Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһөйәрлектең тамыры ныҡ беҙҙә!
Илһөйәрлектең тамыры ныҡ беҙҙә! Һәр кешенең, ғаиләнең күңеленә яҡын байрамы, иҫтәлекле көнө була.
9 Майҙың иһә бөтөн Рәсәй халҡын бергә туплар ҡеүәте бар. Еңеүселәрҙең нәҫел-быуыны булараҡ, уртаҡ байрамыбыҙҙа күмәкләп шатланабыҙ, ғорурланабыҙ, тулҡынланабыҙ, һағыш кисерәбеҙ. Был тойғолар сылбыры өҙөлөп ҡалмаҫмы? Бөгөнгө мәктәп уҡыусылары Еңеүҙең ҡиммәтен аңлап, үҙ балаларына еткерә алырмы?


Кисә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҙған “Мин – Бөйөк илдең гражданы” тигән проекттың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ошо һорауҙарға яуап таптыҡ кеүек. Илһөйәрлектең тамы­ры ныҡ беҙҙә! Билдәле булыуынса, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай яр­ҙа­мында II – XI класс уҡыусылары өсөн ойошторолған әлеге мәғрифәт-ватансылыҡ проектында йөҙ меңдән ашыу йәш быуын вәкиле ҡатнашҡан. Сара барышында балалар ветерандар менән осрашҡан, һуғыш йылда­ры, ата-бабаһының ҡаһар­ман­лығы, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәрлеге тураһында шиғыр, эссе яҙған, һүрәт төшөргән, олимпиадаларҙа һынау тотҡан. Еңеүселәр әлеге күркәм байрамға саҡырылған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң икенсе ҡатында проектта ҡатнашҡандарҙың һүрәттәренән күргәҙмә ойошторолғайны. Ошонда Өфөләге 27-се мәктәптең II класс уҡыусыһы Виктория Аверьянова менән әңгәмәләшеү насип булды.
– Һүрәт конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауыма ифрат шатмын, – тине ҡыуанысын йәшермәгән ҡыҙ. – Бөйөк Ватан һуғышында дүрт олатайым ҡатнашҡан. Икәүһе яуҙа батыр­ҙар­са һәләк булған, өсөнсөһө аяҡ­­һыҙ ҡайтҡан, дүртенсеһе орден менән бүләкләнгән. Олатай­ҙарымдың барыһы ла – герой! Улар менән сикһеҙ ғорурланам. Бындай конкурс киләһе йылда ла үткәрелһә, мотлаҡ ҡатнашасаҡмын.
Еңеүселәрҙең шатлығын ур­таҡ­лашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәйесе урынбаҫары Йо­ма­бикә Ильясова, депутаттар Эль­вира Айытҡолова, Александр Дегтев, Эдуард Сәйетбатталов, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Петр Сергеев һәм башҡалар килгәйне.
– Заман техникаһы күп нәмәне үҙгәртә ала, әммә уның ҡаты бәғерҙе иретергә көсө етмәй. Ә әҙәбиәттең, сәнғәттең бындай ҡеүәте сикһеҙ, – тине сығышында Йомабикә Сәләхет­дин ҡыҙы. – Еңеүгә арналған ижад эштәре башҡарып, һеҙ күңел көсө­гөҙҙө, рухлы булыуығыҙҙы, беле­мегеҙҙе күрһәттегеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар!
Бүләкләү тантанаһынан һуң уҡыу­сылар Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай йорто менән танышты, Парламентаризм музейын ҡараны.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 226

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 965

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 151

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 259

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 081

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 268

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 056

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 342

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 367

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 304

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 311

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 260