипп һәм ОРВИ йоҡтороуы билдәле булды

Республикала нисә кешенең грипп һәм ОРВИ йоҡтороуы билдәле булды 19.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һуңғы аҙнала 18 меңгә яҡын кеше ОРВИ, грипп һәм COVID-19 йоҡторған. ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Нөгөш йылғаһы аша күперҙә хәрәкәт ябылды

Республикала Нөгөш йылғаһы аша күперҙә хәрәкәт ябылды 19.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала Нөгөш йылғаһы аша күперҙә хәрәкәт ябылды...

Тотош уҡырға 2

Ноябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә

Ноябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә 19.10.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора....

Тотош уҡырға 1

Николетта һәм Фәйез: Башҡортостанда сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Николетта һәм Фәйез: Башҡортостанда сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 19.10.2026 // Йәмғиәт

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы республикала балаларға ҡушылған популяр һәм иң һирәк ......

Тотош уҡырға 2

2027 йылда отпускты ҡасан алыу яҡшыраҡ

2027 йылда отпускты ҡасан алыу яҡшыраҡ 19.10.2026 // Йәмғиәт

Байрам көндәре аҙыраҡ булған айҙарҙа отпуск алыу отошлораҡ....

Тотош уҡырға 2

Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡынайта

Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡынайта 19.10.2026 // Йәмғиәт

Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡынайта...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин 16.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты 16.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты...

Тотош уҡырға 3

Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне 16.10.2026 // Йәмғиәт

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған 15.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 8

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар

Комментарий өҫтәргә