Һәр кешенең, ғаиләнең күңеленә яҡын байрамы, иҫтәлекле көнө була.
9 Майҙың иһә бөтөн Рәсәй халҡын бергә туплар ҡеүәте бар. Еңеүселәрҙең нәҫел-быуыны булараҡ, уртаҡ байрамыбыҙҙа күмәкләп шатланабыҙ, ғорурланабыҙ, тулҡынланабыҙ, һағыш кисерәбеҙ. Был тойғолар сылбыры өҙөлөп ҡалмаҫмы? Бөгөнгө мәктәп уҡыусылары Еңеүҙең ҡиммәтен аңлап, үҙ балаларына еткерә алырмы?Кисә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҙған “Мин – Бөйөк илдең гражданы” тигән проекттың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ошо һорауҙарға яуап таптыҡ кеүек. Илһөйәрлектең тамыры ныҡ беҙҙә! Билдәле булыуынса, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ярҙамында II – XI класс уҡыусылары өсөн ойошторолған әлеге мәғрифәт-ватансылыҡ проектында йөҙ меңдән ашыу йәш быуын вәкиле ҡатнашҡан. Сара барышында балалар ветерандар менән осрашҡан, һуғыш йылдары, ата-бабаһының ҡаһарманлығы, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәрлеге тураһында шиғыр, эссе яҙған, һүрәт төшөргән, олимпиадаларҙа һынау тотҡан. Еңеүселәр әлеге күркәм байрамға саҡырылған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң икенсе ҡатында проектта ҡатнашҡандарҙың һүрәттәренән күргәҙмә ойошторолғайны. Ошонда Өфөләге 27-се мәктәптең II класс уҡыусыһы Виктория Аверьянова менән әңгәмәләшеү насип булды.
– Һүрәт конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауыма ифрат шатмын, – тине ҡыуанысын йәшермәгән ҡыҙ. – Бөйөк Ватан һуғышында дүрт олатайым ҡатнашҡан. Икәүһе яуҙа батырҙарса һәләк булған, өсөнсөһө аяҡһыҙ ҡайтҡан, дүртенсеһе орден менән бүләкләнгән. Олатайҙарымдың барыһы ла – герой! Улар менән сикһеҙ ғорурланам. Бындай конкурс киләһе йылда ла үткәрелһә, мотлаҡ ҡатнашасаҡмын.
Еңеүселәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, депутаттар Эльвира Айытҡолова, Александр Дегтев, Эдуард Сәйетбатталов, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Петр Сергеев һәм башҡалар килгәйне.
– Заман техникаһы күп нәмәне үҙгәртә ала, әммә уның ҡаты бәғерҙе иретергә көсө етмәй. Ә әҙәбиәттең, сәнғәттең бындай ҡеүәте сикһеҙ, – тине сығышында Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы. – Еңеүгә арналған ижад эштәре башҡарып, һеҙ күңел көсөгөҙҙө, рухлы булыуығыҙҙы, белемегеҙҙе күрһәттегеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар!
Бүләкләү тантанаһынан һуң уҡыусылар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто менән танышты, Парламентаризм музейын ҡараны.